«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бала бағыу – оло яуаплылыҡ



22.11.2013 Бала бағыу – оло яуаплылыҡ

(«Йәшлек», «Алам тигән ауыҙ яман, күрәм тигән күҙ яман», №16, 18 октябрь, 2013 йыл)
Илдар Ғәбитовтың күп балалы әсәләрҙе яҡлап яҙған мәҡәләһе мине уйға һалды. Автор шул тиклем төплө һәм аныҡ дәлилдәр килтереп, Герой-әсәләргә дәғүә белдереүселәрҙе тәнҡитләй. Мин дә алты бала әсәһемен, дүрт ҡыҙ һәм ике малай тәрбиәләп үҫтер­ҙем. Сабый бағыуыбыҙ совет осорона тура килде. Хөкүмәттән бер нәмә лә көтөп ултырманыҡ, ниндәй эш бар – шунда эшләнек, стаж туплап, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Беҙҙең кеүектәргә хәҙерге кеүек бер ниндәй ҙә льготалар булманы. Бер һыйыр бар көтөүҙе бысрата, тигәндәй, күп бала тапҡан ҡатындарҙы бер ҡалыпҡа һалырға ярамайҙыр.
Бала бағыу еңел эш түгел. Уларҙы уҡытып, бәхетле бала саҡ бүләк итеп, ата-әсә мөхәббәтенә сорнап үҫтереүгә беҙ яуаплы. Күп баланы табыу, үҫтереү өсөн дә һаулыҡ кәрәк.
«Әсәлек даны» миҙалын алған әсәләрҙе тәнҡитләгән журналистарҙың фекерҙәрендә лә дөрөҫлөк бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эскелеккә бирелгән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ла йыш ишетергә тура килә. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигәндәй, ундай ғаиләләрҙә үҫкән балалар ҙа ҙурайғас ата-әсәһенең ғәҙәтен ҡабатлаясаҡ бит. Ғаиләнең ҙур булыуына ҡарап ҡына миҙал биреү ҙә дөрөҫ түгел. Насарҙы ғына күрергә өйрәнмәйек, һау-сәләмәт балалар табып, уларҙы етеш тормошта, эшсән, иманлы итеп үҫтергән әсәләр беҙҙә күберәк. Донъялар ғына тыныс торһон.

Миндинур ШӘЙБӘКОВА.

Салауат районы,
Ташауыл ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға