«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Һөтлө һыйырҙар ҡайҙа?



07.02.2014 Һөтлө һыйырҙар ҡайҙа?

Йыл башынан Башҡортос­танда тулайым һауым 115 мең тоннанан артҡан. Был ваҡытта ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермаларында 52,9 тоннанан ашыу һөт һауып алынған, 46,5 тоннанан ашыуы һатылған.

Элеккесә, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары лидерҙар булып ҡала. Саҡмағошта, мәҫәлән, көн һайын һәр һыйырҙан уртаса 15-әр килограмм һөт алалар. Республика буйынса һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 9,6 килограмм һөт һауыла. Был, 2013 йылдың ошо уҡ ваҡытына ҡарағанда, 200 грамға күберәк.
Юғары күрһәткестәргә Ауыр­ғазы, Мәләүез, Өфө райондары малсылары ла ирешә, унда тәүлек һауым – 11 – 14-шәр килограмм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға