«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Уңайлыҡтарға тағы бер аҙым



28.01.2014 Уңайлыҡтарға тағы бер аҙым

Бишҡурай ауылы халҡы модель китапхана асылыуына сикһеҙ ҡыуанды
Илеш – моңло, нурлы, сәнғәт яратҡан район. Был төбәк кешеләре менән һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ, уларҙан үрнәк алырлыҡ. Миҫал итеп Бишҡурай ауылын ғына алайыҡ. Унда инеү менән клуб бинаһы шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуған яғы булғанлыҡтан, уның 90 йыллығына ҡарата ҡупшы итеп, барлыҡ уңайлыҡтар менән ремонтланған ул.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә, ауыл халҡы ла һынатмай. Әленән-әле төрлө саралар, кисәләр үтеүе, түңәрәктәр, коллективтар эшләп килеүе быға асыҡ миҫал.
2008 йылда, белеүебеҙсә, БР Президенты “БР мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында” Указ ҡабул иткәйне. Бишҡурай ауыл китапханаһы етәксеһе Рәфилә Ғәлимханова яҡташыбыҙ, легендар осоусы Муса Гәрәевтың тормошона арналған “Тере иҫтәлек – мәңгелек” тип аталған проектын тәҡдим итеп, грант эйәһе булды. Проекттың төп маҡсаты – яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында йәш быуынға еткереү, уларҙы патриотик рухта тәрбиәләү.
Ауылыбыҙҙа мәҙәни тормоштоң ҡайнап тороуынан сығып, райо­нда беренсе булып модель китапхана асылды. Был беҙҙең ауыл халҡы өсөн ҙур уңыш. Сөнки ул бындағы китаптар менән генә сикләнеү түгел, ә барлыҡ китапханалар менән интернет аша бәйләнештә булыу мөмкинлеге бирә.
Модель китапхананың асылыуы күңелле сараға әйләнде. Барлыҡ ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыу, ал таҫманы ҡырҡыу, балаларҙы ылыҡтырыу маҡсатында “Кескәйҙәр мөйөшө” менән таныштырыу – ауыл халҡына барыһы ла оҡшаны. Китапханала эшләп килгән “Тирмәкәй” балалар клубы ла ситтә ҡалманы (етәксеһе Нәжибә Ҡадирова). Бишҡурай мәҙәниәт йортоноң “Аҡ яулыҡ” фольклор коллективы, уҡытыусыларҙың вокал төркөмө, балалар бейеү ансамбленең сығыштары тантанаға айырыуса йәм өҫтәне. Кисәне Рәмзилә Хәдимуллина күңелле итеп алып барҙы. Ауылдың йәше лә, ҡарты ла ҙур теләк менән ҡатнашты. Ғөмүмән, һәммәһенең лә уңайлыҡтарға тағы ла бер аҙым яһалыуынан бик ҡәнәғәт булыуы күренеп тора ине.
Модель китапхана асыуға булышлыҡ иткәне өсөн район һәм ауыл етәкселәренә, тантаналы кисәне матур итеп ойошторғаны өсөн Рәфилә Ғәлимханова менән Гөлнара Бикмөхәмәтоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Нәзилә ХӘБИБУЛЛИНА,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға