«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Өс бала етем ҡалды…



07.02.2014 Өс бала етем ҡалды…

Башҡортостанда полиция тәфтишсеһенең үлем сәбәптәре асыҡлана. Благовещен ҡалаһында булған был фажиғәне тикшереүҙә төрлө фараздар ҡарала – суицидтан үлтереүгә тиклем.
РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәре, әле декрет ялында булған 31 йәшлек ҡатындың өс балаһы етем ҡалған, игеҙәктәренә ни бары ике йәш кенә. Шундай мәғлүмәт тә билдәле: тәфтишсе үлеренән алда ғына Эске эштәр министрлығы етәкселегенә, үлтереү менән янаған элекке иренән яҡлауҙы һорап, рапорт яҙған була.
Зиләрә Зиятдинованың ире Руслан элек юл-патруль хеҙмәтендә эшләгән, юлда тиҙлекте арттырғаны өсөн штраф та түләргә тейеш булған. Әле уны эҙләү бара. Оперативниктар фаразлауынса, енәйәт ҡылыу сәбәбе, бәлки, көнләшеүҙән дә булғандыр, йәғни “мөхәббәт өсмөйөшө” арҡаһында.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға