«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Билдәле шәхес төбәгенә сәйәхәт



29.11.2013 Билдәле шәхес төбәгенә сәйәхәт

Беҙ, Башҡорт дәүләт университеты студенттары һәм ике уҡытыу­сы, бер көндө иртә менән Бүздәк районына юл тоттоҡ. Унда барыуыбыҙҙың маҡсаты – Муллаян Халиҡовтың ауылын күреү.
Белеүебеҙсә, Муллаян Халиҡов – башҡорт милли хәрәкәтенең башында торған кеше. Әхмәтзәки Вәлиди әйтеүенсә: «Был шәхес ошо хәрәкәттә иң белдекле, ҙур эштәр башҡарған кешелер». Муллаян Халиҡов беҙҙең хөкүмәтебеҙҙең башлығы ла булған. Оло Башҡортостанды барлыҡҡа килтереү һәм аяҡҡа баҫтырыу уның иңенә төшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның исеме һаман да билдәһеҙ булып ҡала. Беҙ уның тормош юлын өйрәнеү һәм тыуған яғын – Иҫке Аҡтау ауылын күреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.
Бүздәк районы сигендә беҙҙе район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса баш белгесе Илмир Ирек улы Кинйәкәев ҡаршы алды.
Маршрутыбыҙҙың беренсе пункты – Килем ауылы. Унда республикабыҙҙағы иң беренсе булып таштан һалынған мәсеткә индек. Имам-хатип Мәхмүт Үлмәҫҡолов ауылдың тарихы менән таныштыр­ҙы. Артабан татар мәҙәни үҙәгендә булдыҡ. Бында эшләүсе Рима Ғәлина һәм китапханасы Рида Зөбәйерова беҙгә был үҙәктең тормошон һөйләп бирҙе. Сәфәребеҙҙә беҙгә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Графит Ғаяз улы Шакиров һәм Ҡаңлы ырыуы рәйесе Фәнил Йәмғүтдин улы Шәрипов ҡушылды. Фәнил олатай – ошо төбәктәге башҡорт халҡының мәнфәғәтен һәм мәҙәниәтен күтәреүгә бик күп көс һалыусы кеше. Мәктәпкә лә инеп, уҡыусыларҙы БДУ факультеттары менән таныштырҙыҡ.
Икенсе туҡталышыбыҙ был төбәктәге иң ҙур һәм бай тарихлы ауылдарҙың береһе – Ҡаңны-Төркәй ауылы булды. Был ауылдан бер түгел, өс Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыусы бар: Лоҡман-Хәким Ғиләжев, Факиһа Туғыҙбаева, Ғабдулла Ғиләжев. Беҙҙе мәктәп директоры Рушан Байымов, ауыл советы башлығы Ғәли Шәғәлиев һәм мәктәп уҡыусылары бик йылы ҡаршы алды. Уҡыусылар менән әңгәмәләшкәндән һуң студенттар бәләкәй генә концерт ойошторҙо. Аҙаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапханала, музейҙа булдыҡ һәм был ауыл менән хушлашып, ары киттек. Алда беҙҙе был яҡтарға килеүебеҙҙең төп сәбәбе булған Иҫке Аҡтау ауылы көтә ине. Унда Муллаян Халиҡовтың өйөнөң нигеҙен күрҙек һәм музейға индек. Музейҙа БДУ аспиранты Вәлиә Ғилманова шәхестең биографияһын бик матур итеп һөйләне.
Юл ыңғайы райондан алыҫ булмаған, бөтә республикаға билдәле иң ҙур күлде лә күреп ҡайтырға булдыҡ. Ул да булһа – Асылыкүл. Тарихи-мәҙәни экскурсиябыҙҙың тағы ла бер төп маҡсаты – экология. Асылыкүл буйында өмә яһаныҡ.
Һүҙемде йомғаҡлап, ошо сәфәрҙе ойоштороусы БДУ доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев менән Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Айгөл Ҡужәхмәтоваға рәхмәтемде белдергем килә һәм был аҙаҡҡы сәйәхәт булмаҫ тип ышанам.

Лилиә ҠЫУАТОВА,
БДУ-ның физик-техник институты студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға