07.02.2014 “Ҡош юлы” vs Дәүләт Думаһы
Гитарала уйнап йырлаусыларҙың фестиваленән берҙәм йәштәр ойошмаһына әүерелеп барған “Ҡош юлы” Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм уларҙың ярҙамсыларына ҡаршы сығырға баҙнат итте. Фестивалдә ҡатнашыусылар, илдәге үҙгәрештәргә йырҙары аша ҡараштарын белдереп, сәйәсәткә лә, социаль проблемаларға ла битараф булмауҙарын иҫбатлағайны инде. Ә был юлы туранан-тура көрәш майҙанына! Нисекме?.. Боулинг уйынында көс һынашырға!
Был ярыш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосопов инициативаһы тарафынан үткән йылдың көҙөнән үк республикабыҙҙа старт алған “Изге эштәрҙең ҡыуанысы” акцияһы барышында ойошторолдо. Әйткәндәй, фестивалдең ҡатнашыусыларынан тыш, республиканың бик күп йәштәр ойошмалары ағзалары, студенттар, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре үткән бер нисә айҙа төрлө спорт уйындарында, мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға өлгөрҙө.
Ә иҫәп, иҫәп ниндәй булды һуң, кем еңде, Йосоповтың эшсән командаһымы, әллә “Ҡош юлы”мы, тиһегеҙме? Әлбиттә, һеҙ яратып өлгөргән гитарасылар сәйәсмәндәргә бирешмәҫкә тырышты, бөтә көстәрен һалып, беренсе урынға сыҡты. Марсель Харис улының ярҙамсылары ла боулинг тубын ҡайһылай тәгәрәтергә белә икән, улар, саҡ-саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урынды биләне. Өсөнсө урынға дөйөм иҫәп буйынса “БашАрт” ижади берекмәһе коллективы лайыҡ булды. Шәхси беренселектә кубок “Ҡош юлы”нан Фәнүр Алдаҡаевҡа эләкте! Үәт!
М. АСҠАРОВА.