«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең лайыҡлы вариҫы



08.11.2013 Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең лайыҡлы вариҫы

Арҙаҡлы  шәхесебеҙҙең лайыҡлы вариҫыКүренекле башҡорт яҙыу­сыһы Яныбай ағай Хам­матовты, яҡташым булараҡ, оло ихтирам менән иҫкә алам, ғаиләһе менән аралашам.
Яныбай ағайыбыҙҙың ҡыҙы Гүзәл Хамматова ла атаһы юлына тоғро ҡалып, әҙәби ижад менән шөғөлләнә, баш­ҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә. Биш йыл элек ейәнсәре, Гү­зәлдең ҡыҙы Алһыу Хамматова, Шарль Перроның әкиәттәрен башҡорт теленә ауҙарып, үҙе үк иллюстрациялар төшөрөп, китап итеп сығарҙы. Ә уны миңә бүләк иткәс, шатлығымдың сиге булманы. Ағайыбыҙ үҙе иҫән булһа, яратҡан ейәнсәренең ижад емештәренә нисек ҡыуаныр ине!
Алһыу табип һөнәрен һайлап, үҙ эшен яратып башҡара һәм ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Олатаһы тарафынан әҙәбиәткә ҡарата тәрбиәләнгән һөйөү ҡыҙҙа ижадҡа ынтылыш, теләк уята, күңел талабына әүерелә.
Тиҙҙән Алһыу ағалы-ҡустылы Гримдың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итеп, икенсе китабын сығарҙы. Оҫта тәржемәсе, уникаль ҡурсаҡ иллюстрацияларын үҙе әҙерләп, бына тигән рәссам, зауыҡлы биҙәүсе икәнен дә иҫбатланы.
Һуңғы китабының нәшер ителеүенә бер йыл ғына ваҡыт үтһә лә, Алһыу был проект өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентының грантына ла­йыҡ булды. Президент шыршыһында ҡатнашыусыларға бик шәп бүләк булды был китап. Ошо йылдың сентябрендә Ашхабадта уҙған Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Алһыу­ҙың «Күмәс өй» китабы «Иң яҡшы балалар китабы» номинацияһында еңеүсе тип табылды. Өлгәшкән уңыштары өсөн Алһыу Хамматова Башҡортос­тандың «Китап» нәшриәте коллективы исеменән Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, «Китап» нәшриәте инициативаһын тулы­һынса хуплайым. Алһыу Хамматова башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйем.

Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА,
ветеран уҡытыусы.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға