29.11.2013 Тереклек барыбер кешелектән өҫтөнөрәк
(“Булған да, юғалған”, “Йәшлек”, №20, 15 ноябрь, 2013 йыл)
Гәзиттең 20-се һанында Айсын Аҡбулатованың “Булған да, юғалған” тигән мәҡәләһен уҡығас, яңыраҡ “Рәсәй – 2” телеканалында күрһәтелгән бер сюжет иҫкә төштө. Унда һүҙ Чернобыль һәләкәтенән һуң шул биләмәлә һәм яҡын-тирәлә төрлө хайуан, йәнлектәр, балыҡтар, хатта үҫемлектәр араһындағы мутация тураһындағы имеш-мимештәрҙе инҡар иткән дәлилдәр, ысынлап та, аптыратырлыҡ һәм уйландырырлыҡ.
Был һәләкәт арҡаһында тирә-яҡҡа 190 тонна радиоактив матдә ташланыуҙан Украина, Белоруссия һәм Рәсәйҙең көнбайыш өлөшө ҙур зыян күргән. Станция тирәләй 30 километр радиусындағы зона тимер сымдар менән кәртәләп алынған, 10 километр радиусында кеше аяғы баҫмаҫлыҡ ике тыйылған зона билдәләнгән. 1988 йылда был зонаны ҡурсаулыҡ тип иғлан итәләр, һөҙөмтәлә бында бөтә экосистема үҙ аллы йәшәй һәм үҫешә башлай, ә кеше унда барған процесты ситтән тороп күҙәтеүсе генә булып ҡала. Шулай итеп, тимер сым артында әле ҡырағай донъя хөкөм һөрә. Кеше аяғы баҫмағас, мылтыҡтар шартламағас, ҡурсаулыҡ тип иғлан ителгән биләмәгә тиҙҙән мышылар, бүреләр (ҡурсаулыҡты күҙәтеүсе белгестәр иҫәбенсә, әле унда 250 бүре иркенлектә йәшәй), боландар, ҡабан сусҡалары, янутҡа оҡшаш эттәр килеп урынлашып, һин дә мин йәшәп алып киткән. Хатта төптө уйламаған ерҙән килгән хайуан – Пржевальский аттары (уларҙың һаны – 20) ла үҙҙәрен бында иркен тота, әммә әҙәм балаһына бик һаҡ ҡарап, яндарына яҡын да ебәрмәй икән. Белгестәр билдәләүенсә, ҡалған башҡа хайуан һәм йәнлектәр менән яҡынданыраҡ аралашырға була.
Чернобыль һәләкәте эҙемтәләренең кешелек, тереклек һәм тирә-яҡ өсөн шул тиклем дә ҡурҡыныслығын белгестәрҙең Япониялағы Фукусима һәләкәте эҙемтәләренең унан ун тапҡырға әҙерәк булыуын билдәләүе лә етәлер. Ҡурсаулыҡта эшләүсе егерҙарҙың социаль хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса күрелгән саралар ҙа бынан ике тиҫтә йыл элек килеп сыҡҡан һәләкәт эҙемтәләренең юйылмаҫлыҡ булыуы тураһында һөйләй. Әйтәйек, кешенең йылына нурланыш (облучение) нормаһы 3,5 – 4 милли/зигерт тип алынһа, ҡурсаулыҡ зонаһында егерҙарға тәүлегенә 7 сәғәт кенә эшләргә рөхсәт ителә. Ҡыҫҡаһы, Чернобыль һәләкәтен тапшырыуҙа донъялағы иң ҡурҡыныс техноген авария тип атанылар...
Был һәләкәттән һуң радиацион матдәләрҙең йоғонтоһонан ҡотолоу саралары күрелә лә ул – тупраҡтың өҫкө ҡатламын, йорттарҙы, техниканы “ерләйҙәр”. Күлдәр һәм йылғалар һаҙлыҡҡа әйләнә. Чернобыль тирәләй урынлашҡан ҡайһы бер ауылдарға халыҡтың кире ҡайтып йәшәй башлауы ла илебеҙҙең үҙ халҡын яҡлау һәм һаҡлау һәләтенән бер нәмәгә лә әҙер булмауын, ә, бәлки, башҡалар бәләһенә ҡул һелтәп ҡарауын күрһәтә лә инде.
Шулай ҙа, Чернобыль биләмәһендә мутанттар хасил булған, тигән хәбәр бушмы, әллә ысынмы? Белгестәрҙең эш һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: был биләмәлә йәшәгән хайуан-йәнлектәр үҙ рационын бер ҙә үҙгәртмәгән – шул уҡ үлән-үҫемлектәр менән, ә йыртҡыстар хатта бер-береһен ашап туҡлана. Ә һәләкәт ваҡытында тирә-яҡҡа эләккән яғыулыҡ ядроһы өлөшсәләрен анализлау уның артыҡ ныҡ юғары булғанлығын күрһәткән. Тик ошондай һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, тереклек, кешеләргә үс иткәндәй, бында бер нәмә лә булмаған кеүек йәшәй бирә. Мәҫәлән, Припять йылғаһы яҙ һайын быға тиклем күрелмәгәнсә ныҡ таша, хатта элек уның уртаһында булған утрауҙар ҙа ҡалмаған. Балыҡтарҙың шул тиклем үрсеп китеүен бер кем дә күҙ алдына килтерә алмаҫ. Йылға-күлдәр тирәләй арлан, баклан, ҡара ҡауҙы кеүек ҡоштар дәррәү оя ҡороп, бала сығара. Һәләкәткә тиклем был яҡтарҙа бөркөттәрҙең ни икәнлеген дә белмәһәләр, хәҙер улар ҙа бында килеп төпләнгән. Ҡарсығалар үрсей. Шыуышыусылар һаны артҡандан-арта. Бурһыҡ, һаҙ ташбаҡаһы бында үҙен яҡшы тоя. Ә бер тонналыҡ зубрҙарҙың ысын хужа булып йөрөүен әйт әле! Кешенән бер ҙә ҡурҡмайҙар. Әйткәндәй, тереклектең ҡайһы берҙәре үҙ ғәҙәттәрен бер аҙ үҙгәрткән: ҡара ҡауҙы ояны шыршылыҡта ҡора башлаған, ташландыҡ йорттар, техника күп ҡош-ҡорт һәм йәнлектәр өсөн әҙер ояға әйләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше өсөн яман нур хәүефенең дозаһы билдәле булһа, фауна өсөн ул билдәләнмәгән. Шуныһы ғәжәп – Чернобыль зонаһында әле йәшәгән тереклектең йәшәү һәләте шул тиклем көслө. Улар сәләмәт үрсем килтерә, һәм хайуан-йәнлектәр араһында онкологик сирҙәр бик һирәк осрай. Кешеләрҙең, һәләкәт арҡаһында зыян алған хайуандарҙың, ҡоштарҙың миграцияһы бөтә донъяға хәүеф менән янай, тип ҡурҡыуы ла аҡланмаған. Баҡһаң, һәр төр хайуандың, йәнлектең һәм ҡоштарҙың билдәле бер йәшәү биләмәһе – тереклек итеү ареалы бар икән. Әгәр уларҙы көсләп ҡыуып ебәрмәһәң, улар бер урында оҙаҡҡа ҡала.
Ғалимдар әле нурланыу фактының хайуандарҙың генетик кимәлендә тикшереү алып бара. Ҡыҙыҡ, әлегә тиклем норманан ситкә тайпылыу күҙәтелмәгән. Мутанттар юҡ!
Шулай итеп, Чернобыль тирәләй асылмаған мөғжизәүи хәлдәр бихисап. Был феноменды асыҡлау өсөн тикшеренеүселәргә эшләргә лә эшләргә. Ошо яҙылғандарға йомғаҡ яһап, шундай һығымтаға киләһең: кешелектең эш-ғәмәлдәре арҡаһында әҙәм балаһы өсөн яраҡһыҙға әйләнгән ерҙә тереклек өсөн йәшәү форсаты киңәйгән. Хайуан-йәнлек-ҡоштарға радиацион фон да, нурланыу ҙа, зарарланыу ҙа янамай, тимәк, тик улар өсөн кеше генә ҡурҡыныс. Кешелек хәүеф менән янай барлыҡ тереклеккә. Улар зыянлы һаналған, әммә кеше аяғы баҫмаған, һил, тыныс ергә нәҡ кешеләрҙән ҡасҡан! Шулай итеп, тереклек үҙенең кешелектән күпкә өҫтөнөрәк, юғарыраҡ, аҡыллыраҡ, аңлыраҡ, миһырбанлыраҡ икәнлеген күрһәтә түгелме?!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.