«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Етәксебеҙҙән уңдыҡ



13.12.2013 Етәксебеҙҙән уңдыҡ

Күгәрсен районының Бикбулат ауыл хакимиәте башлығы Рәмил Кинйәбаев кешеләрҙең һәр үтенесенә иғтибарлы булыуы менән халыҡ ихтирамын яуланы
Уның бала сағы башҡа тиҫтерҙәренекенән айырылмай – ауыл уртаһынан аҡҡан Кесе Эйек буйында балыҡ ҡармаҡлап, һыу инеп, ата-әсәһенә ярҙам итеп үтә. 1959 йылда Күгәрсен районының Бикбулат һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә беренсе синыф­ҡа уҡырға бара Рәмил исемле малай. Белем алыуға бик тырыш була. Ул үҙен мәктәптең алдынғы уҡыусыһы итеп таныта, саңғы ярыштарында, төрлө фәндәрҙән олимпиадаларҙа алдынғылыҡты бирмәй. Һигеҙенсе класты тамамлағас, артабан уҡыуын Мораҡ урта мәктәбендә дауам итә. Бында ла Бикбулат ауылынан килгән Рәмил Кинйәбаев башҡаларға өлгө күрһәтә, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Урта мәктәпте уңышлы тамамлап, шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты (хәҙер аграр университет) студенты булып китә. Уҡыуын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алғас, тыуған яғына эшкә ҡайта. Йәш белгесте «Күгәрсен» совхозына инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул баш инженерға тиклем күтәрелә.
1986 йылда Рәмилгә «Күгәрсен» совхозы директоры вазифаһын ышанып тапшыралар. 1994 йылда РТП директоры итеп үрләтелә. Бында ла үҙен һәр яҡлап намыҫлы, тырыш, ғәҙел етәксе итеп күрһәтә һәм бик ҙур эштәр башҡара. Үҙенең тыуған ауылы Бикбулатта ағас эшкәртеү, Побоищела урман әҙерләү цехтары аса, юлдар төҙөкләндерелә. Газ үткәргес төҙөү өсөн лицензия юллап ала һәм ошо эште башлап ебәрә. 2010 йылдың йәйендә Рәмил Тимерғәле улы Бикбулат ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлана. Ауыл халҡы уңды – уны беҙ талантлы, оҫта ойоштороусы, яҡшы етәксе итеп беләбеҙ. Кешеләргә ҡарата һәр саҡ иғтибарлы, мөһим тормош мәсьәләләрен хәл итеүҙә һәр саҡ ярҙам итә: төҙөлөш материалдары кәрәкме, утын-бесәнме, ҡош-ҡорт өсөн игенме – ҡыҫҡаһы, кемде нимә борсой, барыһы ла уға мөрәжәғәт итә. Халыҡ властың ниндәй булырға тейешлегенә инанды.
Рәмил Тимерғәле улы ауылдың оло быуын кешеләре өсөн Оло йәштәгеләр көнө, Ураҙа, Ҡорбан ғәйете, Еңеү көнө байрамдарын бик матур итеп ойоштора, мәктәпкә барып, уҡыусы балаларҙы ҡотларға ла форсат таба. Шуға күрә оло йөрәкле, изге күңелле, тырыш, ярҙамсыл етәксебеҙ ауылдаштарын хәстәрләп, артабан да оҙаҡ йылдар эшләһен ине. Уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡлы көндәр, ғаилә бәхете юлдаш булһын, эштәре һәр саҡ уң килеп торһон, тигән теләктә ҡалабыҙ.
М. АСЛАЕВА,
педагогик хеҙмәт ветераны.


Күгәрсен районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға