«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән



07.02.2014 Олимпиада ханым – яҡшы көйәрмән

Иҫләйһегеҙме икән балаға Олимпиада тип исем ҡушыу­ҙары хаҡындағы хәбәрҙе? ЗАГС хеҙмәткәрҙәре, был исем яңы Рәсәйҙә тәүгеһе, тип тә әйткәйне. Баҡһаң, беҙҙең Башҡор­тостанда Олимпиада күптән бар икән.

1980 йылда Мәскәүҙә XXII Йәйге Олимпия уйындары үтте. Тап ана шул ваҡыттараҡ Дүртөйлө райо­нында йәшәүсе спортсы, көйәрмән ғаиләһендә ҡыҙ бала тыуа. Атай кеше күп уйламай, сабыйға Олимпиада тигән исем бирә. Олимпиада ханым үҙе лә спорт ярата, хоккей, футбол, конькиҙа фигуралы шыуыу өсөн “көйә”. Улы ла спортҡа битараф түгел. Тимәк, уға юҡҡа был исем бирелмәгән инде.
Әйткәндәй, үҙенсәлекле исемдәр ҡушыу бер бөгөн түгел. Ысынмы-бушмы, Украинаның Львов ҡалаһында тыуған малайға Евромайдан тип исем ҡушмаҡсы булғандар. 2009 йылда Ека­теринбургта үткән ШОС саммиты хөрмәтенә Шосина тип аталған ҡыҙыҡай үҫеп килә.
Тағы ниндәй иҫтәлекле саралар көтөлә әле? Әҙер торорға кәрәк.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға