21.02.2014 һорау-яуап
Хөрмәтле “Йәшлек”тәр! Һеҙгә үтенесем бар. Мин быйыл XI синыфты тамамлайым. Ҡайҙа юғары белем алырға икән тип баш ватам һаман. Бәлки, Өфөлә яңы йүнәлештәр буйынса белем бирә башлағандарҙыр? Шул хаҡта яҙа алмаҫһығыҙмы икән?
Гөлсиә КЕЙЕКОВА.
Хәйбулла районы.
Төбәктәр – дәүләт терәге
XI синыфты тамамлаясаҡ дуҫ! Ниндәй өлкәлә артабан белем алырға теләүеңде хәл иттеңме, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнәһеңме? Әгәр ҙә ҡайһы һөнәрҙе һайларға белмәй икеләнәһең икән, һиңә ярҙамға ашығабыҙ. Бөгөн “Һорау – яуап” рубрикаһында – Башҡорт дәүләт университеты янындағы Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге институтының “Төбәктәрҙе өйрәнеү һәм дәүләт-муниципаль идаралыҡ” кафедраһы мөдире, тарих фәндәре докторы, профессор Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы Хәбибуллина.
– Хәйерле көн Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы! Беҙҙе беренсе сиратта һеҙҙең институтта асылған ике яңы йүнәлеш ҡыҙыҡһындыра.
– Беренсе йүнәлеш “Рәсәй төбәктәрен өйрәнеү” тип атала, әҙерләү профиле – “Мәғлүмәти-аналитик эшмәкәрлек”. Мәғлүмәти аналитика – кешелек үҫешенең быуаттар киҫелешендәге хәлен сағылдырыусы, глобалләштереү һәм информатизация процестарының һөҙөмтәһе. Мәғлүмәт-аналитика бүлектәре федераль һәм төбәк органдары структураларында, министрлыҡ һәм ведомстволарҙа, матбуғатта, бизнес өлкәһендә һәм сәйәси партияларҙа булдырылған.
“Рәсәй төбәктәрен өйрәнеү” йүнәлешен тамамлаусылар мәғлүмәти аналитика һәм төбәк сәйәсәте өлкәһендә компетентлы белгестәр булып сыға. “Төбәкте өйрәнеүсе” квалификацияһы аныҡ төбәк буйынса эксперт-аналитик, консультант булыуҙы аңлата. Был йүнәлештә белем алыусыларға бер нисә сит тел өйрәтелә, теге йәки был төбәк буйынса комплекслы белем бирелә. Практик белем биреүгә лә иғтибар ҙур.
Икенсе йүнәлеш “Сит ил төбәктәрен өйрәнеү” буйынса бакалаврҙар әҙерләүгә ҡоролған. Был өлкәлә белем алған кеше артабан сит илдәр һәм уларҙың төбәктәре буйынса мәғлүмәти, аналитик, һөнәри һ.б. системаға һалынған комплекслы белемгә эйә буласаҡ. Уның профессиональ эшмәкәрлеге айырым илдең (төбәктең) халҡын, тарихын һәм этнографияһын, йолаларын һәм рухи байлығын фәнни нигеҙләнгән практик һығымта-рекомендациялар яһауға йүнәлтелгән.
Сит ил төбәктәрен өйрәнеүсе бакалавр – иҡтисадсы, географ, тел белгесе һәм тарихсы ла. Студенттар бер йә ике сит телде, сәйәси география һәм илдәрҙең дәүләт ҡанундарын өйрәнә. Практика сит ил вәкиллектәрендә, халыҡ-ара ойошмаларҙа (ЮНЕСКО, ТӨРКСОЙ) һәм мәҙәни үҙәктәрҙә үтә.
– Инститтутты тамамлаусыларҙы ниндәй перспективалар көтә?
– Башҡортостан һәм Төркиә араһында күп йылдар буйы төҙөлөш, нефть химияһы, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте, һатыу һәм эшҡыуарлыҡ өлкәләрендә мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Был ил – республикабыҙҙың иң ҙур һәм даими партнерҙарының береһе. Башҡортостанда төрөк капиталы ярҙамында төҙөлгән 70-тән ашыу уртаҡ предприятие эшләй. Ике төбәк араһында бихисап проект тормошҡа ашырыла. Сәйәси һәм иҡтисади өлкәләрҙән тыш, Төркиә менән мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ.
Сәғүд Ғәрәбстаны менән санатор-курорт инфраструктураһы һәм ағас эшкәртеү комплексы өлкәләрендә мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү күҙаллана.
Башҡортостан Республикаһы ЮНИДО, ЮНЕСКО, ТӨРКСОЙ кеүек ойошмаларҙа тулы хоҡуҡлы йәки ассоциацияланған ағза булып тора.
Был йүнәлештәрҙең барыһы ла бер нисә сит телде белгән, республиканың инвестиция проекттарын әҙерләй алған белгес-аналитиктарға, мәҙәниәт-ара, халыҡ-ара өлкәләрҙәге эксперттарға мохтаж.
– Гәзитте алдырған сығарылыш синыф уҡыусыларына файҙалы мәғлүмәт өсөн ҙур рәхмәт!
М. АСҠАРОВА яҙып алды.