22.11.2013 Хоҙай биргән нәмәләрҙе алырға тырышығыҙ!
– Бер ваҡытта ла, – ти аҡыл эйәһе уҡыусыларына, – Алланан үҙегеҙҙе ауырлыҡтарҙан, етешһеҙлек һәм уңышһыҙлыҡтарҙан аралауын һорамағыҙ, быларҙы үҙ көсөгөҙ менән еңеп сығығыҙ.
– Үҙ көсөбөҙ менән? Бәй, һеҙ бит, беҙҙең бер ниндәй көсөбөҙ ҙә юҡ, ә уны беҙгә тик Алла бирә, тигәйнегеҙ, – ти тыңлаусылар.
– Иң тәүҙә һин минең ошо һорауыма яуап бир әле, – ти аҡһаҡал. – Беренсе тапҡыр мәктәпкә барғанда һинең бер ниндәй ҙә белемең юҡ, ә мәктәпте тамамлағанда бар ине. Ул ҡайҙан барлыҡҡа килде?
– Әлбиттә, уҡытыусынан, – тип яуапланы уҡыусы.
– Уҡытыусы бөтәһенә лә бер төрлө итеп белем бирә, ә ни өсөн уны төрлөсә үҙләштерәләр? – тип һаман төпсөнөүен белә аҡыл эйәһе.
– Мин бик күп көс һалдым, күп уйландым, ул аңлатҡандарҙы ҡабат-ҡабат башымдан үткәрҙем, бына шуның өсөн хәҙер уҡытыусым һөйләгәндәрҙең барыһын да яҡшы беләм.
– Бәлки, уҡытыусың башҡаларға ҡарағанда һиңә күберәк белем биргәндер? – ти аҡһаҡал.
– Юҡ. Уҡытыусыбыҙ беҙҙең барыбыҙҙы ла тиң күрҙе, беребеҙҙе лә айырманы. Теләге булғандар барыһы ла ул аңлатҡандарҙы алды. Ҡайһы ваҡыт уның арҡаһында хатта аңлатмаған нәмәләрен дә үҙебеҙ төшөнә торғайныҡ. Ә уҡырға, аң-белемен үҫтерергә теләмәгәндәр, былай ғына ваҡыт үткәреп, салбар туҙҙырҙы, тора-бара улар алған ғына белемен дә онотто…
– Бына, – ти аҡыл эйәһе, – һин үҙеңдең һорауыңа үҙең яуап бирҙең. Тормоштоң бер үк нәмәләре беҙгә төрлөсә тәьҫир итә. Кемдер быларҙан алтын бөртөктәренә тиң тәжрибә ала, кемдер бер нәмә лә күрмәй ҙә, һиҙмәй ҙә. Шул арҡала уларҙың күңеле һәр саҡ буш була. Тырышлығыбыҙ, иғтибарлы булыуыбыҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышыуыбыҙ менән Алла биргән Көс, Мөхәббәт һәм Аҡылдың алтын бөртөктәрен үҙләштерә аласаҡбыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: «Барҙыҡы тағы ла артасаҡ, ә юҡтыҡы бер ваҡытта ла булмаясаҡ».
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.