«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » БАБИЧ ЯЛҠЫНЫ



08.11.2013 БАБИЧ ЯЛҠЫНЫ

БАБИЧ ЯЛҠЫНЫҠайһы бер талантлы актерҙар сәхнәлә шәхес кенә түгел, айырым бер күренешкә әйләнә. Был йәмғиәт мохтажлығынан киләме, әллә бер кешелә шул тиклем рухи көс һәм эске матурлыҡ тупланамы – аныҡ ҡына әйтеп тә булмай. Күрәһең, мөхит ошондай шәхесте бар итә, ә шәхес мөхиттең бер күренешен тәшкил итә башлайҙыр.
Башҡорт театр сәнғәтендә батырҙарҙы кәүҙәләндерерлек тә, көлдөртөп тә, илатып та алырлыҡ актерҙарыбыҙ бар. Әммә тап хәҙерге заманда сәхнәлә интеллигентлыҡты туплаған, үҙ маҡсатына сәбәләнмәй генә ирешеүсән, эске гармония һәм тыйнаҡлыҡты сағылдырған актерға мохтажлыҡ барлыҡҡа килде. Сөнки тарихты хәтерләп, әсенеү-ярһыу­ҙан да, тормош проблемаларынан арынған булып, бер туҡтауһыҙ көлөү-мәрәкәләүҙән дә, Мексика сериалдарына тартым уйҙырма тарихтарҙан һыҡтап илауҙан да арытылған. Заман менән тыныс ҡына әңгәмә ҡороу ваҡыты етте. Һәм башҡорт театрында, тотош мәҙәниәтебеҙҙә Урал Әминев кеүек актер-күренеш барлыҡҡа килеүе – ул беҙҙең бәхетебеҙ.
... Беҙҙең ижади дуҫлыҡ Урал Әминев Мәскәүҙә уҡып ҡайтыу менән башланды. Таңсулпан һылыуым (режиссер Т. Бураҡаева) менән “Минең йондоҙом” йәштәр киноһына актер эҙләгәндә, беҙгә шундуҡ бик күп “щепкинсы”ның исемдәрен әйттеләр. Әлбиттә, бар һәләтле егет-ҡыҙҙарыбыҙға роль еткерерлек түгел ине. Уралды тәү күреүҙән оҡшаттыҡ, һәм уның һәләтенә ышанып, иң “насар” ролде бирҙек – наркотиктар һатып, тиҙ генә байырға теләүсе Таһир роле. Быға тиклем Уралдың кино тәжрибәһе бар ине – Мәскәүҙә уҡыған осорҙа ул билдәле Рәсәй режиссеры Андрей Прошкиндың “Һалдат декамероны” фильмында рядовой Шагенцуков ролен башҡарҙы. Ҙур булмаһа ла, иҫтә ҡалырлыҡ образ.
Шулай итеп, Уралға ыңғай роль эләкмәһә лә, ул эшенә бик ихлас тотондо. Ул уйнаған Таһир исемле егет ҡалала йәшәргә теләгән башҡорт йәштәренә фәһем булырлыҡ, көслө килеп сыҡты.
Артабан инде ижади дуҫлығыбыҙ “Йәшлек” гәзитенең реклама ролигы менән бәйле. “Гөлсирә, Гөлсирә, “Йәшлек”тең һуңғы һаны!” – тигәнде иҫләйһегеҙҙер әле. Тап ошо ролик төшөргән ваҡытта Уралдың ғаиләһе менән яҡындан танышырға тура килде. Уның һәләте лә, ихласлығы ла, шаянлыҡ менән егәрлеге лә ата-әсәһенең тәрбиәһенән килеп, Мәскәүҙә йышылғанын аңланым. Хәҙер инде беҙ Урал менән генә түгел, тотош ғаиләһе менән дә дуҫлаштыҡ. Был дуҫлыҡ та матур емештәр бирә башланы – быйыл йәй Уралдың әсәһе Зөлхәмирә апайҙың, Уралдың үҙенең, туғандарының оло ярҙамы менән Бөрйән районының Кейекбай ауылында “Япраҡ” исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлдө (режиссеры – Роман Пожидаев).
Эске күңел матурлығы, шаянлыҡ һәм хислелек урғылып торған Урал Әминевты тәү күреүҙән үк Таңсулпан һылыуым менән холҡо менән дә, ҡиәфәте менән Шәйехзада Бабичҡа оҡшаттыҡ. Бабич йәшенә тап килгән ваҡытта кино төшөрәйек, тип хыялландыҡ – тик хыял әлегә тормош­ҡа ашманы. Шулай булһа ла, Урал был хыялды ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашырҙы. Бәләкәстән бейеү сәнғәтенә битараф булмаған, тәбиғәттән килгән бейеү һәләтен нисек тә булһа үҫтерергә тырышҡан егет, хореограф Сулпан Асҡарова менән миңә мөрәжәғәт итеп, Бабич образы менән бәйле бейеүҙе сығарыу хыялын еткерҙе. Бабичтың ижадын, биографияһын ныҡлап өйрәндек. Урал шул осорҙағы кейемде тектерҙе, ә иң мөһиме – бейеү өсөн мандолина сиртергә өйрәнде. Заманса мандолина ярамағас, был уйын ҡоралын шул замандағыса итеп эшләтеп алды. Сулпандың тырышлығы менән бейеү әҙер булғас, исемен оҙаҡ уйланыҡ. “Бабич” тип кенә ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ, тинек. Һәм “Бабич ялҡыны” тигән исем бик тә тап килде. Был бейеүҙә яратҡан шағирыбыҙҙың урғылып торған йәшлек дәрте лә, мутлығы ла, эскерһеҙлеге лә, хыял-талпыныуҙары ла һәм, заман фажиғәһен йөрәк аша кисереп, фажиғәле үлеме лә сағыла. Был бейеүҙе бар драматик боролоштары менән Урал Әминевтан башҡа бер кем дә бейей алмаҫ кеүек. Сөнки был бейеү өсөн шәп бейеүсе генә булыу аҙ – шәп актер булыу ҙа шарт.
Бабич ялҡыны... Быйыл Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителгән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Урал Әминев, ысынлап та, бар булмышы, сәнғәткә һәм тормошҡа мөнәсәбәте, күп яҡлы һәләте менән үҙендә Бабич ялҡынын йөрөтә. Театрҙа уйнаған ролдәренең иң һуңғыһына ғына туҡталайыҡ. “Руди – never off!” спектаклендә (режиссеры – Айрат Әбүшаһманов) данлыҡлы яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев образын мөмкин тиклем тулыраҡ биреү өсөн Урал көнө-төнө тиерлек балет станогы янынан китмәне. Драматик көсөргәнешлекте биреү өсөн дә актер булараҡ ҙур эш башҡарылған. Бар яҡтан да еренә еткерелгән, балет артисынан һис тә ҡалышмаған Урал Әминевтың был роле – һис шикһеҙ, уның, театрҙың һәм башҡорт сәнғәтенең ҙур уңышы һәм драматик актер булараҡ яңы кимәлгә күтәрелеүе.
Иң алдан уҡ әйтеп китеүемсә, беҙҙең башҡорт мөхите һәм сәнғәте Урал Әминев кеүек актерға күптән мохтаж ине. Быуаттар буйы ҡандан күскән зирәклек, беләк көсөнән белем көсөн юғарыраҡ ҡуйған, уҡымышлы, ипле, сабыр, белем яҡтылығына ынтылып, Мысыр менән Бохараға тиклем йәйәү барырға әҙер башҡорт егете эстәлеген сағылдыра Урал Әминев. Заманабыҙ геройы, тиһәм дә, яңылышмаҫмын. Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең эштәрен баһалаған хөрмәтле комиссия ағзалары ла ошоно тоялыр, тип бик ышанғы килә.

Зөһрә БУРАҠАЕВА,
Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға