«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Бөрйән мөғжизәһе” тынғы бирмәй



13.12.2013 “Бөрйән мөғжизәһе” тынғы бирмәй

24 ноябрҙә Бөрйән районының Аҡбейек тауы өҫтөндә әллә сағым (мираж), әллә мөғжизә, әллә Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән берәй билдә булған ҡыҙыҡ күренеш – күктә ҡапыл ҡала, поезд, хатта самолетҡа тиклем барлыҡҡа килеүе тураһында ишетмәгән кеше ҡалманы инде (был хаҡта һаман да хәбәрҙар булмаһағыҙ, “Йәшлек”тең 22-се һанын уҡығыҙ). Күреүселәр әйтеүенсә, был серле объекттар нисек барлыҡҡа килһә, шулай томандай таралып юҡ булған.
Башҡортостанда бығаса күрелмәгән, ишетелмәгән хәл-ваҡиғаға төрлө яҡтан сығып аңлатмалар бирергә тырышылды. Ә инде беҙ тәбиғәттең һоҡ­лан­ғыс был башватҡысына яуапты фәнни күҙлектән сығып эҙләп ҡараныҡ һәм абруйлы белгестәргә мөрәжәғәт иттек. Башҡорт дәүләт университеты доценты, география фәндәре кандидаты Инбер Япаров әлеге серле ҡаланы, Ырымбур ҡалаһының һауалағы сағылышы булырға тейеш, тип фаразлай.
– Офоҡта ҡала барлыҡҡа килеүен күреүселәр үҙҙәре лә 24 ноябрҙә көндөң салт аяҙ һәм елһеҙ булыуын билдәләй. Билдәле булыуынса, республикала тап ошо ваҡытта көн ҡапыл һыуынып китте. Был тәбиғәт законы – ошондай шарттарҙа йылы һауа әкрен генә өҫкә күтәрелә башлай. Ул ҡыҫырыҡлап сығарыла, тип әйтергә кәрәк. Бер ниндәй ҙә ел-фәлән булмаһа, ошо күтәрелгән һауала меңәрләгән саҡрымда ситтә ятҡан объекттар ҙа сағыла ала. Күптән асыҡланған факт был. Үҙем күрмәгәс, шаһиттарҙан һораштым – улар серле объекттар­ҙың күк көмбәҙенең көньяҡ өлөшөндә барлыҡҡа килеүен хәбәр итә. Шуға ла Бөрйәндә сағылған ҡаланың тап Ырымбур икәнлегенә ышанырға була. Унда мәсет тә, аэропорт та булыуы билдәле. Эргә-тирәләге башҡа ҡалаларҙың аэропорттары юҡ. Донъяла булмаған мөғжизә түгел ул, тәбиғәттә була торған сағым (мираж) ғына.
Бындай күренештәр Башҡортос­танда йыш булмай. Уны күреүселәр­ҙең хайран ҡалыуын аңларға була – был, ысынлап та, ҡыҙыҡ һәм көн дә осрай торған хәл түгел. Мираж сүлдәр өсөн генә ғәҙәти күренеш. Шулай уҡ Яҡутстанда ла ошондай хәлдәр йыш ҡына күҙәтелә. Был хәлгә мин дә битараф түгелмен, йәй етеү менән Бөрйәнгә барып, халыҡты “аһ” иттергән урындарҙы тикшереп, өйрәнеп ҡайтырға иҫәп тотам. Ҡайһы бер дин әһелдәренең әлеге ваҡиғаны нин­дәй­ҙер хөрәфәттәргә бәйләргә тырышыуы менән риза түгелмен. Был – ябай тәбиғәт күренеше. Сағым кешеләргә ниндәйҙер билдә булараҡ күренгән хәлдә лә, халыҡты ҡурҡытыр, ниндәйҙер насар ваҡиғалар тураһында иҫкәртер өсөн барлыҡҡа килмәгәндер. Был ни бары халыҡ белемен арттырһын, яңылыҡты өй­рән­һен өсөн ебәрелгән серле хәл һәм унан бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс һығымталар яһарға кәрәкмәй.
Йылынған һауа өҫкә әкрен һәм талғын ғына күтәрелә, ул күтәрелгән һайын көҙгө кеүек ҡайһы бер объекттарҙы сағылдыра. Әлбиттә, сағым барлыҡҡа килһен өсөн айырым шарттар кәрәк. Тимәк, Бөрйән районының ошо тауҙары эргәһендә сағым күрен­һен өсөн шарттар бар, тип билдәләргә була. Ләкин һәр кем шуны аңларға тейеш: һауала сағылған нәмәләр үҙенең ысынбарлыҡтағы ҙурлығында күренмәүе лә ихтимал.
Сағым йылы һауа өҫкә күтәрелгән ваҡытта ел булмаған шарттарҙа ғына күренә ала. Әгәр ошо көндө Бөрйәндә ел иҫһә, күк көмбәҙендә сағылған объекттар күҙ асып йомғансы юҡҡа сығыр ине. Һауа күтәрелә бара – унда сағылған нәмәләр үҙгәрә, алмашына. Тик сағым кешеләрҙе оҙаҡ һоҡландыра, аптырата алмай, ул тарала. Бының сәбәбе – һауаның күтәрелгән һайын һыуый барыуы. Һыуынған һауа кире аҫҡа төшә һәм шуның менән бер рәттән, һауала сағылған объекттар ҙа аҫҡа төшөп тарала.
Хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа шәп ритмлы тормошта йәшәйбеҙ. Саҡ ҡына тирә-яҡҡа ҡарарға, һауаға бер бағырға, аяҡ аҫтына күҙ һалырға теләгебеҙ ҙә, ваҡытыбыҙ ҙа юҡ һымаҡ. Ҡайҙалыр сабабыҙ ҙа сабабыҙ. Ә бит көнитмешебеҙ бына ошондай матур, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән тулы. Кешеләр саҡ ҡына иғтибарлыраҡ булһа, тәбиғәттең бөйөклөгөн, әле һаман да асылып бөтмәгән матурлығын күрер ине. Әлеге хәл дә донъяның ни тиклем киң һәм төрлө булыуына ишара, шулай бит?!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға