«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?



06.12.2013 Ҡыш Бабайҙан нимә һорарға?

Владик ҠЫҘРАСОВ,
Күгәрсен районының
Аҙнағол ауылы:
– Хөрмәтле «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙе һәм барлыҡ республика халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым. Оҙаҡламай санаһында елдереп Ҡыш бабай ҙа килеп етер. Әле ул бүләктәр әҙерләү менән мәшғүл бит инде. Шуға ла форсаттан файҙаланып, минең уға үтенесем дә бар ине.
Ҡыш бабай, йомарт бабай, байрамға бүләккә беҙҙең Аҙнағол ауылынан күрше Теләүембәт ауылына тиклем асфальт түшәлгән юл бүләк итмәҫһеңме икән? Әле был юл бик насар хәлдә.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, ошо ике ауыл араһындағы юл барыһы өсөн дә оло әһәмиәткә эйә. Унан балаларҙы автобус менән мәктәпкә ташыйҙар, рейс автобустары ла шунан йөрөй. Минеңсә, халыҡтың именлеге хәстәрләнергә тейеш.
Ҡыш бабай үтенесемде кире ҡаҡмаҫ тип ышанам һәм үҙем яҙған шиғырымды ла уға еткерергә ашығам.

Өр-яңы йыл килә,
Ынйы ҡар тунын кейеп.
Йәшләй һөйгән йәр кеүек,
Аҡ, йомшаҡ, пак булып.

Дуҫтар, Яңы йыл – мөғжизәләргә бай байрам. Һеҙҙең дә Ҡыш бабайға үтенестәрегеҙ барҙыр. Яңы йылға ниндәй бүләк алырға, ниндәй хыялығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләр инегеҙ – беҙгә «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмгә (http://vk.com/club62411710) йәиһә дежур телефонға (8-965-9232000) смс-хәбәр яҙып ебәрегеҙ. Иң ҡыҙыҡлы үтенестәр гәзитебеҙ битендә донъя күрәсәк. Һәм кем белә, бәлки, тап һеҙҙең хыялығыҙ баҫмабыҙ ярҙамы менән тормошҡа ашыр.
Бергә булайыҡ! «Йәшлек» кә яҙылығыҙ, башҡаларҙы ла яҙҙырығыҙ. Уңыштар барыбыҙға ла!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға