«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Башҡорт журналистикаһы ни хәлдә?



24.01.2014 Башҡорт журналистикаһы ни хәлдә?

Журналистика – рухи тормошобоҙҙоң бер тармағы ғына. «Йәшлек» гәзите ойоштор­ған сираттағы «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар «Бөгөнгө башҡорт журналис­тикаһын нисек баһалар инегеҙ?», «Ни өсөн баҫма матбуғатҡа йәш белгестәр килмәй?» тигән һорауҙарға яуап эҙләне. Осрашыуға тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, профессор Фәнил Күзбәков, Башҡортостан журна­лис­тикаһына хеҙмәт итеүсе күренекле шәхес, БР Журналистар союзы сәркәтибе Фәнил Ҡоҙаҡаев, «Башҡортостан» республика гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, филология фәндәре кандидаты, БДУ уҡытыусыһы Нәйлә Әхмәтйәнова, «Баш­ҡортос­тан» ТВ студияһының баш мөхәррире Гүзәл Хәсәнова, Ҡырмыҫҡалы райо­нының редакция-нәшриәт комплексы етәксеһе Эльза Саттарова килде. Һөйләшеүҙе «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәү­ләтбәков алып барҙы.
Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ: – Милли журналистика кадрҙар ҡытлығы кисерә, редакцияларҙа оҫта журналистар етешмәй. Был нилектән һәм бөгөн факультетта йәш кадр­ҙар әҙерләү эше ниндәй системаға ҡоролған, нисегерәк тора?
Нәйлә ӘХМӘТ­ЙӘНОВА: – Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеген һайларға теләүселәр хәҙер бик һирәк. Күптән түгел профориентация буйынса республиканың төрлө райондарында командировкала булып ҡайттым. Уҡытыусыларҙың күбеһе, балаларҙы филология факультетына барыуҙан кире күндерергә тырышабыҙ, ти. Сөнки тап был һөнәр эйәләренә эшһеҙ йөрөү, ҡыҫҡартыуға эләгеү, бәләкәй хеҙмәт хаҡы хас. Ә балалар осрашыуҙарҙа бик әүҙем ҡатнашты, һәр мәктәптә тиерлек әүҙем яҙышҡан бала бар. Улар ҙа, тәү сиратта, журналист ҡайҙа эшләй ала, хеҙмәт хаҡының күләме күпме, тигәнерәк һорауҙар бирә. Йыл һайын беҙҙең кафедра биш тиҫтә самаһы белгес уҡытып сығара. Былтыр бүлеккә 154 абитуриент дәғүә итте, ә ни бары 15 федераль бюджет урыны бүленде, ҡал­ғандары коммерция бүлегенә инергә мәжбүр булды. Түләп уҡыу мөмкинлеген файҙаланыусы студенттар «бюджетсылар»ға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк.
Былтыр тамамлаған курс хаҡында һөйләп үтергә теләйем – мин уларҙың кураторы булдым. Башҡорт бүлеген 16 кеше тамамлаһа, рус бүлеген – 21 кеше. Улар менән тәүге курс­тан уҡ ныҡлап эшләнем, студенттарҙың редакциялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен талап иттем. Гәзит эшен яҡшы белһендәр тигән маҡсатта, үҙ аҡсама «На острие пера» тигән гәзит ойошторҙом. Берәү яҙҙы, икенсеһе дизайн менән шөғөлләнде, өсөнсөһө версткаланы. Тырышлыҡ үҙен аҡланы, бөгөн был курстан 37 кешенең тик икәүһе бөтөнләй эшкә урынлашмаған, улар, беҙ күберәк аҡсалы эш эҙләйбеҙ, тине. Ә башҡалар республика баҫмаларында, телевидениела уңыш­лы эшләй, хатта Мәскәүҙә, төрлө төбәк редакцияларында тир түгеүселәр бар.
Фәнил ҠОҘАҠАЕВ: – Был яҡшы күрһәткес, әлбиттә. Минең хәтеремдә 2008 йылғы исемлек ҡалған, ул йылда 35 кеше журналистика бүлеген тамамлаған, тик 8-е генә һөнәре буйынса эшкә урынлаша алғайны. Әйткәндәй, районға эшкә барыусылар бик аҙ.
Н. Ә.: – Кафедра эшен юлға һалыу буйынса тәҡдимдәр­ҙе тыңларға әҙербеҙ. Студенттың беҙҙән сығып, һеҙгә барып етмәүенең сәбәптәрен асыҡларға ваҡыт.
А. Д.: – Бөгөн баш­ҡорт милли журналистикаһы үҙ халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек дәрәжәлә тип уйлай­һығыҙмы?
Азамат ЮЛДАШБАЕВ: – Бөгөнгө башҡорт журналистикаһы көн һайын үҙгәреп торған талаптарға оператив рәүештә яуап бирә ала. Шулай ҙа егерме йыл мөстәҡиллек осоронда яңы журналистар исеме менән тарихыбыҙҙы байытманыҡ. Үҙаллылыҡ яулау осоронда сығыш яһаусы Ризван Хажиев, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Сәлимйән Бәҙретдинов, Зәйтүнә Ханова кеүек фекер йөрөтөүсе журналистар бөгөн юҡ. Башҡорт публицистикаһы ла юҡҡа сыҡты, парадокс, әммә, һүҙ иреклеге, бик күп баҫма майҙансыҡ барлыҡҡа килгәндә конкуренция ла барлыҡҡа килергә, ә бәйге яңы исемдәр тыуҙырырға тейеш ине. Заман һынылышы йылдарында майҙанға килгән Мөнир Ҡунафин, Дамир Шәрәфетди­нов, Артур Дәүләтбәков, Таһир Ишкинин, З.Әйле һәм башҡалар, тора-бара, төрлө вазифаларға күсеү арҡаһында әүҙем журналистиканан китте һәм беҙ ҡытлыҡ кисерәбеҙ.
Ни өсөн бөгөн университет тамамлап, эшкә килгән белгесте өр-яңынан өйрәтеп, әҙерләп алырға кәрәк? Бәлки, уҡыу йортоноң эш тәжрибәһен үҙгәртергәлер? Һәр студентты берәй баҫмаға беркетеп ҡуйыу мотлаҡ, сөнки беренсе курстан алып улар редакцияның «аш-һыу бүлмәһе»н белергә тейеш. Бөгөн, йәшәйештең һәр өлкәһенә баҙар мөнәсәбәттәре үтеп ингән заманда баҙарға затлы тауар сығарыу төп талап. Был беҙҙең дөйөм бәлә, уны танырға кәрәк.
Фәнил Күзбәков: – Журналистар әҙерләү буйынса хеҙмәт яйға һалынһын тиһәк, комплекслы эш алып барырға кәрәк. Мәк­тәптән үк профориентация башларға, берәй мәк­тәптә, мәҫә­лән, Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһында махсус ижади класс асыр­ға мөмкин. Артабан журналистарҙы әҙерләүгә ныҡлы нигеҙ буласаҡ. Мәс­кәүҙән беҙгә ни бары 15 кешегә бюджет урыны бирелде, ә ниңә беҙҙең республика хөкүмәте, үҙе аҡса түләп, журналис­тарҙы күберәк әҙерләү менән ҡыҙыҡһынмай? Мохтажлыҡ бар икән, улар үҙҙәре бының менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Район журналис­тарын әҙерләүгә килгәндә, беҙҙә «районка»ла эшләргә теләгән студенттар ҙа бар, тик уларҙы бәләкәй хеҙмәт хаҡы өркөтә, ахыры. Был, ысынлап та, бәлә – яҡшы уҡыған, бына тигән йәш белгесте сығарып ебәрербеҙ ҙә, тик ул һеҙгә эш һорап килеп, бәләкәй хеҙмәт хаҡына риза булмайынса китә. Был беҙҙең хеҙмәт юҡҡа сыҡты, һеҙ ҙә журналис­һыҙ ҡалдығыҙ, тигән һүҙ. Тағы ла йәштәр баҫма матбуғатҡа ҡарағанда радио-телевидениены хуп күрә. Сөнки элек-электән унда эш хаҡы юғарыраҡ булды.
Уҡытыусыларға ҡоролтай, Журналистар союзы, редакциялар менән бергә эшләргә, студенттар менән бәйләнеште өҙмәҫкә, һәр практиканан һуң конференция уҙғарырға кәрәк, кем ниндәй жанрҙа, ниндәй өлкәлә эшләргә һәләтле булыуын асыҡларға кәрәк.
Ниязбай СӘЛИМОВ: – Мин 25 йыл элек булған ваҡиға­лар­ҙы иҫкә төшөрөп ултырам. Ул ваҡытта гәзиттәр барыһы ла дубляж тиерлек булды, бөгөн шул дәүерҙе иҫкә төшөрөп ҡараһаҡ, хәлебеҙ Аллаға шөкөр. Шуға күрә лә мин Азамат Рәмил улының, бөгөн башҡорт публицистикаһы юҡ, тигән фекере менән ризалашмайым. Мәҫәлән, «Башҡортостан» гәзите генә йыл дауа­мында «Ҡәләмгир» конкурсын алып барҙы, бәйге лауреаттары премияға лайыҡ булды. Әгәр ҙә башҡорт публицистикаһы юҡ икән, был конкурс еңеүселәрен кем тип атар­ға? Етешһеҙлектәрҙе тик БДУ-ға һылтамайыҡ, барыһы ла ғаиләнән килә. Ата-әсәһе гәзит-журнал алдырмаған бала матбуғатты белмәй һәм уҡымай. Мәктәптә уҡытыусылар гәзит-журнал тотоп дәрестәр уҙғармай. Һәм тап ошо балалар яңылышлыҡ менән журналистика бүлегенә килеп эләгә – йәнәһе, был һөнәр оҡшай, йә танышлыҡ арҡаһында уҡырға инә. Зачет-имтихан етһә, хәйерсе урынына редакциялар буйлап йөрөй­ҙәр, характеристика һорайҙар. Йыл буйына бер мәҡәлә килтермәгән студентҡа кем характеристика яҙһын инде?
Хеҙмәттәшлек булмайынса, белгестәр етешмәйәсәк, тигән фекерҙәмен. Хөрмәтле коллегалар, осрашыуҙар үткәреп, студент­тар­ҙы үҙебеҙгә саҡырып, матур итеп әңгәмә уҙғарып, эштең асылын аңлатыу, уларҙы тәрбиәләп алыу – беҙҙең бурыс. Минең киләсәктә БДУ менән БДПУ студенттары көсө менән гәзиттең ҡушымтаһын сығарыу уйы юҡ түгел.
Бөгөн ни өсөн журналистың абруйы юҡ? Ниңә улар аҙ ғына хеҙмәт хаҡына риза булып йәшәргә мәжбүр? Уның профессиональ кимәлдә яҙыу хаҡында уйы юҡ, ә балаһына нимә ашатырға тигән проблема башынан сыҡмай. Матбуғатты финанслау 20 процент­ҡа, гонорар фонды 50 процентҡа кәмене, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, ошо шарттарҙа йәш белгестәр гәзит-журналдарға килмәйәсәк. Телевидениеға барырҙар, күптәр экранға эләгеп ҡалырға тырыша һәм унда, дөрөҫ, грамоталы итеп яҙа белеү бигүк кәрәкмәй. Ә бына гәзитсегә ныҡ оҫта булыу талап ителә, һөйләмдәрен матур итеп төҙөй, яҙа белмәһә, эшләй алмай.
Журналистар уҡытыуға квотаны арттырыу буйынса, ижад лабораторияһы тураһында һүҙ алып барыу, «Йәш хәбәрсе» түңәрәктәрен тергеҙергә кәрәк. Мәғариф министрлығына хат яҙыуҙы ойоштороу артыҡ булмаясаҡ. Милли мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат – өс таған, уларҙың береһе тая икән, милләттең юҡҡа сығыуына бер аҙым, тигән һүҙ.
Бөгөнгө һөйләшеү ошо килеш онотолмаһын. Журналистар союзы исеменән Хөкүмәткә йәки Президентҡа, бөгөнгө баҫма матбуғат проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һорап, хат яҙырға кәрәк. Журналистың социаль статусын күтәрмәйенсә, беҙгә бер кем дә килмәйәсәк.
Эльза САТТАРОВА: – Ысынлап та, шулай, район гәзиттәрендә эш хаҡы бөтөнләй аҙ. Район хәбәрсеһе ҡала гәзите хәбәрсеһе менән бер күләмдә эшләй, хатта яҡшыраҡ яҙыуы ла мөмкин, ә аҡсаны күпкә аҙ ала. Был уның кимәле түбән тигәнде аңлатамы ни, бындай тигеҙһеҙлекте юҡҡа сығарырға ине. Ни өсөн ҡәләм оҫталарына социаль яҡлау бөтөнләй юҡ? Ауыл еренә табиптарҙы миллион һум аҡса вәғәҙәләп саҡыралар, уҡытыусыларға гранттар бирәләр, быйыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә гранттар аласаҡ, был ҡыуаныслы күренеш. Ә беҙ, уларҙың тормошон яҡтыртып, йәмәғәт фекерен формалаштырып та, иғтибарҙан ситтә ҡалабыҙ. Ә журналист бар өлкәләрҙе яҡшы белергә, уҡыусыға ошо йүнәлештәге белгес кеүек асыҡ итеп яҙырға, аңлатырға, еткерергә тейеш. Кеше проблемаһын яҙабыҙ, хәл итергә тырышабыҙ, тик беҙҙе кем уйлаясаҡ һәм яҡлаясаҡ?! Беҙҙең район гәзитенә һуңғы йылдарҙа ике йәш белгес ҡайтты, уларҙың береһе эшләп йөрөй, ә икенсеһе, аҡса аҙ тип, кире Өфөгә юлланды.
Ф. Ҡ.: – Бында һәр кемдең фекере дөрөҫ. Был проблемалар 10, 20 һәм 30 йыл элек тә бар ине. Ҡайҙа ҡарама, бөтә нәмә юҡ – аҡса ла, тираж да, намыҫ та тигәндәй. Беҙгә ниндәй­ҙер конкрет эш алырға ла уға тотонор­ға кәрәк. Мәҫәлән, Фәнил Тимерйән улы, класс асырға тине, ә мин БДУ-ла төркөм ойошторорға тәҡдим итәм. Эксперимент формаһында, программа төҙөп, ошо махсус төркөмдә йөрөгән студенттар бөгөн үк килеп редакцияла ең һыҙғанып эшкә тотона алһын.
A. Д.: – Хәҙер юғары уҡыу йорттарына берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса ҡабул итәләр. Әммә был кешенең ижади һәләтен тейешенсә билдәләй аламы?
Ф. К.: – Хәҙер белем кимәле түбәнәйҙе, быға БДИ ғәйепле. Был – беҙҙең оло проблема. Студенттың ижади һәләтен тәүге курстан уҡ асып ҡалырға кәрәк, ул 5-се курсҡа еткәс, талап итеүҙән фәтүә юҡ. Тағы бер мөһим факт­ты онотмайыҡ – журналист яҙҙы икән ти, яҙылғандары баҫылып сыҡты икән ти, ә яуап итеп ниндәй эш башҡарыла һуң? Был мәҡәлә ниндәй һөҙөмтә бирә? Элек журналист командировкаға бара, уны райком секретары ҡаршы ала, күрһәтә, таныштыра. Бер аҙҙан мәҡәләлә баҫылып сыҡҡан тәнҡит шунда уҡ иғтибарға алына, етешһеҙлек юҡҡа сығарыла ине. Ә хәҙер күп етәкселәр дәғүәләргә, тәнҡит хаттарына хатта яуап бирмәй.
Н. Ә.: – Баҡсала ҡый үҫә, тип әйтеүҙән, ул юҡҡа сыҡмай. Бөгөнгө һөйләшеүҙән беҙ конструктив тәҡдимдәр көткәйнек. Улар булды, ҡыуаныс, тимәк, бушҡа йыйылманыҡ. Теория менән генә барып сыҡмай, практика ла кәрәк, тәү сиратта, редакция – студент күперен һалыуҙы традицияға әйләндерергә, үҙегеҙгә кәрәк белгестәрҙе йәшләй генә эләктереп алып, үҫтерергә, үҙегеҙҙең стилгә ҡорорға һ.б. мөмкинлектәр буласаҡ. Бөгөн бер-беребеҙгә ҡаршы аҙымдар яһаныҡ, хеҙмәттәшлегебеҙ киләсәктә нығынһын, уңышлы булһын.
А. Д.: – Эйе, был һөйләшеүҙең башы булды. Яҡын арала, «түңәрәк өҫтәл»дең һөҙөмтәһе итеп, республика етәкселегенә хат әҙерләйәсәкбеҙ. Унда журналистарға торлаҡ, ер мәсьәләләре, эш хаҡын арттырыу, йәш белгестәрҙе әҙерләү һанын күбәйтеү кеүек проблемалар күтәреләсәк. Бөгөн башҡорт милли журналистикаһы үҙ халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек дәрәжәлә булһын өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонайыҡ, коллегалар!
Лилиә ХӘЛИТОВА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға