«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » ЧУПАКАБРАНАН ҠОТОЛОУ ЮҠ!



07.02.2014 ЧУПАКАБРАНАН ҠОТОЛОУ ЮҠ!

ЧУПАКАБРАНАН ҠОТОЛОУ ЮҠ!Әллә ҡайҙа, ер аяғы ер башынан – Мексиканан сыҡҡан тип һаналған чупакабраның Башҡортостанда ла шашып йөрөүе аптыратҡыс хәл инде, әлбиттә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был йән эйәһе бигерәк тә республикабыҙҙың Мәсәғүт, Дыуан кеүек райондарын үҙ иткән. Ул яҡтан йылына бер нисә тапҡыр: “Чупакабра малыбыҙҙы, ҡош-ҡортто тамаҡланы”, – тигәнерәк шылтыратыуҙар булып тора. Тик был шылтыратыуҙарҙың ҡайһыһын ныҡлап тикшерә башлаһаң да, ныҡлы ғына фекергә килеп булмай – әллә шул убыр йонсота халыҡты, әллә инде ҡоторған эт йәки төлкө кеүек хайуандар үҙенең тамағын ҡайғыртып йөрөй. Тик шулай ҙа беҙ “утһыҙ төтөн сыҡмай” тигән фекерҙәбеҙ һәм малығыҙға шундай серле йән эйәләре ташланған осраҡтарҙа боҫоп ҡалмаҫҡа, беҙгә шылтыратырға, фотоға төшөрөп өлгөрөргә тырышырға кәңәш итәбеҙ.
Чупакабра көҙөн Дыуан районындағы бер ауылда йәшәүсе хужаның 67 йорт ҡуянын һәм 24 тауығын тамаҡлап сыҡҡан, тигән мәғлүмәт бар. Был серле йән эйәһе һарай ишеген нисектер асып инеп, шундағы тауыҡ һәм ҡуяндарҙы ҡанға батырған. Береһен генә лә ашамаған үҙе, йолҡҡослап ҡына сыҡҡан тиҙәр.
Хужа билдәләүенсә, һарай ишеге бикле булған, төлкө, бүре һәм башҡа хайуандар­ҙың уны бер нисек тә аса алмауы аңлашыла. Йорт ҡуяндарына барып етеү өсөн тимерсыбыҡтарҙы ла өҙөргә тура килгән билдәһеҙ был затҡа. Көсөнә хайран ҡалырһың. Тәү ҡарашта һарайға берәй бур инеп сыҡҡандыр кеүек тойола. Ләкин бер генә мал да юғалмағанлыҡтан, был фараз юҡҡа сыға. Һәм тағы ла шуныһы: кеше нимә тип ҡош-ҡортто, ҡуяндарҙы йолҡҡослап ырғытһын инде, бының ни мәғәнәһе бар?
Хужалар был йән эйәһенең эҙҙәрен төлкөнөкөнә лә, бурһыҡтыҡына ла, бүренекенә лә оҡшатмай. Кешеләр араһында чупакабранан ҡурҡыу бар, халыҡ уны билдәһеҙ бер убыр зат тип һанай һәм нисек тә булһа юҡ итеү сараһын табырға тырыша.
Шулай уҡ яңыраҡ ҡына ҡан эскес Хәйбулла районының Ураҙбай ауылында ла күренгән, тип хәбәр иттеләр.
Ошондай хәбәрҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн төрлө белгестәрҙең дә фекерен өй­рәнеү мотлаҡ. Ғәҙел булһын өсөн шуны билдәләп үтергә кәрәк: һунар инспекторҙары чупакабраға бөтөнләй ышанмай. Улар фекеренсә, ваҡ малдарға һәм ҡош-ҡортҡа ҡыра­ғай эттәр һөжүм итә. Хужаһыҙ берәҙәк эттәр ҡырағай хәленә төшә, әммә улар үҙҙәрен урманда, тәбиғәт шарттарында туйҙыра алмай. Шуға ла ҡоторған кеүек ауылдарға һөжүм итәләр ҙә инде. Хәҙер эттәргә, бесәй­ҙәргә ҡарата яҡшы мөғәмәлә талап итеп лаф ороусылар күп, ләкин шул йән эйәләрен даими ашатып тороусылар ғына һирәк. Гуманлы ҡараш арҡаһында берәҙәк эттәр шул тиклем күбәйгән. Өҫтәүенә, улар ас. Аслыҡтан тимерсыбыҡтарҙы түгел, йыуан-йыуан тимер рәшәткәләрҙе лә һындырып ырғыта алалар. Ә ҡош-ҡортто, ваҡ малдарҙы үлтергәндән һуң ашамайынса ҡалдырып китеүҙәре кемдеңдер уларҙы ҡурҡытыуына ғына бәйле. Ә инде бер үк ваҡытта әллә нисәмә йән эйәһен ботарлап ташлауын аслыҡтан йонсоған эттәрҙең запас йыйырға маташыуы тип аңлаталар.
Ысынлап та, утһыҙ төтөн сыҡмай. Убыр тураһында бик йыш ишетергә тура килә, моғайын, бында ниндәйҙер сер барҙыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға