«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡыҙҙарҙың күҙе төшөр ҡыҙылға



08.11.2013 Ҡыҙҙарҙың күҙе төшөр ҡыҙылға

Ҡыҙҙарҙың күҙе төшөр ҡыҙылғайәки Үҙһүҙлелек аша алынған әйберҙең шатландырмағаны
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында йәшәүсе Рита Шәйҙул-­лина ейәнсәре Айым аша миңә ҡашмау менән түшелдерек эшләп ебәргәс, шатлығымдан башым әйләнде – милли кейемдәр шул тиклем дә матур булыр икән! Өйҙө бер итеп тегеләй-былай өйрөлгәс, ҡыуанысым менән уртаҡлашырға әхирәтемә елдерҙем. Ул яҡшы кәйефтә ҡаршы алды:
– Маҡтап йөрөйһөң, әле генә сәйгә ултырғайныҡ.
Мин серле йылмайып, сумкамдан ҡашмау менән һаҡалды сығарғас, ул һоҡланыуҙан хатта бер килке һушын йыя алмай торҙо:
– Аллаҡайым, ҡалай матур! Кейеп ҡарайыммы?
Коридорҙағы көҙгө алдында сыр-сыу килгәнгә аш бүлмәһенән әсәһе менән әбейе килеп сыҡты. Улар ҙа «аһ» итте, кейеп ҡарамайынса түҙмәне. Бер-беребеҙгә «килешә лә килешә» тиешеп, Әбйәлил оҫтабикәһе адресына маҡтау һүҙҙәре яуҙырып, оло бүлмәгә үк килеп сыҡтыҡ. Инде бер аҙ тынысланғас, диванда ятҡан ҡиммәтле яғалы ҡупшы ғына пальтоға күҙем төштө. Яңы түгел ине ул, моданан күптән сыҡҡанға оҡшаған, шулай ҙа төҫөн юғалтмаған, әйтерһең дә, йүнләп кейелмәй, күпселектә шифоньерҙа эленеп торған.
– Ҡалай йәтеш кенә пальто! – тигәнемде ишеткәс, барыһының да иғтибары ҡашмауҙан ҡышҡы кейемгә күсте.
– Беҙ шул пальтоның яҙмышын хәл итеп ултыра инек, – тип көлдө әхирәтем. – Әбейем ҡул эштәренә маһир бит, яңыраҡ ниндәйҙер бер журналда матур япма өлгөһөн күргән. Ул япманы пальтоның тауарынан эшләп була. Йәғни драпты шаҡмаҡтарға ҡырҡаһың да, ситтәренә ырғаҡ менән селтәр бәйләй­һең, һуңынан шул дүрткелдәрҙе бергә ҡушып, япма эшләйһең икән. Үҙенсәлекле ҡорама кеүек килеп сыға, аңлауымса.
– Тик бына хан заманынан эленеп торған пальтоһын ҡыҙғанып, бирмәй ҙә ҡуя, – тип шаяртып орошто туғанын оло йәштәге ҡатын. – Инәлеп тә тормаҫ инем, үҙемдең пальтом булһа, юҡ бит! Иҫкеләрен ырғытып бөткәнмен, хәҙер курткаға күскәс ни... Ә шул япманы ҡороп ҡарағы килә.
– Бирмәйем шул, – тип кинәт етдиләнде әхирәтемдең әсәһе, – ул бит миңә шаҡшылығымды иҫкә төшөрөп торған әйбер.
Кешелекле, киң күңелле апайҙың ниндәйҙер шаҡшылыҡ ҡылыуы мөмкин түгел, ғөмүмән, башҡа ла һыймаған хәл! Шуға ла, аптырап, уға төбәлдем.
– Эй, ошо әсәйемде, тағы шул бер йырын башланы, – тип, ҡыҙы, әбейен ҡултыҡлап, аш бүлмәһенә йүнәлде. – Бәлтә тип иҫегеҙ китмәһен, әйҙәгеҙ, сәй эсергә. Мин сәйнүкте пышылдата торайым.
Улар сығып китте. Әле генә сыр-сыу килгән бүлмәлә уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты.
– Ҡашмау-селтәрең бик матур, уны яһаған кеше лә бик матурҙыр, рәхәтләнеп кейеп туҙҙырырға яҙһын, – тип, һылыу ханым, ҡашмау­ҙы ипләп кенә һыпырып һыйпап, башыма кейҙерҙе, шунан пальто янына диванға барып ултырҙы. – Ҡыҙыма был тарихты иҫләгән һайын һөйләйем, шуға ялҡып та киткәндер. Пальтоны һатып алыу менән бәйле ул... Элек ауыл балалары күпселектә училищеға барҙы, мин дә, һигеҙенсе синыфты тамамлағас, һөнәрселек училищеһына документтарҙы тапшырҙым. Уҡыуға зирәк, тырыш инем, шуға ла уҡытыусылар, унынсыны бөтөр, институт­ҡа инерһең, тип күпме тылҡыһа ла, атай-әсәйемде йәлләнем. Минән башҡа ла улар­ҙың ҡулында береһенән-береһе бәләкәй ете бала бар ине, ә училищела кейем бирәләр, ашау, ятаҡ бушлай. Был турала унда уҡығандар­ҙан беләбеҙ. Улар ауылға матур формала ҡайтһа, арттарынан ҡыҙығып ҡарап ҡала торғайным, үҙемдең дә шундай ҡупшы кейемдә йөрөгөм килде. Әммә өҫтөмдә – өләсәйҙән ҡалған һырма фуфайка ла ямалып бөткән шәл. Әлбиттә, училищеға уҡырға инеп, хыялланған кейемдәрҙе кейгәс, һәләк ҡыуандым. Күркә кеүек түште киреп иркен йөрөйөм, йәнәһе лә, барыһы ла күрәме минең зифа буйымды, нескә билемде?! Ә минең менән бер бүлмәлә йәшәүсе ҡыҙҙарҙың Мәрйәм исемлеһе, киреһенсә, формаға иҫе лә китмәне, минән көлдө: «Тупаҫ итеп тегелгән, нимәһен оҡшатаһыңдыр?». Уға ҡараһаң, хан балаһымы ни, үҙен әллә кем итеп тота: ашханала бутҡаға әйләнеп тә ҡарамай, тимер тәгәсте бармаҡ осо менән этеп кенә ҡуя, итле аш бирһәләр, матур ирендәренең ситен һәлендереп, танауын сирып, аштың аҫтын өҫкә әйләндереп бер була, ерәнгәндәй генә ҡаба. Ундай кешегә табылып та тора бит әле, йә оҙон сәс һөйрәтеп сығара тәгәсенән, йә берәй сүп... Сығара ла тантаналы-мыҫҡыллы рәүештә йылмая. Уның ыңғайына беҙ ҙә, тәмләп ашап ултыр­ған ерҙән, тәрилкәләрҙе үҙебеҙҙән ары этергә мәжбүрбеҙ. Былай мин ашамһаҡмын, ҙур ғаиләлә үҫкәс, ялындырып-инәлтеп ултыра белмәйем, алдыма ни ҡуялар, шуны һополдатып ашай ҙа башлайым. Ә Мәрйәм менән бер өҫтәл артына ултырһаң, мотлаҡ ас тороп китәһең, тигән һүҙ. Шуға ла ашханаға йә унан алдараҡ, йә һуңыраҡ инергә тырышам, ас ҡалып, төкөрөк йотоп йөрөгөм килмәй. Ул да бит инде шул уҡ беҙҙең кеүек үк колхозсы, йәғни ярлы-ябаға балаһы, әммә, күбебеҙҙән айырмалы рәүештә, байыраҡ кейенә. Байыраҡ, тип ни, магазин кәштәләре буш (дефицит заманы еткәйне), тик уның әсәһе тегенсе булғас, ҡыҙ-улдарына (алты бала улар) матур кейемдәр тегә лә кейҙерә. Бигерәк тә Мәрйәмде, ҙур ғаиләләге кин­йә ҡыҙҙы, «өф» итеп кенә тоталар. Тәүге ҡар яуып өлгөр­ҙөмө-юҡмы, уға ҡиммәтле яғалы пальто һатып алдылар. Былай ҙа ҡупай кеше, бөтөнләй ҡупайып, әллә кем булып китте. Пальтоһы ла иҫ киткес матур, эстәге бөтә көнсөллөк ҡорттарын көтөрҙәтте генә! Аптырап, атай-әсәйең был тиклем ҡиммәтле әйбергә ҡайҙан аҡса еткер­ҙе, тип тегенән һорайым. Көлдө, ысулдарын белергә кәрәк, ти. Аҙаҡ, кәйефе күтәренке булғас, асылып китеп, мин атай-әсәйемде үсегеп еңәм, ти: «Кәрәкле әйберҙе һорайым да, теләгемде үтәмәһәләр, карауатҡа бөгәрләнеп ятам да, тормайым да, һөйләшмәйем дә, ашамайым да – стенаға текәлеп тик ятам. Эт к...нә барһындармы, минеңсә эшләйҙәр, яраталар бит улар мине». «Һин ҡалай яуыз», – тинем ытырғанып. Ә күңелемә ойот­ҡо төшөп өлгөргәйне, минең дә шундай матур кейемдәрҙә йөрөгөм килде. Әгәр мине кейендермәй­ҙәр, аҡса йәлләйҙәр икән, тимәк, атай-әсәйем мине яратмай, тигән уй бер туҡтауһыҙ мейемде кимерҙе. Шул уйҙарҙан хатта үҙемде үҙем йәлләп, балауыҙ ҙа һығып алдым.
Аҙна аҙағында өйгә ҡайтырға сыҡҡанда башымдағы уй ҙур теләккә әйләнгәйне. Мин кемдән кәм, минең дә ҡиммәтле яғалы пальтом буласаҡ, тип ныҡлы фекергә килеп ҡайттым. Сәй эсә башлағас та, әсәйемә үпкәләп, мин, бахыр, ғүмер баҡый кеше иңенән иҫкереп төшкән әйбер кейҙем, әле лә дәүләт кейемендә йөрөргә мәжбүрмен, тим: «Ә бына Мәрйәмде ата-әсәһе ысынлап ярат­ҡас, гөлдәй итеп кейендерә, бер нәмәләрен дә йәлләмәйҙәр». Өҫтөң бөтөн, нимә етмәй, тип ултыра төштө әсәйем. Мин еткән ҡыҙ, миңә ҡиммәтле яғалы пальто кәрәк, тинем бер тында. Саҡ ҡына туҡтап торһам, әйтә алмаҫмын һымаҡ ине. Ай-бай, ул тиклем яғалы бәлтәләр кейеп ҡайҙа бармаҡсыһың, тип, әсәйем шаяртырға уйлағайны, һикереп килеп торҙом да, һеҙ мине тамсы ла яратмайһығыҙ, шуға кәпийкәгеҙҙе лә йәлләйһегеҙ, тип урындыҡҡа барып яттым. Мәрйәм әйткәнсә, һөйләшмәнем дә, торманым да, ирендәремде турһайтып тик яттым. Хатта ҡаҙ итенән тәмле аш еҫе танау­ҙы ҡытыҡлаһа ла, атайым ҡаты ғына итеп торорға ҡушһа ла, йоҡлағанға һалышып, урынымдан торманым.
Иртән әсәйем, әйҙә тор, ҡалаға барабыҙ, һиңә бәлтә алабыҙ, тип уятты (күрәһең, кистән атай менән һөйләшеп килешкәндәрҙер). Ыша­ныр-ышанмаҫ ҡына тороп йы­уындым, кейендем, арлы-бирле тамаҡ ялғаным да, юлға сыҡтыҡ. Ҡалаға барғас, иң матур пальтоны һатып алдыҡ беҙ әсәй менән. Кейгәйнем, үлсәп кенә үҙемә тегелгәнме ни – һылашып тора! Шул килеш сисмәй ҙә кейеп ҡайттым. Өйгә ҡайтҡас, ҡусты-һеңлеләрем минең пальтоны, ҡотло булһын, тип семтене, матур ҙа матур, тип тирә-яғымда һикереште. Минән ике йәшкә бәләкәй ҡустым ғына, тү-тү беҙҙең диван, беҙгә аяҡ кейемдәре, тип ҡырыҫ ҡараш ташланы ла, мал тәрбиәләргә сығып китте. Шунда ғына башыма күҫәк менән һуҡтылармы ни: атай-әсәйемдең, һыйыр һуйғас, барыбыҙға ла ҡышҡылыҡҡа яңы быйма баҫтырып алырбыҙ, ҙур бүлмәгә диван алып ултыртырбыҙ, тигән һүҙҙәрен хәтерләнем. Миңә шул тиклем ҡыйын булып китте, хатта башым әйләнеп, йөрәгем болғанды. Дивандан бигерәк, минең арҡала яңы быймаһыҙ ҡалған ҡусты-һеңлеләремде йәлләнем. Үҙемде генә уйлап, нисек мин шул турала онотҡанмын?! Атайым иҫке быймаларҙы ҡат-ҡат төпләгән була ла бит, улары тишелеп сыға ла ҡуя. Тиктормаҫ балаларҙың аяҡтарында быймалар «яна» ғына! Хәҙер бына улар нисек ҡыш сығыр? Ферма һыйырҙарына һалам ташыған саҡта көрт кисеп йөрөгән атайымдың аяҡтары өшөр инде, тип йәнемдең әрнеүҙәре!.. Әсәйем дә, ҡунаҡҡа барыр булһа, гел өләсәйҙең аҡ быймаһын һорап кейә, үҙенеке төпләнгән булғас, ояла кеше араһына иҫке-моҫҡола барырға. Ә мин?! Эх-х, мин! Әле генә ҡыуаныс сығанағы булған пальто кинәт кенә тынымды ҡурған, тәнемде яндырған кейемгә әйләнде. Систем дә, әсәйемдең иңенә һалып, ялан аяҡ тышҡа сығып йүгерҙем. Һыуыҡ соланда маңлайымды стенаға терәп, илап ебәрҙем. Артымса сыҡҡан әсәйгә, ғәфү итегеҙ мине, мин быны кейә алмайым, тип үкһенем. Ул мине аңламаны, ҡыҙҙы ла китте, пырылдатып әрләп ташланы: «Йә алығыҙ, йә кеймәйем – был ни тигән һүҙ булды? Оҡшатып кейеп алдырҙың, инде нимә етмәй һиңә? Баш-баштаҡһыҙланһаң, кәрәгеңде бирермен мин һинең! Әллә, ситтә уҡыйым тигәс тә, гел яйыңа торорбоҙ тип уйланыңмы? Хәҙер үк ин, һыуыҡ алдырғаның ғына етмәгәйне».
Икенсе көндө, кейгем килмәһә лә, ай-вайыма ҡарамай, яңы пальтоны кейҙереп, училищеға ебәрҙеләр. Барыһы ла яңы әйбер менән ҡотланы, тик минең генә кәйефем юҡ ине. Пальтоны шкафҡа индереп элдем дә, ҡыш буйына йүнләп кеймәнем дә (тик өйгә ҡайтҡанда һәм училищеға кире килгәндә генә кейҙем). Әсәйемә, үҙең кей, тиһәм дә, уға пальто тар булды, шуға ла миндә ҡалды. Кейәүгә сыҡҡас, һеңлемә бирәйем, тигәйнем, уның өсөн ныҡ ҙур ине... Шулай итеп, пальто ғүмер буйы шифоньерҙа торҙо. Ниндәй ҡиммәтле әйбер, әммә башҡалар ауыҙынан өҙөлгән аҡсаға алынғас, ул миңә бәхет, шатлыҡ килтермәне. Һаманғаса шуны күргән һайын оялыштан ер тишегенә инерҙәй булам, йәш сағымда атай-әсәйем алдында холоҡһоҙланыуымды бер нисек тә аңлата алмайым. Әсәйем әйтмешләй, нимә етмәгән миңә, нимәгә кәрәк булған ул пальто? Беҙ йәш саҡта барыбыҙ ҙа бер тигеҙ кейендек, хәйер, кейемгә артыҡ иғтибар ҙа булманы, уйнап-көлөп йәшәнек, тансыға йүгерекләнек, үҙебеҙ спектаклдәр ҡуйҙыҡ, күмәкләп саңғыла йөрөргә сыҡтыҡ... Таҙа, бөхтә кейенһәң, шул етә ине.
– Һеҙ бында баттығыҙмы әллә? Сәй һыуына бит! – ҡулдарын бөйөрөнә таянып, залға әхирәтем килеп сыҡты. – Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, хәҙер атыу әбейем үпкәләп ҡайтып китә.
– Үпкәләгәндәргә үпкә ашатырбыҙ! Яратмайым үсеккәктәрҙе, һеркәләре һыу күтәрмәгән кешеләр сығырымдан сығара! – әхирәтемдең әсәһе еңел генә тороп, пальтоны кире шифоньерға элде. – Барыбер әбейеңә пальтоны бирмәйем! Ҡырҡҡыслатырға йәлләйем.
– Уй, ошо әсәйемде, пальтоһын көйәнән генә ашатып әрәм итә инде...
Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығына хайран ҡалам – әйләнгән-тулғанған һайын сәй эсергә ҡыҫтайҙар. Тик миндә сәй ҡайғыһы юҡ ине: ҡашмау-селтәр тәңкәләрен сыңлатып, шифоньер көҙгөһөнә тегеләй ҙә ҡараным, былай ҙа ҡараным.
– Ну, Рита апай, бәхетле иттегеҙ бит һеҙ мине! – тип үҙ-үҙем менән һөйләштем.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙе ғүмер баҡый төшөр шулай ҡыҙылға...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға