13.12.2013 2014 йылда “әсәлек капиталы” күпме буласаҡ?
Икенсе һәм артабанғы сабый тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала алыу айҡанлы ғаиләгә матди ярҙам күрһәтергә мөмкинлек биргән “әсәлек (ғаилә) капиталы” программаһы 2014 йылда ла эшләйәсәк.
Мәғлүм булыуынса, уның суммаһы йыл һайын үҙгәреп бара. Программа барлыҡҡа килгәндә ул 250 мең һум ине. Инфляция һәм туҡтауһыҙ хаҡтар үҫкәндә “әсәлек капиталы”н бер кимәлдә ҡалдырып булмай. Шуға күрә ул йыл һайын арттырылып килде. Шулай итеп, киләһе йылда ул 429 408 һум буласаҡ. 2013 йыл менән сағыштырғанда, 5 процентҡа арттырыла (индексация коэффициенты – 1,05). Был илебеҙҙә көтөлгән инфляция кимәленә тура килә. Ә кемдәр сертификатты быға тиклем алған, әммә тулыһынса тотонмаған, ҡалған өлөшө индексацияланасаҡ.
Түбәндәге таблицала “әсәлек капиталы”ның үҫеү күләме күрһәтелгән.
Йыл Капитал күләме Инфляция Индексация (һумдарҙа) күләме проценты
2007 250 000 12 –
2008 276 250 12 10,5
2009 312 162 13 13
2010 343 378 9 10
2011 365 698 9 6,5
2012 387 640 6,5 6
2013 408 960 6 5,4
2014 429 408 5 5
2014 йылда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Белгестәр раҫлауынса, был өлкәлә мөһим үҙгәрештәр булмаясаҡ. “Әсәлек капиталы”н беҙгә таныш булған маҡсаттарға – торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға (йорт йәки фатир һатып алыуға, йорт төҙөүгә, торлаҡты ҙурайтыуға), балаларҙы уҡытыуға, әсәнең пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыуға киләһе йылда ла тотонорға мөмкин.
Бөгөн “әсәлек капиталы” тураһындағы законға өҫтәмәләр индереү тураһында һүҙ бара. Шуларҙың береһе – сабыйҙың өс йәше тулмаҫ элек (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа бала алыуға өс йыл үтмәҫ элек) сертификатты торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеүгә рөхсәт биреү. Закон проектында, бындай мөмкинлекте тик ышаныслы ата-әсәләргә бирергә кәрәк, тиелгән. Ата-әсәнең ышаныслымы-юҡмы икәнлеген урындағы опека һәм попечителлек органы белешмәһе раҫлаясаҡ. Әлеге мәлдә капиталдың аҡсаһын ҡулланыу өсөн ғаилә өс йыл көтөргә тейеш. Тик алдан алынған торлаҡ кредитын ҡаплау өсөн уны шундуҡ тотонорға була.
Быға тиклем РФ Дәүләт Думаһына индерелгән тәүге бала өсөн “әсәлек капиталы” сертификаты биреү тураһындағы закон проекты кире ҡағылған. Бының өсөн бюджетта аҡса ҡаралмаған, тигән депутаттар.
Әлеге мәлдә сертификат хужалары өсөн махсус иҫәп асыу мәсьәләһе лә ҡарала. Иҫәптәге сумманың үҙен алырға рөхсәт итмәйәсәктәр (уны тик тәғәйенләнгән маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин), ғаилә проценттар менән файҙалана аласаҡ. Әгәр ҙә чиновниктар кәрәк тип тапһа, сертификатты ата-әсәнең белем алыуына һәм баланы дауалауға тотонорға мөмкин буласаҡ.
“Әсәлек капиталы” программаһы ҡасанға тиклем эшләйәсәк?
Был һорау менән ҡыҙыҡһынмаған ата-әсә ҡалмағандыр. “Әсәлек капиталы” тураһындағы законда, программа 2016 йылдың 31 декабрендә тамамланасаҡ, тиелә. Бошонмағыҙ! Чиновниктар раҫлауынса, 2016 йылдан һуң да әлеге дәүләт ярҙамы буласаҡ, тик уның формаһы бер аҙ үҙгәрәсәк. Уның әҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тыуыусы икенсе һәм артабанғы сабый өсөн бирелеүе ихтимал. Тик бер “әтнәкәһе” бар: программа бар илдә түгел, ҡайһы бер төбәктәрҙә генә эшләйәсәк. Башҡортостан был исемлеккә инерме-юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Дәүләт түбән килемле күп балалы ғаиләләргә тағы ла бер ярҙам төрө булдырырға ниәтләй. Уныһы инде граждандарҙың барыһына ла ҡағыласаҡ.
Әйткәндәй
Пенсия фондының БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “әсәлек капиталы” программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып 170 меңдән ашыу сертификат тапшырылған. Бөгөнгә шуларҙың 36 проценты тулыһынса тотонолған.
Башҡортостанда ошо дәүләт ярҙамы менән 97,5 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан: 68 меңдән ашыуы тулыһынса йәки өлөшләтә ипотека кредитын ҡаплаған (дөйөм суммаһы 23 млрд һум), ҡалғандары кредит сараларын ҡулланмайынса, торлаҡ һатып алған, йорт төҙөгән йәки реконструкциялаған (8,3 млрд һум).
Бынан тыш, бөгөнгә 2374 ғаилә, “әсәлек капиталы”н балаларының уҡыуы өсөн түләүгә йүнәлтеүҙе һорап, Пенсия фондының район-ҡала бүлексәһенә ғариза яҙған (94 млн һум). Ә 76 әсә сертификат аҡсаһын буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә күсереүҙе хуп күргән (6,2 млн һум).
Гүзәл ЙОСОПОВА әҙерләне.