«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ә беҙҙең ауылда...



01.11.2013 Ә беҙҙең ауылда...

Был аҙнала үҙҙәренең ауылындағы яңылыҡтар менән Архангел, Белорет, Миәкә райондарында йәшәүсе гәзит уҡыусыларыбыҙ уртаҡлашты.
Фаил ҠУЖӘХМӘТОВ, Архангел районының Абҙан ауыл хакимиәте башлығы:
– Беҙҙең ауыл советына өс ауыл – Абҙан, Ҡыҙылъяр, Үрге Ырныҡшы ауылдары ҡарай. Әлеге ваҡытта Абҙан ауылының Мәктәп урамында юлды төҙөкләндереү менән мәшғүлбеҙ. Үҙебеҙҙең егеттәр эшләй. Тағы ла ут үткәреү мәсьә­ләһе бар. Башлауын-башлағайныҡ та, проблемалар килеп тыуғанлыҡтан, был эш туҡталып тора. Пай ерҙәрен рәсми­ләш­тереү дауам итә. Ошо арала йыйылыш үткәрергә торабыҙ. Беҙҙең ауыл советында барлығы 1197,96 гектар пай ере бар, 453 пайсыға 2,64 гектарҙан тура килә. 351 пайсы үҙенең ерен алған. Әле­гә улар был ерҙәрен “Инйәр” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте менән МТС-ҡа ҡуртымға бирә.

Нурулла МИҺРАНОВ, Белорет районының Манышты ауылы:
– Һуңғы йылдарҙа машина юлдары, урамдар соҡор-саҡырлыға әйләнде. Ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорап, Алексан­дров­ка карьеры эшселәренә мөрәжәғәт итергә булдыҡ һәм яңы­лыш­маныҡ. Өлкән механик Сергей Челищев һәм карьер механигы Вадим Йомағужин күп уйлап тормайынса был эште башҡарырға булды. Оҙаҡ та көттөрмәй, ваҡ таш тейәлгән “КамАЗ” ма­шиналары килеп тә етте. Шоферҙар Илназ Ғәзимйәнов, Даян Ғүмәров, Вадим Сөнәғәтов, Сергей Ларкин, Илшат Сәйетов, Марс Йомағолов, Николай Юновидов, Сергей Артемьев оҙон көн буйы бер туҡтауһыҙ таш ташыны. Венер Ғәббәсов менән Айгиз Йомағужин ташты машинаға тейәп, оҙатып торҙо. Ауылда эш ҡайнаны. Эшселәр тик төшкө ялға ғына туҡтап алды. Шулай итеп, бер көндә урамдарыбыҙ матурланды, хәҙер асфальт тү­шәл­гәнме ни! Ауылыбыҙ Инйәр ауыл советы биләмәһендә иң ололарҙан һанала. Башҡа яҡтарҙа йәштәр ситкә китһә, беҙҙә, шөкөр, матур итеп өй күтәреп сығалар, тик мәҙәниәт йорто булмауы ғына бәкәлгә һуға. Ошо мәсьәләне лә хәл итһәләр, ауылда тормош тағы ла йәнләнер ине.

Фәйрүзә АБДУЛОВА, Миәкә районының Сәфәр төп дөйөм белем биреү мәктәбе директоры:
– Ауылдағы иң матур яңылыҡтарыбыҙҙың береһе – Себер яҡтарында эшләп йөрөгән егетебеҙ Илмир Әхмәҙуллин мәсет асмаҡсы. Шулай уҡ урамдарҙағы бағаналарға ут үткәрелде, Дуҫлыҡ урамында юл тәртипкә килтерелде. Был яңылыҡтар ҙа ауыл халҡы өсөн бик тә һөйөнөслө.
Башҡа яҡтан ҡарағанда, ауылда тормош үҙ яйына дауам итә. Мәктәптәр ябылыуы тураһында үкенесле хәбәрҙәр ишетелеп торғанда, ҡыуанысҡа күрә, беҙҙең белем усағы эшләй. Унда 47 бала белем ала. Киләһе йылға алты бала беренсе синыфҡа уҡырға киләсәк. Ике-өс баланы уҡырға ҡабул иткән йылдар булғанлыҡтан, беҙҙең өсөн был бик ҙур һан. Тимәк, ауылда йәштәр бар, улар матур итеп ғаилә ҡороп, донъя көтә. Балалар баҡсалары ла яҡшы ғына эшләүен дауам итә. Тағы һуңғы ваҡытта күҙәтелгән матур күренештәрҙән халыҡтың ихата тирәһен төҙөкләндереүен, йорттарына евротәҙрәләр ҡуйыуын, ҡоймаларын, ҡыйыҡтарын профнастилға алмаштырыуын билдәләргә була.
Күңелде өйкәп торған бер генә мәсьәлә бар – 5 – 6 ай инде күпер­һеҙ интегәбеҙ. Ошо сәбәпле, район үҙәгенә бик урау юлдан барырға тура килә. Ауыл халҡын әлеге ваҡытта ошо мәсьәлә борсой.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға