«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » “Резина” фатирҙар Мәскәүҙә генә түгел



22.11.2013 “Резина” фатирҙар Мәскәүҙә генә түгел

Белоретта прокурор тикшереүе 24 «резина» фатирҙа 817 сит ил кешеһе теркәлеүен асыҡлаған. Тағы ла математик ғәмәлдәр эшләһәк, һәр фатир­ҙа уртаса 34 кеше теркәлгән булыуын күрәбеҙ.
Ә, баҡһаң, сит ил граждандарының күрһәтелгән адрес буйынса йәшәмәүе лә асыҡланған, ҡайһы берәүҙәре бер ҡасан да был ҡалаға килмәгән, имеш. Аҡсанан күҙҙәре тонған әҙәмдәр мигранттарҙы янған йәки йәшәргә яраҡһыҙ биналарҙа теркәүҙән дә тартынмаған. Ҡаланың миграция буйынса инспекторҙарының берәүһе аҡсалата бүләк өсөн үҙенең таныштарында ‒ 100-ҙән ашыу мигрантты, ә икенсеһе сит ил кешеһен хатта үҙ фатирына теркәгән.
Етмәһә, Иҙел башында сит ил кешеләренең хеҙмәтен законһыҙ йәлеп иткән өсөн вазифалы йәки юридик шәхестәрҙе административ яуаплылыҡтан ҡотҡарыу тәжрибәһе лә яйға һалынған. Штраф­тарҙы юридик шәхестәргә һалыу урынына физик шәхестәргә һалғандар. “Башлы”­лар ҡайҙа ла хәйләһен таба инде.

А. АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға