22.11.2013 Һин – беҙҙең ҡояшыбыҙ!
Әсәйебеҙ Гөлфәр Хисмәтова 1938 йылдың 29 майында Әбйәлил районының Ташбулат ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Аталары яуға киткәндә өс йәшлек сабый булып ҡалған ҡыҙ, Йәһүдә, Ғәййәр ағаларына, Әнисә апаһына эйәреп, талымһыҙ, эшкә әрһеҙ, тырыш булып үҫә.
Әсәләре Сабира һуғыш осоронда тылдағы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар кисергән ауырлыҡтарҙы үҙ башынан үткәрә, балаларын аслыҡтан, үлемдән һаҡлап ҡала. Әсәйем бала саҡ иҫтәлектәрен һәр саҡ ауыл янындағы Ҡарабалыҡты күле менән бәйләп һөйләй. Ысынлап та, уларҙы ғына түгел, тотош ауыл халҡын аслыҡтан йолоп ҡалыусы, исеме үк әйтеп тороуынса, ҡара балығы бик күп булған Ҡарабалыҡты күле була. Кескәй ҡыҙ ялан-ҡырҙарҙа һарына, йыуа-ҡуҙғалаҡ, емеш-еләк йыйып, әсәһен һөйөндөрә. Өлкәнәйгәс, ошо йәнгә яҡын күле, туғайҙары тураһында шиғырҙар яҙасағын белмәй әле ул.
Бәхеттәренә күрә, аталары, һыңар аяғын юғалтып булһа ла, һуғыштан иҫән ҡайта. Тормош йәмләнә. Тырыш, уңған ғаиләләге балалар уҡыуға ынтылышлы була. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң 1959 – 1964 йылдарҙа әсәйем Башҡорт дәүләт университетының география факультетында уҡый. Гөлдәр ошо уҡ уҡыу йортоноң математика факультетына уҡырға бара. Тағы ла бер йылдан Иршат медицина университеты студенты булып китә. Барыһына ла өлгөрөү, аҡса табыу, еткереү ата-әсәһенә ауырға төшә. Шулай ҙа улар балаларының юғары белемле буласағын белеп һөйөнә. Балалары өмөттәрен аҡлай.
Әсәйем, диплом алып, тыуған ауылы мәктәбенә эшкә ҡайта. Тәбиғәтте яратҡан ихлас күңелле, тырыш белгес ҙур теләк менән эшкә тотона. Үҙе кеүек үк уҡытыусы егет Моратты тап итеп, парлы тормош юлы башлай улар. Атайым оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, профессиональ-техник училище директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләне. Атай-әсәйем Таштимер ауылына килеп төпләнә һәм урта мәктәптә эшләүен дауам итә.
Ғаиләлә беҙ дүрт ҡыҙ тәрбиәләндек. Үкенескә күрә, атайыбыҙ ҡаты сиргә дусар булды. Әсәйебеҙ, сирле атайымды ҡарау менән бер рәттән, беҙгә матур тәрбиә, һәр беребеҙгә юғары белем бирҙе. Илһам килгән саҡтарында шиғырҙар ҙа яҙҙы.
Ул матур һүҙе, өлгөлө эше, шәхси тормошо менән беҙгә үрнәк булды. Фәйрүзә апайым – иҡтисадсы, Фәрзәнә – биолог, Мәҙинә – юрист, мин филолог һөнәрен үҙ иттем.
Һәр беребеҙҙең үҙ аллы матур тормош көтөү нигеҙендә әсәйебеҙҙең тәрбиә һабаҡтары ята. Беҙҙе ихлас күңелле, тырыш, тәртипле, әхлаҡлы итеп үҫтерҙе. Бөгөн ул ете ейән-ейәнсәрҙең бәхетле өләсәһе. Ҡунаҡсыл, ихлас күңелле, йомарт, кешелекле, йор һүҙле әсәйемде бөтә туғандары, күршеләре, ауылдаштары ярата, элекке уҡыусылары һәр саҡ хәлен белешә, оло хөрмәт менән осрашыуҙарға саҡыра. Байрамдарға, йыйындарға барғанда әсәйем үҙе яҙған шиғырҙарын уҡый, матур кәңәштәрен бирә. Әле лә тыуған нигеҙебеҙҙе һыуытмай, ауылда йәшәй. Ул – һәр беребеҙҙең көтөп алынған ҡунағы. Хәлдәребеҙҙе белешеп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп бер аҙ торғандан һуң ауылға ашҡына. Беҙ уның шулай һағынып, тыуған ауылыбыҙға ҡайтып китеүен аңлайбыҙ. Ысынлап та, үҙе әйткәнсә, тыуған ер һәр саҡ үҙенә тарта. Тыуған тәбиғәтенә ғашиҡ булып, шул ерҙә тир түгеп, нигеҙ ҡороп йәшәгән кеше үҙен башҡа ерҙә тулы бәхетле итеп тоймай. Әсәйем үҙ төйәгендә йәшәүенә, өлгөлө хеҙмәт юлы үтеүенә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең именлегенә, татыулығына, ауылдаштарының етеш тормошона һөйөнә. Ә беҙ тыуған нигеҙебеҙҙе һаҡлап, уға ҡот-йәм өҫтәп йәшәүсе ҡәҙерлебеҙҙең һаулығына, әле лә йәштәрсә тапҡыр аҡылына һоҡланабыҙ. Ҡәҙерлебеҙгә оҙон-оҙаҡ йылдарға етер көс-дарман, зиһен сафлығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар насип булһын ине. Киләсәктә лә ҡош юлындай булып ғүмер юлдарың дауам итһен әле.
Гөлназ Ғәликәева.
Өфө ҡалаһы.