«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Селлә менән хәйлә араһы



21.08.2010 Селлә менән хәйлә араһы

Әҙәм балаһынан айырмалы рәүештә, тәбиғәт хәйләне белмәй. Бына әле лә, ҡояш түбәнәйә, көн ҡыҫҡара барғанда, ҡайһы бер ағас-ҡыуаҡтар йәнә сәскә атҡан икән, шағир әйтмешләй, «яҙ килгән, тип шаулап йөрөп» булмай инде: тышҡы төрлө йоғонтоларға бирелеп, тәбиғәттең бары аймылышып киткән саҡтары була.«Айбағар»ҙың байтаҡ ғүмер үткәндән һуң гәзит битенә әйләнеп ҡайтыуын көҙгө сәскә менән сағыштырыу урынлы түгел. Гәзит – һәр ваҡыт хәрәкәттәге мөхит һәм унда бер тематик йүнәлештең көсәйеүе, икенселәренең һүрелә төшөүе лә тәбиғи күренеш. Уҡыусылар йөрәгенә юл таба алған «Айбағар» рубрикаһының яҙмышы ғүмерле һәм бәхетле булмаҡсы. Унда күтәрелә килгән мәсьәләләр күптәрҙең күңеленә яҡын икән. Хәтерегеҙҙә булһа, айбағар ҡайһы бер һөйләштәрҙә көнбағыш мәғәнәһендә йөрөй. Ә был үҫемлектең ҡояш яҡтыһына ла, ай нурына ла гел йөҙ менән боролоп үҫеүе мәғлүм. Тимәк, уның «Йәшлек» битендәге аҙашы ла донъя мәшәҡәттәренән йөҙ бормаҫ, ил һәм халыҡ өлөшөнә төшкәнде уҡыусылары менән бергәләп күрер.

Ай-һай, быйылғы селлә! Боронғолар: «Йәйге селләнең мөҙҙәте ҡырҡ көн», – ти торғайны. Йәнәһе, ҡояш егерме бишенсе июнь тирәләренән ҡыҙып китә лә, тәҡәтһеҙ ошо эҫеһен августың биштәренә тиклем һүрелтмәй икән. Декабрь аҙағынан февраль башынаса барасаҡ ҡыш селләһе нисегерәк килер, йәй яндырһа, ғинуарҙа туңдырмаҫмы? Ғөмүмән, яҙ яҙлығын иткән, көҙ көҙлөгөн күрһәткән замандар әйләнеп ҡайтмаҫмы? Әлбиттә, шағир: «ҡыш селләһе тәҙрәләргә сихри сәскәләр һона, ә улар­ға, күбәләктәй, аҡ ҡар бөртөгө ҡуна», – тип йырлай ҙа ул, әммә беҙ, хисһеҙерәк кешеләр, тәбиғәттең уҫаллығынан да, мәкерлелегенән дә арыныҡ.
Төптәнерәк уйлағанда, тәбиғәттәге процестар менән ижтимағи тормош бер-береһен ҡабатлай. Бына, мәҫәлән, Рәсәйҙең Ауропа өлөшөндә әлегәсә күренмәгән янғын урмандарҙы ғына түгел, ауылдарҙы көлгә ҡал­дырғанда, бигүк алыҫта ятмаған Польшала, Алманда, Австрияла бар донъяны һыу баҫыуын нимә менән аңлатырға? Һәр хәлдә, ғалим-климатологтар хатта күҙ алдындағы күренештәрҙе лә фәнни йәһәттән нигеҙләй алмай. Тимәк, тәбиғәттәге үҙгәрештәр фәндәге традицион концепциялар сигенә һыймай. Шул уҡ ваҡытта сәйәси, ижтимағи процес­тарҙың үҫеш логикаһын алдан төҫмөрләү, фаразлау һәләте юғалғандай. Аналитиктар теге йәки был күренешкә һығымтаны ваҡиға булып үткәндән һуң ғына – постфактум – бирә. Бындай тәҡрарлауҙың ижтимағи йә тәбиғи үҙгәрештәрҙең эҙмә-эҙлеклелеген аңлау һәм баһалау өсөн файҙаһы аҙ.
Янабыҙ... Рәсәй өҫтөнә төшкән ғәйәт оло ҡазаны патриарх Кирилл гонаһтарыбыҙ өсөн Хоҙай тарафынан ебәрелгән яза йәки Ер йөҙөндә лайыҡлы йәшәй алмауыбыҙ өсөн киҫәтеү тип баһалаһа ла, мәсьәләне теологик бәхәстәргә генә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Быуындан-быуынға тапшыра килгән әхлаҡ һәм ҡиммәт традициялары емерелгән саҡта халыҡтың рухы, әлбиттә, ҡаужый. Кешеләр төрлө хөрәфәттәргә, мөғжизәләргә, имеш-мимештәргә ышана башлай. Халыҡтың менталь традицияларының ҡыйралыуы, бер яҡтан, фажиғә булһа, икенсе йәһәттән, йәмғиәттәге сәбәләнеүҙәр сәйәси хакимиәт өсөн отошло. Һәр ваҡыт янғын йә һыу баҫыу шарттарында көн күреүсе илдә эҙмә-эҙлекле дәүләт идара системаһы булмай. Рәсәй ике тиҫтә йыл: «ҡарауыл, ҡотҡарығыҙ!» – тигән хәлдә йәшәй, һәм уға беҙ ғәҙәти күренеш тип ҡарарға өйрәндек шикелле. Сергей Шойгуны иҫәпләмәгәндә, дәүләттә киң мәғәнәлә янғын һүндереүсе ике генә кеше бар. Улар – Президент һәм Хөкүмәт Рәйесе. Президент – дәүләттең сәйәси лидеры, ә беҙ уны телевизор аша ағымдағы хужалыҡ йомоштарын көйләүсе рәүешендә күрәбеҙ. Ә Хөкүмәт башлығы беҙҙә, ғөмүмән, диспетчер хеҙмәтен үтәй. Идара итеүҙең асылы тураһында бигүк хәбәрҙар булмаған кеше илдәге иң юғары вазифалағы ике кеше баштан-аяҡ халыҡ хәстәре менән мәшғүл тип ышаныр. Ул саҡта министрлыҡтар, Федераль агентлыҡтар, федераль округтар, төбәктәрҙәге идара итеү органдары – миллиондарса чиновник көн уҙғарған контораларҙың булыуынан ни мәғәнә? Рәсәйҙә идаралыҡ системаһы юҡ, ә булғаны бары үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү менән генә мәшғүл.
Дәүләттең эске тормош мәсьәләләре менән, әлбиттә, кемдер шөғөлләнергә тейеш. Ул һәр илдә лә чиновниктарҙың вазифа бурысы тип билдәләнә. Чиновник булыу – төшөмлө, таҙа эш һәм өҫтәлгә теләгән берәүҙе яҡынайтып бармайҙар. Көнбайыш илдәрендә чиновниктар йәмәғәтселектең күҙ алдында эшләй. Һәм аҙ ғына мутлашыуҙың йә ҡыйыш аҙымдың янъял, эш урынын юғалтыу менән бөтөрөн аңлай. Унда намыҫ кодексы – һүҙ генә түгел, бәлки – ғәмәл. Беҙҙә иһә совет номенклатураһы ойотҡоһонда миһырбанлылығы ла, намыҫы ла булмаған чиновниктар бюрократияһы үҫеп сыҡты. Улар өсөн төп ҡиммәт – өҫтәл, ҡағыҙ, телефон. Бөгөнгө идаралыҡта бөйөк немец философы Георг Лихтенбергтың: «Халҡы ла булмаһа, дәүләт менән идара итеү ҡайһылай рәхәт булыр ине бит!» – тигән принцип өҫтөнлөк алған. Ябай кеше, ысынлап та, эреле-ваҡлы түрәләрҙең аяғы аҫтында буталып, статистиканы йәмһеҙләп, кә­йеф­­те ҡырып йөрөүсе бер йән эйәһе хәленә ҡалды. Уның электораль ҡиммәте бер нисә көнгә, һайлауҙар осоронда ғына, күтәрелеп ҡала.
Элекке сәйәси һәм дәүләт ҡоролошон идеаллаштырыуҙан түгел, әммә ябай кешенең бюрократия диуарын үтерлек бер генә булһа ла юл эҙләп яфаланыуын күрәм дә, хәҙерге идара итеү системаһының булдыҡлылығы хаҡында уйланам. Совет власы осоронда, миҫалға, республика Юғары Советы Президиумы аппаратында, уҙа барһа, 10 – 15 кеше эшләй ине. Партия өлкә комитетында яуаплы функционерҙар – 50 – 60 кеше. Министрҙар Советында – унан да кәмерәк. Министрлыҡтар, дәүләт комитеттары, идаралыҡтарҙа ла һанаулы ғына хеҙмәткәр.
«Таптың сағыштырыр нәмә. Улар өсөн һәр мәсьәләне Мәскәү хәл иткән, ә хәҙер барыһы ла беҙҙең елкәгә төшә», – тип, авторҙы ретроградлыҡта ғәйепләүселәр булыр. Әммә эш идара итеү теҙгененең кем ҡулында булыуында түгел, бәлки теҙгенде тота белеүҙә һәм атты үтерлек юлға бороуҙа. Ә хужалар күмәк саҡта ла, һүҙ күп булғанда ла эш ырамай.
Күмәкләп, халыҡты дәртләндереп, ҡанат ҡуйып йәшәгәндә, донъя мәшәҡәттәренең күп өлөшөн атҡарып була. Власть бер генә мәсьәләне лә халыҡтан йәшермәһен, түрәләр­ҙең ябай кешеләрҙән аҡыллыраҡ, зирәгерәк булмаясағын аңлаһын ине. Илдәге күпселек проблемалар­ҙың тамырында халыҡҡа ышанмау, бюрократик тыйыуҙар, хәйлә һәм алдыҡ ята. Ошо йәй үҙәк Рәсәйҙә, Волга буйында, беҙгә күрше Татарстанда, Ырымбур һәм Свердловск өлкәләрендә үрт меңдәрсә гектар урманды юҡ итте. Телевидение Башҡортостан тура­һында ләм-мим. Афәт республиканы урап үтә. Рәхәт. Шул уҡ ваҡытта егерме мең гектар урман-ҡырҙарыбыҙ ут эсендә ҡалған. Заһир ағай Исмәғилев ҡурай алған, һағынып йырлаған ҡыраҡа тауҙары, болоттар­ға олғашып, аҙна-ун көн янды. ҡыраҡа һыртының көнсығыш битләүенә һыйынған Оло Шығай ауылы йәй буйы һыуһыҙ интекте. Ағиҙелгә яҡын ғына ятҡан, эргәһенән генә нисәмә тау шишмәһе үткән, ер аҫтында саф һыу һаҡланған ҙур ауылды һыуһыҙ моҡратыу өсөн, ысынлап та, хәстәрлекле хужалар кәрәк шул. Ғөмүмән, 13 меңгә яҡын йылғаһы, ике мең ете йөҙ күле, Павловка, Нөгөш, Йомағужа кеүек, диңгеҙгә бәрәбәр һыу һаҡлағыстары булған республикала һыуға ҡытлыҡ кисереү – хужаһыҙлыҡ түгел, ә миһырбанлылыҡтың булмауы. Әгәр Әлшәй районының Шафран ҡасабаһындағы һымаҡ, халыҡ зыярат аҫтынан һарҡып сығыусы бер инешкә ҡарап ҡалған икән, был хәлгә ниндәй баһа бирергә? Әлшәй ҙә һыуһыҙ төбәк түгел. «Йүнһеҙ селләлә туңып, туйҙа асығып үлгән», – тигән әйтем беҙҙең хаҡта әйтелгәндер.
Дәүләттә тормош туҡтамай. Кәңәшмәләр үтә, ҡағыҙҙар яҙыла, бүләктәр тапшырыла, ауылдар яна. Кемдер – туй күлдәгендә, икенселәр – матәм кейемендә. Хакимдар китә, хакимдар килә. Йәйҙе – көҙ, көҙҙө ҡыш ҡыуа. Кемдең алдан барырын, кемдәрҙеңдер ҡойроҡта һөйрәлерен көнэлгәре белеп булмай. Шағир әйтмешләй, «әйләнә карусель, әйләнә, карусель ҡоролған хәйләгә».

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға