17.01.2014 Ә беҙҙең ауылда...
Был аҙнала үҙҙәрен ҡыуандырған яңылыҡтар, изге теләктәре менән Салауат, Ишембай, Мәләүез райондарында йәшәүселәр уртаҡлашты.
Ә һеҙҙең ауылда ниндәй хәлдәр, башҡаларға ла еткерерҙәй ваҡиғалар бар? Редакцияға шылтыратып, хәбәр итегеҙ.
Миңдинур ШӘЙБӘКОВА, Салауат районының Ташауыл ауылынан:
– Рәсәй матбуғаты көнө – гәзит-журнал уҡыусылар өсөн дә иҫтәлекле көн. Шуға ла республикабыҙҙың барлыҡ журналистарын ҡотлағым килә. Бөгөн мәғлүмәт алыу сығанаҡтары күбәйгән ваҡытта ла беҙ үҙебеҙҙең электән яратып уҡыған баҫмаларға тоғро ҡалабыҙ, милли матбуғаттың көнитмеше, яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып торабыҙ. Бына яратҡан журналыбыҙ “Башҡортостан ҡыҙы”нда баш мөхәррир алмашына тигәс тә, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барҙыҡ, лайыҡлы ижадсы Гөлназ Ҡотоева тәғәйенләнгәс, ҡыуандыҡ.
Почтальонды көтөп алыу ғәҙәте лә һаҡлана. “Ленинсы”ны яҙҙырып уҡый торғайныҡ, хәҙер “Йәшлек”те һағынып көтәбеҙ. Халыҡҡа артабан да бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы яңылыҡтар еткереү өсөн арымай-талмай эшләүегеҙҙе, уңыштар теләйем.
Әминә МӘҺӘҘИЕВА, Ишембай районының Һайран ауыл хакимиәте башлығы:
– Беҙҙең районда яңы йыл алдынан ауыл биләмәләре араһында территорияларҙы байрамға биҙәү буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Беҙҙең хакимиәт “Ауылдарҙы иң яҡшы биҙәү” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды. Яңы Әптек ауылында йәше-ҡарты яратҡан стадион бар (дөйөм майҙаны ике мең квадрат метр самаһы), унда хоккей корты ла урынлашҡан. Беҙ ана шул катокты яңы йылға арналған ҡар-боҙ ҡаласығы итеп биҙәнек. Тау өйҙөк, шыршы ултырттыҡ һәм бәләкәй өй ҙә эшләп ҡуйҙыҡ. Бында һәр көн 200-ләп кеше йыйыла тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Беҙҙең ауыл биләмәһенә алты ауыл ҡарай. Халыҡтың күбеһе үҙ йорттарын, ихаталарын биҙәне. Ауылдар ысын ҡышҡы байрам төҫө алды. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне – беренсе урын яуланыҡ. Ул ғына түгел, халыҡҡа байрам кәйефе лә бүләк ителде бит.
Ғөмүмән, ауылдаштар әүҙем. Саңғы юлы ла буш тормай, спорт залдары ла. Ауыл хакимиәте командаһы районда алдынғы урындар алып тора. Йәштәр ҙә байтаҡ. Әйткәндәй, “Йәш ғаилә – 2013” республика конкурсында тап беҙҙең ауылдан Әлмира менән Максим Слеповтар уңышлы сығыш яһаны, әүҙем тормош позицияһын күрһәтеп, дүртенсе урын алды.
Нәсимә ФӘТҠУЛЛИНА, Мәләүез районының Ергән ҡасабаһы:
– Яңы йылдан һуң тәүге көндәрҙә ҡаланан тыуған төйәгемә ҡунаҡҡа ҡайтҡайным. Ундағы бер матур сара тураһында ишеттем дә, һеҙгә лә хәбәр иткем килә. Ергәндә “Йыл кешеһе” конкурсының йомғаҡтары буйынса тантана үткән. Еңеүселәр араһында төрлө хеҙмәт кешеләре бар – ауыл хужалығында эшләүселәр, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр. Йәштәр һәм тәжрибә туплаған өлкәндәр. Уңған эшсәндәр йышыраҡ һабантуйҙарҙа, һөнәри байрамдарҙа билдәләнә. Ә йыл аҙағында ошондай сара ойоштороу ҙа хеҙмәт кешеһенә иғтибар итеүҙе аңлата.
Минеңсә, һәр ауылда, һәр ҡалала, йә бер коллективта булһа ла шундай конкурс үткәреү ҡамасауламаҫ ине. Афарин, ергәндәр!