«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Шыршы байрамына ла күп ҡалманы



22.11.2013 Шыршы байрамына ла күп ҡалманы

Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2014 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, Президент шыршы байрамы 23 декабрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәш­тәр һарайында үткәреләсәк. Байрамға Башҡор­тостан ҡала һәм район­дары мәктәптәренең уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, ижади фестивалдәр лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре балалары, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаилә­ләр­ҙән уҡыусылар саҡырыласаҡ.
Республиканың Финанс министрлығы Президент Яңы йыл шыршыһын әҙерләү һәм үткәреү, унда ҡатнашыу­сыларҙың «Салют» санаторийында өс көнлөк ялын ойоштороу буйынса саралар, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙән 14 йәшкә тиклемге балаларға Президент Яңы йыл бүләктәре һатып алыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау өсөн яуаплы. Һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ла матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

Әйткәндәй

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, аномаль йылы һауа торошон күҙҙә тотоп, боҙ ҡаласыҡтары төҙөлөшөнөң альтернатив варианттарын ҡарарға бойороҡ бирҙе. Әгәр боҙ туңып өлгөрмәһә, ҡаласыҡтар фанера һәм пенопластан төҙөләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға