«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ә беҙҙең ауылда...



28.01.2014 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала үҙҙәрен ҡыуандырған яңылыҡтар, изге теләктәре менән Күгәрсен, Краснокама райондарында, Сибай ҡалаһында йәшәүселәр уртаҡлашты.
Ә һеҙҙең ауылда ниндәй хәлдәр, башҡаларға ла еткерерҙәй ваҡиғалар бар? Дежур телефонға (89659232000) шылтыратып, хәбәр итегеҙ.
Гөлшат ВӘЛИЕВА, Күгәрсен районының Мораҡ ауылы:
— Мораҡта Башҡортостан табибы, Советтар Союзы Геройы Филипп Кургаев иҫтәлегенә райондың һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәр­ҙәре араһында саңғы ярышы үтте. Күҙ асҡыһыҙ һыуыҡ буран булыу­ға ҡарамаҫтан, аҡ халаттарын сисеп, өҫтәренә спорт костюмы кейгән һаулыҡ һаҡсыларының кәйефе күтәренке ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан төрлө йәш категорияларында беренсе урынды үҙәк район дауаханаһынан Ләйсән Фазылова, Александровка ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Людмила Чепик, Мәҡсүт ауыл-табип амбулаторияһынан Рәмилә Дәминева яуланы. Артабан етеҙлектә ир-егеттәр көс һынашты. Үҙәк район дауаханаһынан Ринат Рәхимов, Йомағужа участка дауаханаһы водителе Рәмил Сарбулатов, Мөхтәр Мозафаровҡа етеүсе булманы. Үҙ өлгөһөндә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы хеҙмәткәр­ҙәр оло маҡтауға лайыҡ. Еңеүселәр Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Баш табип Ринат Ибраһимов уларҙың республика кимәлендә 8 мартта баш ҡалала үтәсәк саңғы ярыштарында ҡатнашасағын әйтеп үтте, хеҙмәттә һәм спортта һынатмаған коллегаларына киләсәктә уңыштар теләне. Беҙ ҙә аҡ халатлы спорт һөйөүселәребеҙгә яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ, бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә!

Рәмғол СӘРҮӘРОВ, Краснокама районының Яңы Йәнйегет ауыл биләмәһе башлығы:
– Беҙҙең районда Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы үтте. Ауыл биләмәләре араһында “Ауылым һуҡмаҡтары” тип аталған район фестиваль-конкурсы старт алды. Яңы Йәнйегет ауыл биләмәһе бәйгелә тәүгеләр­ҙән булып сығыш яһаны. Таланттарыбыҙ театрлаштырылған концерт әҙерләне, ул данлыҡлы яҡташтарыбыҙ Ғамир Насрый, Филүс Гәрәевҡа арналды. Халыҡ бик теләп ҡатнашты, һәр һәүәҫкәр сәхнәлә йондоҙ булып балҡыны. Берәүҙәр моңло йырҙары, икенселәр дәртле бейеүҙәре, өсөнсөләр үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары менән алдыр­ҙы. Фестивалдең киләсәктә бик күп һәүәҫкәрҙе асыҡларына, халыҡтың рухи күтәрелешенә, мәҙәни үҫешкә килтерәсәгенә шик юҡ.

Алһыу АҠБУЛАТОВА, Сибай башҡорт драма театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе:
– Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының өс ижади төркөмө ғинуарҙың 18-нән 31-нә тиклем республикабыҙҙың төрлө тарафтарына гастролгә юлланды. Учалыларға театр коллективы С. Әбүзәрҙең “Ғүмерлек ғазап” исемле мелодрамаһын күрһәтә. Әбйәлил халҡы ошо көндәрҙә Ә. Яхинаның “Йән һөйгәнем – һин генә” исемле комедияһын ҡарап кинәнә. Әҫәр ябай ғына сюжетҡа ҡоролһа ла, тамаша ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Миәкә һәм Ишембай тамашасыларына коллективтың бер төркөмө Эсфир Йәһүҙиндың “Әллә өйләнергә инде?..” тигән комедияһын тәҡдим итә.
Үрҙә һанап үтелгән спектаклдәрҙең режиссеры – театрҙың художество етәксеһе, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов. Әбйәлилдәр, учалылар, миәкәләр һәм ишембайҙар! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының ғинуар аҙағына тиклем күрһәтеләсәк спектаклдәренә рәхим итегеҙ! Сәнғәт кешеләре менән осрашыу һеҙгә күтәренке кәйеф, йәшәүгә дәрт-дарман килтерһен!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға