31.01.2014 МӘСКӘҮ УНЫҢ КҮҘ ЙӘШТӘРЕН КҮРМӘГӘН
Хужалыҡ эштәре буйынса Өфөгә йыш барырға тура килә. Ундағы дуҫтарым күргән һайын: ”Баш ҡала һинең өсөн күрше ауыл һымаҡ”, – тип шаярта. Хәйер, хәҙер бөтә донъяны интернет селтәре солғап алған заманда Өфө генә түгел, Мәскәү ҙә, башҡа ҡалалар ҙа, хатта сит илдәр ҙә күпкә яҡынлашты. Ана, беҙҙең яҡташтар бөгөн ҡайҙа ғына йәшәмәй ҙә, ҡайҙа ғына эшләмәй. Шуларҙың береһе – Стәрлебаш ҡыҙы Гөлсинә Батыршина. Ҡасандыр беҙ уның менән Стәрлелә танышҡайныҡ. Һәр яҡлап талантлы замандашыбыҙ хаҡында “Йәшлек” гәзитендә мәҡәләм дә донъя күргәйне. Әлеге ваҡытта Гөлсинә Алтынтимер ҡыҙы гөрләтеп баш ҡалала донъя көтә һәм ижад итә.
– Гөлсинә, һинең Башҡортостандан киткәнеңә лә байтаҡ ҡына ваҡыт үтте шикелле. Мәскәү күҙ йәштәрен яратмай, тиҙәр, баш ҡала һине нисек ҡаршы алды?
– Ысынлап та, ваҡыт аты туҡтамай, елдерә лә елдерә. Минең баш ҡалаға килеүемә лә хәҙер ун йыл булып киткән икән дә. Һин әйтмешләй, Мәскәүҙә күҙ йәше түгеүҙән файҙа юҡ. Бында һинең һығылып ултырыуың берәүгә лә кәрәкмәй.
Мине тормош бер ҡасан да иркәләмәне. Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында күп балалы ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫтем. Ун йәштән, атай-әсәйемдән айырылып, интернатта уҡырға тура килде. Интернатта тәрбиәләнгән кеше булараҡ, ундағы ҡыйынлыҡтарҙы үҙең дә беләһең инде. Шунлыҡтан быныһына туҡталып тормайым.
Унынсы синыфты тамамлағас, бер нисә тапҡыр Өфө дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына уҡырға инеп ҡараһам да, булдыра алманым. Ошо уңышһыҙлығым сәмемә тейҙе – 1984 йылда Ҡарағанда дәүләт педагогия институтына барып, күптәнге хыялым булған шундай уҡ факультетта уҡый башланым.
Ситтә уҡыуы еңел түгел. Шуға күрә лә икмәк-тоҙлоҡ аҡса табыу өсөн, уҡыу менән бер рәттән, биш йыл буйы эшләнем.
Студент йылдарында уҡ картиналар яҙыу менән етди шөғөлләнә башлағайным. Уларҙы тәүге тапҡыр шул Ҡарағандала күргәҙмәгә ҡуйҙым.
Гәзит уҡыусыларының хәтерендәлер әле, тап уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында илдә ҙур болғаныштар башланды. Ҡаҙаҡ йәштәре был йәһәттән айырыуса етдилек күрһәтте. Беҙ, ситтән килеп уҡыған студенттар ҙа, ошо тулҡынға ҡушылып киттек. Шунда характерым, рухым нығынғандыр. Юҡҡа ғына бер шулай Стәрлегә килгәнендә билдәле шағир Ирек ағай Кинйәбулатов: “Гөлсинә, һиндә шул тиклем рух ныҡлығы бар, нигеҙе ҡайҙан уның?” – тип һорамағандыр. Көлөп: “Ҡаҙаҡ далаларында нығынды ул рух ныҡлығы, ағай”, – тип әйткәнем хәтеремдә.
Баш ҡалала шундай әйтем бар: тәүге биш йылда Мәскәү өсөн эшләйһең, һуңынан ул һиңә эшләйәсәк. Тәүге йылдарҙа ныҡ ҡыйын ине, һығылып төшөргә етер саҡтарым да булды.
Килгәс тә реклама ролигы төшөрөүҙә ҡатнаштым. Ҡулыма бер көнлөк эш хаҡы алғас, баҙап ҡалдым. Стәрлетамаҡта ундай аҡсаны ай буйы эшләп тә күргәнем юҡ ине.
Ҡапҡан һайын ҡалъя ла булып тормай. Һине уратып алған сит кешеләр араһында, ҙур мегаполиста үҙеңде океан уртаһына ырғытылған юнысҡы һымаҡ тояһың. Иртәгәһе көнөң, балаларыңдың һаулығы, ғүмере өсөн борсолоуҙарҙың береһе лә эҙһеҙ үтмәй. Шулай ҙа миңә бәхет йылмайҙы. Муса Йәлил исемендәге татар мәктәбенә эшкә урынлаштым. Бында уҡыу йортоноң тынғыһыҙ директоры Лемма Исхаҡ ҡыҙы Ғирфанова бер-береһен аңлаған татыу, эшсән коллектив туплай алған. Директорыбыҙҙың тырышлығы менән беҙҙең уҡыусылар йыл һайын йәйге каникулда бушлай диңгеҙҙә ял итә, төрлө ял-һауыҡтырыу үҙәктәрендә сәләмәтлектәрен нығыта. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең Стәрлелә ун алты йылдан ашыу мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, балаларыма диңгеҙгә түгел, хатта ҡала янындағы ял лагерына бер тапҡыр ҙа путевка ала алманым.
Беләһеңме, быларҙы һиңә ни өсөн ентекләп һөйләйем? Хәҙер бит республикабыҙҙан ситкә китеүселәр бик күп. Кемдер уҡырға юллана, икенселәр яҡшы тормош эҙләп, йә Себергә, йә Мәскәүгә, йә Питерға сығып олаға. Бына шундай кешеләр уҡыһын да, уйланһын. Бына бит, ябай ғына башҡорт ҡатыны Гөлсинә ике ҡыҙын алып баш ҡалаға китһә лә, юғалып ҡалмаған, үҙ урынын тапҡан, тиһендәр.
Тәүге мәлдәрҙә торлаҡ менән дә ҙур ғына проблема сығып торҙо. Хәҙер, иншалла, барлыҡ ҡыйынлыҡтар ҙа ҡурҡыныс төш һымаҡ артта ҡалды. Ныҡлы итеп әйтә алам, Мәскәү минең күҙ йәштәремде күрмәне.
– Дуҫым Азамат Юлдашбаев, Салауат ҡалаһында студенттар менән осрашҡанда, барыбыҙға ла билдәле бер мәҡәлде күҙ уңында тотоп, үҙ республикабыҙҙа олтан булып йөрөгәнсе, сит илдә солтан булғаның хәйерлерәк, тигән фекер әйткәйне. Һин быға нисек ҡарайһың?
– Азаматтың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Ысынлап та, күптәр үҙ республикабыҙҙа эш, йәшәү урыны таба алмай ыҙалана. Тағы бер нәмә күңелде ҡыра – һәләтле шәхестәрҙе табаһы, уларҙы күтәрәһе, һәр яҡлап үҫтерәһе урынға, батырырға тырышыусылар ҙа табылып тора. Әгәр ҙә артыңдан этәреп барыусы “йөнтәҫ ҡуллы” ағайың булмаһа, карьера баҫҡысынан күтәрелеүе, ай-һай, ауыр. Хатта, күтәрелгән осраҡта ла, берәй сәбәп табып, төшөрөргә генә торалар.
Хәҙерге заманда хатта океан аръяғына китеп тә үҙ урынын тапҡан милләттәштәребеҙ бар. Барыһы ла кешенең үҙенән тора. Маҡсатына ынтылыусан, ныҡыш, уңған икән, ниңә сит илдә солтан булмаҫҡа?
Бына ун йыл инде Мәскәүҙә башҡорт киностудияһы асыу теләге менән янып йәшәйем. Был, бәлки, утопиялыр, мәгәр шундай хыялым бар. Тағы бер уйым – башҡорт фольклор ансамбле ойоштороу. Был йүнәлештә башлаған эштәрем дә бар.
– Сыңғыҙ Айытматовтың "Аҡ пароход" исемле әҫәрендәге малай үҙенең хыялындағы бала саҡ донъяһын ҡорғанда, таштарҙы йәнле итеп күҙ алдына килтереп, аҡыллыларға һәм ахмаҡтарға бүлә. Һинең юлыңда ла яҙмышыңа ниндәйҙер ыңғай һәм кире йоғонто яһаған аҡыллылар һәм ахмаҡтар осрағандыр бит.
– Эй, хыялый бала саҡ иле. Таштарға, болоттарға ҡарап, кешеләрҙе, ғөмүмән, донъяны яҡшы менән яманға бүлеп йөрөгән мәлдәремде мин дә һағынып иҫкә алам. Хәҙер генә, нисәмә йыл үткәс, таштарҙың аҡ һәм ҡаранан ғына тормағанын яҡшы аңлайым. Был осраҡта әҙәм балаларын күҙ уңында тотам. Кешеләр, улар араһындағы мөнәсәбәттәр күпкә ҡатмарлыраҡ. Улар аҡ һәм ҡара төҫтәрҙән генә тормай, күпкә байыраҡ, сағыуыраҡ. Төҫһөҙҙәре лә бихисап, әлбиттә. Ләкин мин яҙмышыма рәхмәтлемен. Уҡытыусыларым араһында изге күңелле кешеләр ҙә күп булды, аяҡ салырға тырышҡандар ҙа етерлек ине. Мәгәр һуңғыларын хәтеремдән юйып ташларға тырышам.
Бөйөк рәссамыбыҙ Әхмәт ағай Лотфуллинды, ғалим Зиннур ағай Ураҡсинды, баҡыйлыҡҡа үтә иртәрәк китеп барған шағир Вил Ғүмәровты һәр ваҡыт һағынып иҫкә алам. Улар бөгөнгө Гөлсинәне “ҡойған” шәхестәр.
Шулай уҡ йөрәгемдә шағир Ғәлим Дәүләдигә, драматург Хәмит Ирғәлинға, режиссер Сәриә Суринаға, журналист Фаяз Йомағужинға, дуҫтарым һәм серҙәштәрем Рима Хәйбуллинаға, Рәшиҙә Ғиззәтуллинаға, Тәнзилә Байғотлинаға, Сәйфулла Назарбаевҡа һәр ваҡыт һөйөү уты һаҡлана.
Уларҙы гел хәтерләйем, һоҡланып, Мәскәүҙәге дуҫтарыма һөйләйем.
– Мәскәүҙәге дуҫтарым тигәндән, бында һинең өсөн билдәле шәхестәр менән аралашырға ла мөмкинлек барҙыр. Улар юғарыраҡ бейеклектәргә үрләү өсөн “ҡапҡа ла” булғандарҙыр, моғайын?
– Әлбиттә, Мәскәү ижади йәһәттән үҫеү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Бында әлеге һин әйткән билдәле шәхестәр менән аралашырға, уларҙың араһына инеп китергә лә була. Бында килгән тәүге йылдарҙа Максим Горький исемендәге киностудияла рәссам булып эшләнем. Кино сәнғәтен яратыусылар араһында популярлыҡ яулаған “Живой”, “Капитанские дочки”, “Адвокат” сериалдарын биҙәүҙә ҡатнаштым. Шулай булғас, әлбиттә, билдәле шәхестәр, экран “йондоҙҙары” донъяһына инеп китеү минең өсөн ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ ине. Ләкин үҙ алдыма ундай маҡсат ҡуйғаным булманы. Хәҙергесә итеп әйткәндә, бомонд минең өсөн ят. Тәбиғәтем шулай, күрәһең. Хәйер, ҡабатлап әйтәм, ундай мөмкинлектәрем бар ине.
– Уларҙың һинең ижадыңа ҡарашы нисек? Ғөмүмән, илебеҙ баш ҡалаһының юғары даирәләрендә ҡайнаған зыялылар башҡорт ҡыҙы Гөлсинәнең ижадын нисек ҡабул итте?
– Ижадымды беләләр, хөрмәт менән ҡарайҙар. 2002 йылда, Әхмәт ағай Лотфуллиндың фатихаһы менән “Урал” галереяһында шәхси күргәҙмәмде ойошторғайным. Унан алда Стәрлетамаҡта ла шундай уҡ ҙур күргәҙмәм булды. Башҡортостан Рәссамдар союзына ағза булып инеү өсөн былар ғына аҙ булып сыҡты һәм тағы ла бер күргәҙмәлек картиналар серияһы яҙҙым. Ә Мәскәүҙә, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы булыу өсөн ҡасандыр “Урал”ға ҡуйған биш-алты эшемде күрһәтеү ҙә етте. Мәскәүҙең 19 билдәле рәссамынан торған комиссия ағзаларына бигерәк тә “Әсә” картинаһы оҡшаны. Был эшемде ваҡытында Әхмәт ағай ҙа юғары баһалағайны.
– Бер йылы Стәрлелә ҙур ғына шәхси күргәҙмәңде ойошторғаның әле булһа хәтеремдә. Уны халыҡ бик йылы ҡабул иткәйне. Мәскәүҙә бындай күргәҙмәләр ойоштороу өсөн мөмкинлектәр бармы? Үҙебеҙҙең Башҡортостан халҡы һинең ижад емештәреңде ҡасан күрә алыр икән?
– Шәп сара булғайны шул! Һин “Йәшлек”тә шундай йылы мәҡәлә яҙып сығарҙың. Исеме ниндәй бит әле – “Стәрлелә йондоҙ балҡыны!”
Күргәҙмә тураһында белгестәр ҙә, тәнҡитселәр ҙә бик күп матур һүҙҙәр әйткәйне. Мин инде эстән генә, юҡҡа күккә күтәрәләр, күңел булһын өсөн генә маҡтайҙарҙыр, тип йөрөнөм. Шул беҙҙәге тыйнаҡлыҡ, сабырлыҡтыр инде ул.
Әле бында шәхси күргәҙмәмде асыу буйынса эшләйем. Күргәҙмә тигәс тә, ул бик ҡатмарлы ла, яуаплы ла сара. Шулай булғас, барыһын да ныҡлап әҙерләргә кәрәк. Мин бында Гөлсинә Батыршина булараҡ түгел, ә тәү сиратта Башҡортостан вәкиле булараҡ сығыш яһаясаҡмын. Шуға күрә тулҡынланам да.
– Тыуған яҡтарҙа йыш булырға тура киләлер. Яҡташтарың, ҡасандыр бергә эшләгән хеҙмәттәштәрең, туғандарың менән аралашып-хәбәрләшеп тораһыңдыр, шикләнмәйем. Шулай ҙа, мөмкинлектән файҙаланып, Башҡортостан халҡына нимә әйтер инең?
– Яҡташтарыма, Башҡортостан халҡына ҡайнар сәләм күндерәм. Иҫәнлектә, сәләмәтлектә, барлыҡта, муллыҡта йәшәһендәр. Стәрлебаштарға, ауылдаштарыма ла сәләм. Бигерәк тә картиналарыма район мәҙәниәт йортонда урын тапҡан етәкселәргә рәхмәтлемен.
“Йәшлек”тең штаттан тыш хәбәрсеһе
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ әңгәмәләште.
Мәскәү ҡалаһы.