«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Ҡартайһам да, һаман «Йәшлек»те алдырам!»



13.12.2013 «Ҡартайһам да, һаман «Йәшлек»те алдырам!»

«Ҡартайһам да, һаман «Йәшлек»те  алдырам!»Ветеран уҡытыусы Рамазан Ишмөхәмәтов, йәштәр баҫмаһын уҡыһаң, ҡартлыҡ онотола, ти
Озерный урта мәктәбендә ижад кисәмде үткәргәндән һуң кешеләргә һөйөүем артып тора әле. Учалы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әҡлимә Сафина, әҙиптәребеҙ Фәрит Хәсәнов, Эдгар Вилданов, Әдип Ханов, ауыл китапханасыһы Нурдидә Вәлиева, мәктәп китапханасыһы Ләлә Ишмөхәмәтова, уҡытыусы Нәҡип Әйүпов, башҡа уҡытыусылар һәм уҡыусыларға рәхмәтем сикһеҙ. Кескәй генә уңыштарымды ла ҙур күреп, юғары баһалауҙары мине ҡанатлы итте, яңы үрҙәр яулар­ға илһамландырҙы. Оҙонгүл ауылынан ҡыуанысымды бүлешергә тип килгән ҡәҙерле Баныу һәм Жәүәт Миһрановтарға, Тәслимә һәм Рамазан Ишмөхәмәтовтарға ихтирамым бигерәк тә оло. Бала сағым, уҡыу йылдары – барыһы ла яңынан хәтерҙә тергеҙелде, күңелем ҡылдары берсә ҡыуаныслы, берсә һағышлы сиртте. Ошо байрамымда янымда әсәйемдең дә булыуы рәхәт ине – бөтә уңыштарымда, еңеүҙәремдә атай-әсәйемдең өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйем, уларҙы ҡыуандырайым тип, һәр саҡ бейеклектәргә ынтылып йәшәнем.
Ҡотлауҙар, изге теләктәр, арнауҙар – уларҙың һәр береһендә яратҡан гәзитемдең исеме яңғыраны. Ижад кисәмдең үҙенән-үҙе «Йәшлек»кә барып тоташыуына бер ҙә аптырарға кәрәкмәй, сөнки тап ошо баҫма менән ғүмерем ептәре ҡуша бәйләнгән. «Йәшлек» – минең өсөн тормошомдоң сағыу бер бите, ғорурлыҡ сығанағы. Тап егерме йыл элек шул саҡтағы баш мөхәррир Ниязбай Сәлимов миңә, әле студент кешегә, хәбәрсе танытмаһын тапшырҙы. Ошо ышанысты аҡларға тырыштым, һәм тап «Йәшлек»тәге мәҡәләләрем өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына лайыҡ булыуым минең өсөн бик мөһим ине.
«Йәшлек»кә быйыл 90 йәш, ул минән саҡ ҡына олораҡ, тигән ветеран уҡытыусы Рамазан Ишмөхәмәтов мине һәм гәзитебеҙҙе юбилейҙар менән ҡотлап, шиғыр уҡыны. Ошо бүләкте башҡа гәзит уҡыусыларыбыҙға ла еткергем килә:

Исеме «Йәшлек» булһа ла,
Уға 90 йәш тула.
«Йәшлек» гәзитен уҡыһаң,
Ҡартайыу онотола.

Хәреф танығандан бирле
Гәзит кәңәшсем булды.
Исем-шәрифе үҙгәрҙе,
Ә есеме шулай ҡалды.

«Йәшлек» битен барлағанда
Төрлө уйға сумаһың,
Ҡарт булһаң да, яраҡлашып,
Йәшәргәндәй булаһың.

Үҙе ҡарт – «Йәшлек» уҡый, тип
Көлөүселәр ҙә булды.
Аҙаҡ үҙе лә гәзиткә
Яҙылғанын һиҙмәй ҡалды.

Һүҙ ҙә юҡ, башҡа баҫмалар ҙа
Тормошто сағылдыра.
Әммә «Йәшлек» йәшәйеште
Сағыуыраҡ яҡтырта.

Шуға күрә, ҡартайһам да,
Һаман «Йәшлек» алдырам.
Эштәрендә уңыш теләп,
Изге доғалар ҡылам.

«Көрсөк» тигән «дейеү» менән
«Йәшлек» алыша ял белмәй.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға –
Көрәш, көсөң йәлләмәй!
Юбилейың менән, «Йәшлек»!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға