07.02.2014 Дежур телефон шылтыратыуҙар көтә
Хөрмәтле дуҫтар! “Йәшлек”тең дежур телефоны быйыл да үҙ эшен дауам итә. 8-965-923-20-00 һандары буйынса шылтыратып, һорауҙарығыҙҙы мөмкин тиклем анығыраҡ, ҡыҫҡараҡ бирһәгеҙ, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа яуап табып, гәзит биттәрендә яҙырға тырышырбыҙ. Әлбиттә, борсоған мәсьәләләр хаҡында ғына түгел, ә шатлыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ менән дә уртаҡлаша алаһығыҙ.
Ғ. ШӘРИФЙӘНОВА, Өфө районы:
– Һаумыһығыҙ, беҙгә адвокат кәрәк ине. Тик бөгөн улар шул тиклем күп һәм ҡайһыһын һайларға белеп тә булмай. Берәй кәңәш бирһәгеҙ ине...
Ысынлап та, адвокатты дөрөҫ һайлау бик мөһим. Йыш ҡына һеҙ юлыҡҡан сетерекле ваҡиғала тап ул хәл иткес роль уйнай. Үҙен адвокатмын тип һанаусы ғәҙәти юристар ҙа була.
Иң тәүҙә шуны белегеҙ: адвокаттың таныҡлығы булырға тейеш. Эш урынын һорағыҙ, республиканың адвокаттар коллегияһында иҫәптә тороу-тормауын белешегеҙ. Уның үткән эшмәкәрлеге менән дә танышыу ҡамасауламаҫ. Һайлаған белгес һеҙҙә ышаныс тыуҙырырға тейеш. Һис юғында, күңелегеҙ ятмаған кеше менән эш итмәүегеҙ хәйерле.
Хеҙмәт күрһәтеү тураһында килешеү ике данала төҙөлә. Һәм шуныһы: аҡсаны бер ҡасан да адвокаттың ҡулына бирмәгеҙ, шулай ышаныслы. Уның иҫәбенә күсереү, бының өсөн чек алыу мотлаҡ.
Роберт ФӘТҠУЛЛИН, Белорет ҡалаһы:
– Сүп-сар контейнеры кеше ере участкаһынан күпме арауыҡта урынлаштырылырға тейеш?
“СанПиН” ҡағиҙәләренә ярашлы, сүп-сар һауыттары торлаҡ йорттарҙан, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына, парк-скверҙарға 20 метрҙан да яҡыныраҡ булырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта алыҫлыҡ 100 метрҙан да артыҡ булмаһын. Баҡса ере өсөн башҡа норматив ҡаралған. Контейнерҙар (бында шәхси сүплектәр күҙ уңында тотола) 8 – 12 метр арауыҡта булырға тейеш.
А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.