«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Кемгә кәрәк һуң был һуғыш?!..



21.02.2014 Кемгә кәрәк һуң был һуғыш?!..

Кемгә кәрәк һуң был һуғыш?!..
Өфө фотографтары Айбулат Аҡбутин һәм Хәлит Сафиндың “ВещДоки. Сирия” документаль күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмай
Кешелек үҙенең тарихында меңәрләгән һуғышҡа шаһит. Ләкин, фән, технологиялар ни тиклем үҫешһә лә, үкенескә күрә, үлем ғәрәсәттәре әле лә тынмай. Ираҡ, Тунис, Ливия, Мысыр… Уларҙың дәүләттәре, сәйәси лидерҙары юҡҡа сығарылып, халҡы иң ҡурҡыныс ҡан ҡойошҡа – атаһы улына ҡаршы булған граждандар һуғышына йәлеп ителде. Был афәт кемгәлер кәрәк, бер туҡтамаған һуғыш һәм миллиондарса өҙөлгән ғүмер айырым көстәрҙең файҙаһына ғына.
Кемгә кәрәк һуң был һуғыш?!..
2010 йылдың декабренән дауам иткән “Ғәрәп яҙы” болаһы Сүриәгә лә ҡағылды. Ундағы граждандар һуғышында Ливандың “Хисбулла”, Ираҡтың шәйет төркөмдәре ингән дәүләт ғәскәрҙәренә ҡаршы составына “Әл-Ҡаиҙә” төркөмө ингән ислам оппозицияһы һуғыша. Курд халҡы иһә өсөнсө яҡтан дәүләт көстәренә һәм оппозицияға ҡаршылыҡ күрһәтә. Ҡораллы көстәрҙең бәрелеше һөҙөмтәһе – ябай халыҡ араһынан меңәрләгән үлем. Был илгә донъя кимәлендә ҡораллы һөжүм була яҙҙы, тик Рәсәй дипломатияһы ғына ҡаршы тороп, быны булдырманы.
Сүриә һуғышы кемгә кәрәк? Ундағы ябай халыҡ ниндәй яҙмышҡа дусар ителгән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Журналистская правда” гәзите, “ВещДоки” арт-проекты тарафынан ойошторолған “ ВещДоки. Сирия” күргәҙмәһендә яуап табырға мөмкин. Экспозиция менән 2013 йылдың 20 декабренән 2014 йылдың 20 ғинуарына тиклем “Ветошный” арт-үҙәгендә Мәскәү ҡалаһы халҡы танышты. Өфөлә ул “Аҡбуҙат” ипподромы бинаһында 25 февралгә тиклем эшләйәсәк, инеү бушлай.
Кемгә кәрәк һуң был һуғыш?!..Сүриәлә ике аҙна йөрөгән Өфө фотографтары ла террор акттарынан һуң урамдарҙы, боевиктарҙың, снайперҙарҙың йәшенгән урындарын, бомбаға тотолған мәлендә тиерлек йорттарҙы төшөргән. “Беҙ Дамаск ҡалаһында, уның биҫ­тәләрендә, Латакияла, Тартуста булдыҡ. Һу­ғыш бар­ған Алеп­поға инмәнек. Маа­люля ҡала­һы­на йү­нәлгәндә, юл­да беҙ­ҙең колонна көслө утҡа эләкте”, – тине Айбулат Мө­бәрәк улы.
Күргәҙмә бер нисә бүлектән тора. Тама­шасы махсус залдар­ға инә һәм унда стеналарҙа ҙур фото­һүрәт­­тәр­ҙе һәм һу­ғыш артефакттарын ҡарай ала. Унда – данлыҡлы ғә­рәп әкиәттәре “Мең дә бер кисә”лә күп телгә алын­ған, әле ярым емерек хәлдәге борон­ғо Дамаск, тулыһынса юҡҡа сыҡҡан Хомс, Маалюля ҡалалары, янған, шартлатылған автомобилдәр, ҡаты яраланған һалдаттар менән шығырым тулы госпиталдәр, балалар йорттары күренештәре. Махсус экрандарҙағы видеояҙмалар­ҙа танкылар йорттарҙы емергәнсе ата, боевиктар автоматтарҙан ут аса, янғын, һәләк булған кешеләр күрһәтелә.
Ни өсөн күргәҙмә “ВещДоки. Сирия” тип исемләнгән? Унда һуғыштың ни тиклем ҡот осҡос икәнен күрһәткән һәм фотоһүрәттәрҙең бер өлөшө булған әйберләтә дәлилдәр урын алған. Мәҫәлән, фотолағы ҡулы-башы бәйләнгән кешенең тәненән соҡоп сығарылған ярсыҡ быяла витринала ята. Фотолағы емерек йорт янында – йылмайып торған, ләкин хәсрәттәре йөҙҙәрендә сағылған балаларҙың уйынсыҡтары. Мәсет эсендә кәштәһе менән ташлап ҡалдырыл­ған “Ҡөрьән Кәрим” китабы, ярылған көҙгөнөң тирәсе. Ҡасандыр тыныс, бәхетле тормош булыуын күрһәткән әйберҙәр – реклама таҡталары, тимераяҡ, аҡса менән бер рәттән, шартлаған минаның ҡойроҡ өлөшө.
Кемгә кәрәк һуң был һуғыш?!..Барыһының да иғтибарын йәлеп иткән, күргәҙмәнең төп экспонаты тип йәмшәйеп, ҡарар ере лә ҡалмаған “Хендэ” автомобилен әйтергә була.
Был тамуҡ машинаһы Сүриәнең баш ҡалаһы Дамасктың Әл-Мазраа районында шартларға тейеш булған. Террор акты мәлендә 83 кеше үлгән, 235-е яраланған. Был ҡара эште ике автомобилгә ултырған ике үлемдар кеше (смертник) Сүриәнең хакимлыҡ партияһы һәм Рәсәй илселеге бинаһы янында башҡарырға тейеш бул­ған. Ләкин беренсе машина ҡапыл шартлай, икенсеһе иһә өлгөрмәй. Ярсыҡтарҙан зыян күргән “Хендэ” фургонында полиция һәм хәрбиҙәр яраланған водителде һәм мискәләр эсенә тултырылған 1500 килограмм шартлатҡыс тапҡан.
Йомғаҡлап әйткәндә, гәзит уҡыусыларға был күргәҙмәгә барырға, һуғыш мөхитен үҙ күҙҙәре менән күрергә тәҡдим итәбеҙ. Беҙ барғанда, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, кеше күп ине. Уларҙың аптырап ҡалыуын, ҡайһы бер мәлдәрҙә шаҡ ҡатыуын күҙәтергә мөмкин булды. Ә фотоһүрәттәрҙең авторҙары Айбулат Аҡбутин һәм Хәлит Сафин улар менән йәнле әңгәмә ҡороп, бар һорауҙарына ла яуап бирҙе. Күргәҙмә сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем эшләй. 25 февралдән һуң “ВещДоки” Ҡазан, Грозный, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларына йүнәләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға