«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙы ат итеп еккән дә...



22.11.2013 Ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙы ат итеп еккән дә...

Ер... Тыуған тупраҡ... Ошо изге төшөнсәләр нисәмә быуат буйы ата-бабаларыбыҙҙың йөрәге аша үткән, яҙмышын билдәләгән. Ере өсөн көрәшеп, зинданға ябылған, башҡа милләттәрҙе ҡурҡытыу өсөн ҙур ҡалаларҙың майҙандарында йыртҡыстарса язаланған батырҙарыбыҙға әле лә һоҡланабыҙ. Эйе, башҡорт үҙ ерен бирмәгән. Ата-бабаларыбыҙ тыуған тупрағын үҙ ҡаны менән һуғарып, уны беҙгә аманат итеп ҡалдырған.
Беҙ ҙә Башҡортостаныбыҙҙың бер өлөшөн дә тәләфләмәй, уны балаларыбыҙға ҡалдырырға тейешбеҙ. Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа республикабыҙға Ер шарының төрлө тарафынан беҙҙең өсөн бөтөнләй ят милләт вәкилдәре баҫып инә башланы. Ошо хаҡта билдәле журналист, яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай “Ерең һатһаң, ауылыңа һат...” тигән мәҡәлә менән “Киске Өфө” гәзитендә сығыш яһағайны. Авторҙың һүҙҙәре баймаҡтарҙың күңеленә үтеп инеп, уларҙы борсоуға һалды һәм Иҫке Сибай, Сыңғыҙ, Ниғәмәт ауылдарында район башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитетының күсмә ултырыштары үтте. Шулай итеп, өс көндә Баймаҡ районының бар ауылдарының алдынғы ҡарашлы кешеләре, ағинәйҙәре, аҡһаҡалдары, китапханасылары, ҡатын-ҡыҙҙар советы, йәштәре, уҡы­тыу­сылары үҙ фекерен әйтте, мөрәжәғәт ҡабул итте.
Ҡоролтайҙа ҡаралған эскелек, етем балаларҙың күбәйеүе лә ер мәсьәләһенә бәйле. Сөнки айыҡ ҡарашлы әҙәм балаһы уйһыҙ рәүештә ерен һатмаҫ, ата-әсәле етемдәр булыуына юл ҡуймаҫ. Һәр йыйында бик күп фекер әйтелде, төп доклад яһаған кешеләрҙең һүҙҙәре ҡеүәтләнде, өҫтәмәләр индерелде. Ҡор рәйесе Ғ. Баймырҙин, ауыл биләмәләре башлыҡтары эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Ҡа­ла поликлиникаһы мөдире И. Бәхтийәровтың йәштәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, эскелектән һәләк булыусылар һаны тураһында, мәғариф бүлеге белгесе Я. Мөхәмәтйәнованың ауылдарҙа балаларҙың йылдан-йыл аҙайыуы сәбәпле мәктәптәрҙең ябылыуы тураһында һөйләүе һәр кемде уйға һалды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ҡоролтай үткән һәр биләмәлә халыҡ дәррәү ҡатнашты, үҙ фекере, борсолоуҙары менән уртаҡлашты. Айырыуса пай ерҙәрен алыу, уға һалымдың йылдан-йыл артыуы кеүек мәсьәләләр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Аҡһа­ҡалдар был йәһәттән республика парламентына, хөкүмәтенә һәм Рәсәй Президентына мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белдерҙе.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы иһә хәҙерге тормоштоң күпселек мәшәҡәте уларҙың иңендә булыуы хафаландыра. “Ни өсөн эскесе ирҙәр янына рейд менән ҡатындар барып инергә тейеш? Ниңә балаларҙы төнгө тормоштан һаҡлап, ҡараңғыла ҡатын-ҡыҙ йөрөй? Ни өсөн төрлө рейд ваҡытында комиссияла бер генә лә ир заты булмай? Әйтерһең дә, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙы ат итеп еккән дә үҙҙәре рәхәтләнеп арбала йоҡлап, ял итеп барыуын дауам итә. Быға сик ҡуйылырға тейеш бит!” – тине улар.
Эйе, ҡоролтайҙың күсмә ултырыштары халыҡты борсоған, әрнеткән проблемаларҙы күтәреп сыҡты. Йыйында ҡабул ителгән мөрәжәғәт бар республикаға яңғырап, һәр ауыл, ҡалаға барып етеп, башҡорттарҙы уйға һалһын ине. Әгәр беҙ бөгөн ер мәсьә­ләһенә ныҡлап тотонмаһаҡ, эскелек күренештәрен төбө-тамыры менән йолҡоп ташламаһаҡ, киләсәк беҙҙе ғәфү итмәҫ. Иман нурына сорналған, хозур тә­биғәтле Башҡортостаны­быҙҙа туған телебеҙҙә һөйләшеп, муллыҡта, рәхәтләнеп йәшәргә насип булһын!
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға