«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Халыҡтың 54 проценты ил үҫеше менән риза түгел



08.11.2013 Халыҡтың 54 проценты ил үҫеше менән риза түгел

Халыҡтың 54 проценты ил үҫеше менән риза түгел“Левада-үҙәк” үҙенең сираттағы һорашыуҙары темаһын ил үҫешенә арнаған да һығымталарын тәҡдим итә. Халыҡтың 46 проценты Президент Владимир Путин билдәләгән үҫеш курсы менән риза. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар, 18 – 24 йәшлектәр хуплай. Шулай уҡ урта белемлеләрҙең, ҙур ҡалаларҙа (халҡы 500 меңдән ашыуыраҡ булған) йәшәүселәрҙең 52-шәр проценты ил үҫешенең өмөтлө булыуына шикләнмәй.
Ә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр араһында ирҙәр һәм 40 – 54 йәшлектәр күп. Юғары һәм тулы булмаған урта белемлеләрҙең 43 – 44 проценты, баш ҡалала йәшәүселәрҙең 45 проценты, ауыл халҡының 51 проценты ла бигүк ҡәнәғәт түгел.
Шул уҡ ваҡытта социологтарға яуап биреүселәрҙең 16 проценты, етәкселектең ил үҫеше буйынса бер ниндәй ҙә стратегияһы юҡ, тип белдергән.

“Интерфакс” сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға