29.11.2013 Изге эштәре менән ихтирам яуланы
Ҡаранйылға эшҡыуары Әхмәт Аҫылбәков тыуған төйәген күтәреү өсөн ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәй
Тырыш, сәмсел, изге ниәтле йәштәребеҙ бар арабыҙҙа. Улар шәхси мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртмай, яҡташтарына, тыуған төйәгенә файҙа килтереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Ни тиһәң дә, йәштәрҙең ынтылышына, йүнселлегенә ҡарап, ауылдың артабанғы яҙмышын, киләсәген дә баһалайҙар бит.
Шундай замандаштарыбыҙҙың береһе – Ғафури районынан Әхмәт Аҫылбәков. Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән егет хәҙерге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү өлкәһендә шәхси эшҡыуар булып эшләй. “УрманСтрой” фирмаһы директоры вазифаһын башҡарған уҙаман тыуған ауылы халҡын изге эштәре менән ҡыуандырып тора.
Алыҫ тарафтарҙа йәшәп, күптән күрешмәгән туғандарҙы, дуҫтарҙы табыштырыу, ауылдаштарҙы берләштереү маҡсатында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойошторһонмо, үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған оло йәштәгеләр өсөн күңел байрамы уҙғарһынмы, Ҡорбан байрамында ауылдаштарының именлеге өсөн һарыҡ салдырып, ҡорбан ашы менән һыйлаһынмы – уның һәр эше тыуған ауылы Ҡаранйылға мәнфәғәтенә башҡарыла.
Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә һалына, тиҙәр. Ғаилә башлығы Мәүлембирҙе Нөғәмән улы ғүмер буйы тимерсе булып эшләгән. Эшкә маһир булғанға күрә ауылда уны “оҫта ҡуллы Мәүлембирҙе” тип тә йөрөткәндәр, ҡулынан килмәгән эше булмаған уның: быйма ла баҫыр, мейес тә сығарыр, үҙ ҡулдары менән өй ҙә һалыр, балаларына ла өй һалыуҙа ярҙамлашҡан. Намыҫлы эше өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә. Әлеге көндә ҡыҙы-кейәүе ҡарамағында бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Әхмәттең әсәһе Гөлсөм Ғилман ҡыҙы колхозда эшләгән. Дөрөҫлөктө яратҡан, ғәҙеллекте үҙ иткән, изгелекле йән эйәһе доғалар уҡып, ҡот ҡойоп, күптәргә ярҙам күрһәткән. “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән әсә ун балаһына ла дөрөҫ тәрбиә биргән.
Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәнгәме, Әхмәт бәләкәйҙән үк ихласлыҡ, ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттарҙы өҫтөн күрә. Әле яңыраҡ та ул ауылдаштарын изге ғәмәле менән һөйөндөрҙө: инициативаны үҙ ҡулына алып, ауылдағы зыяратты төҙөкләндереү эштәрен башҡарҙы.
Ысынлап та, Ҡаранйылға ауылына килеп ингәс тә юлдың уң яғында урынлашҡан боронғо зыяратҡа иғтибар итәһең. Тарихи, изге тип һаналған был урын барлыҡ әруахтарҙың йән тыныслығын һаҡлай төҫлө. Уның тирә-яғын хәстәрләп, үлгәндәрҙең ҡәберен белеү – иҫәндәрҙең бурысы.
Урындағы зыяраттың ҡоймаларын яңыртыу өсөн 180 мең һум аҡса талап ителгән була: 22870 һумын ауыл халҡы йыйышһа, ҡалған өлөшөн Әхмәт үҙе ҡуша.
Зыяратты күмәк көс менән тәртиптә тотоу – борон-борондан халҡыбыҙҙың изге йолаһы. Кәрәкле төҙөлөш материалдары, генератор ҡулайламалары ҡайтарылғас, өмә ойошторолдо. Унда ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты. Иң тәүҙә зыяратты кәртәләү өсөн тимерҙән бағаналар ултыртып ҡуйылды, буяу эштәре башҡарылды. Артабан бағана төптәре цемент иҙелмәһе менән ҡатырылды һәм цинкланған селтәрле ҡойма менән уратып алынды. Аҙаҡ зыярат ҡапҡаһы нығытылды.
Әхмәт етәкләгән “УрманСтрой” фирмаһы бригадаһы (әйткәндәй, уның ауылдаш егеттәре) – Ғәли Әхмәтшин, Илназ Галин, Рәмил һәм Йәмил Вахитовтар, Илдар Исхаҡов, Артем Ишбулдин ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Әхмәттең төҙөлөш эштәрен башлап ебәреүсе, ярҙам итеүсеһе Ғәли Әхмәтшин үҙенең “Беларусь” тракторы менән ярҙамға сыҡты. Уға ҡушылып, Айваз Йәноҙаҡов, Урал Фәтҡолов үҙ техникаһы менән ярҙамлашты. Жәлил Суфиянов, Нуриман Кинйәбаев, Әхнәф Суфиянов, Радик Ишбулдин үҙҙәренең эш ҡорамалдары менән иретеп йәбештереү эштәрен теүәлләне.
Сарала ҡатнашҡан халыҡты барлай башлаһаң, оҙон исемлек килеп сығыр ине. Шуныһы мөһим – ауылда йәшәүсе һәр кеше изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Буяу эштәрендә, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Хәҙер зыяраттың үҙе лә, тирә-яғы ла тәртиптә тотола – әҙәм балаһының һуңғы йорто бит ул. Уның эргәһенән үткән һәр кеше был донъяның мәңге түгеллеген иҫенә төшөрә һәм вафат булған ата-бабалары, туғандары рухына доға ҡыла, үҙенең ҡылған ғәмәлдәре хаҡында уйлана. Бөгөн йәшәгән йортобоҙ нисек таҙа булһа, зыяраттарыбыҙ ҙа йыйыштырылған, уның ҡәбер рәшәткәләре буялған, сәскәләр ултыртылған булырға тейеш. Бының сауабы ла әйтеп бөтөргөһөҙ бит.
Баштан аҙағына саҡлы изге эштә ҡатнашҡан Ғиндулла хәҙрәт Шәйәхмәтов, фатиха биреп башлап ебәргән эште, зыярат янына халыҡты йыйып, мәрхүмдәр рухына аят уҡып, доғалар ҡылып тамамлап ҡуйҙы.
Ошо изге эште ойоштороусы Әхмәт Аҫылбәковҡа килгәндә, оло маҡсаттар, яңы уй-пландар менән йәшәй тырыш уҙаман. Тыуған ауылын да күркәм, матур, айыҡ ауыл итеп күҙ алдына килтерә. Ҡаранйылғаны төҙөкләндереү ниәте менән янған эшҡыуар ауылға газ үткәртеп, юлдарына ҡом түшәттермәксе. Бәхеттең нигеҙе хеҙмәттә икәнен яҡшы белгән Әхмәт Мәүлембирҙе улы ауылда йәшәүселәрҙе эш менән тәьмин итеү йәһәтенән фельдшерлыҡ пункты, дарыухана, магазиндан торған социаль комплексты күтәреүҙе лә планлаштырған. Яңыраҡ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров менән осрашыуҙа төҙөлөш буйынса бизнес-планын күрһәтеп, турбаза төҙөү өсөн 3 гектар ер алған, яҡын арала эш башларға иҫәп тота. Был башланғыстар, һис шикһеҙ, оло әһәмиәткә эйә.
Тыуған ауылы мәнфәғәтен хәстәрләүсе, уға бағыусы ярҙамы күрһәтеүсе шәхси эшҡыуар Әхмәт Мәүлембирҙе улы яҡташтарының ышанысын, хөрмәтен яулап өлгөрҙө. Ауылдаштары уға иҫәнлек-һаулыҡ, сабырлыҡ, эштәренең гел уң булыуын теләп, оло рәхмәтен белдерә.
Римма ИШМЫРҘИНА,
филология фәндәре кандидаты,
Ж. Кейекбаев йорт-музейы директоры.
Ғафури районы.