«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Балалар пособиеһы биш процентҡа артты



17.01.2014 Балалар пособиеһы биш процентҡа артты

1 ғинуарҙан «Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһында»ғы Федераль закон менән ҡаралған пособиелар­ҙың күләме биш процентҡа арттырылды. Башҡортостанда бындай пособиелар район коэффициентын иҫәпкә алып түләнәсәк.
Башҡортостанда бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие күләме 15,8 мең һумға тиклем арта. Мотлаҡ социаль страховкаланмағандар­ға сабыйға йәш ярым тулғанға тиклем түләнгән айлыҡ пособие күләме тәүге баланы тәрбиәләгәнгә – 2,9 мең һумға, икенсе һәм артабанғы балалар­ҙы тәрбиәләгән өсөн 5,9 мең һумға тиң буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға