«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Заман геройҙары ҡайҙа йәшәй?



17.01.2014 Заман геройҙары ҡайҙа йәшәй?

Заман геройҙары ҡайҙа йәшәй?«Республика Башкортостан» гәзите редакцияһы үҙенең «Йыл кешеһе» номинацияһы менән 13 кешене наградланы. Республика йортонда үткән бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Баҫма тарафынан юғары баһаға лайыҡ булыусылар, әлбиттә, ғәҙәти кешеләр түгел, ә үҙенең хеҙмәте, һәләте менән ҙур уңыштар ҡаҙан­ған кешеләр. Рөстәм Хәмитов та гәзит атаған исемдәр менән үҙенең фекеренең тура килеүен белдерҙе.
«Республика Башкортостан» гәзитенең «Йыл кешеһе – 2013» исеменә лайыҡ булыусылар иҫәбендә эшҡыуарлыҡ, сәнәғәт, төҙөлөш, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе вәкилдәре, шулай уҡ ҡотҡарыусылар һәм туғанының ата-әсәһеҙ ҡалған дүрт балаһын тәрбиәгә алған ҡатын.
Ентекләберәк туҡталғанда, бүләкләнеүселәр араһында үҙенең дөрөҫ эш йүнәлештәре өсөн «Востокнефтезаводмонтаж» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Хәлит Бик­мөхәмәтов, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәрен үҫтереүҙә яңыса алымдар ҡулланғаны өсөн «Пышка» тауар билдәһе хужабикәһе Рәсимә Мусина, тыуған төйәктә туризмды үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн Кинйә Арыҫланов исемендәге хәйриә фонды президенты Марс Юлба­рыҫов бар. Йәрмәкәй райо­нының Ҡыҙылъяр ауылынан хужабикә Фәйрүзә Солтанованы билдәләмәү мөмкин түгел, ул етем ҡалған балаларҙы тәрбиәләй.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Хановтың исеме лә баһаға осраҡлы эләкмәгән. Беҙгә яҡшы таныш ижадсы театр спектаклдәрен ҡуйыуҙа яңы алымдар эҙләүе өсөн «йыл кешеһе» исеменә лайыҡ булды.
Исемлектә тағы ла хеҙмәт кешеһенең һаулығын һаҡлау буйынса дәүләт системаһын булдырыу идеяһы өсөн «Пакер» фәнни-производство фирмаһы директоры Марат Ноғоманов, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ауырыу­ҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшкәртеү һәм индереү буйынса ярты быуат берләшкән тикшеренеү һөҙөмтәһе өсөн профессорҙар Наил Ға­тауллин, Һәүбән Хунафин һәм Владимир Плечевтар бар.
– 2014 йыл беҙгә күберәк яңы геройҙар асыр, тип ышанам. Республикабыҙ, ысынлап та, шәп, намыҫлы эшсәндәргә бай. Беҙгә бөгөн әүҙем, креатив һәм инициативалы кешеләр кәрәк, – тине тәбрикләү тантанаһында Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, республика башлығы йылдың еңелдән булмаясағын билдәләне. Һүҙ иң тәүҙә иҡтисади хәл тураһында бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға