«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Рәсәй халҡы 22 мең кешегә артҡан



17.01.2014 Рәсәй халҡы 22 мең кешегә артҡан

Рәсәй халҡы  22 мең кешегә артҡанИлебеҙҙә һуңғы 20 йылда тәүгә тыуым үлемдән артып киткән. Күрһәткес ҙур түгел, шулай ҙа көтөлгән ваҡиға. 2013 йылдың 11 айында Рәсәйҙә тәбиғи артым – 22,7 мең кеше.
Тыуым ике һәм унан да күберәк процентҡа Татарстан, Ҡарасай-Черкес Республикаларында, Хабаровск крайы, Новосибирск, Мәскәү һәм Томск өлкәләрендә артып теркәлгән. Тәбиғи артыу 43 төбәктә күҙәтелгән. Ғинуар – ноябрь айҙарында илдә 1 миллион 740 меңдән ашыу бала тыуған.
Әйткәндәй, Рәсәйҙә әлегә берҙән-бер ҡыҙ Олимпиада исемен йөрөтә. Яңы йыл төнөндә тыуған сабыйға ата-әсәһе шул исемде бирергә ҡарар иткән. Әллә ҡайҙа тыумаған ул ҡыҙсыҡ, ә тап Сочиҙа донъяға тәүге ауазын һалған. Исем рәсми алынған. Ниңә шундай ғәҙәти булмаған исем ҡушылғанына аптырарға түгел – бөтә кеше Ҡышҡы Олимпия уйындарын көтә.

РБК сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға