«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Бер генә көн дә бушҡа үтмәһен!»



01.11.2013 «Бер генә көн дә бушҡа үтмәһен!»

«Бер генә көн дә бушҡа үтмәһен!» 35 йыл почтала эшләүсе Дилә Суфъянова йәш сағынан тормош үҙәгендә ҡайнап йәшәй
– Апай, һеҙ һаман почтала эшләй­һегеҙме ни? – Дилә Суфъянованы Асҡар почтаһында күреп, ҡайһы берәүҙәр аптырауын йәшермәй. – Беҙ бәләкәй саҡта ла ошонда эшләй торғайнығыҙ.
– Хаҡлы ялға тиклем тағы өс йыл бар әле, – тип йылмая Дилә Хәлфетдин ҡыҙы уларға, һәм эшен онотмай, гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланыуы тураһында иҫкәртә. – Яратҡан баҫмағыҙға яҙылдығыҙмы? Донъя мәшәҡәттәре менән булып, онотоп ҡуймағыҙ, тим, ваҡыт тиҙ үтә.
Киоск бер аҙға кешенән бушағас, Дилә апай, ғүмер ҙә шулай күҙ асып йомғансы үтте лә китте кеүек, ти:
– Унынсы синыфты тамамлағас, Юлдаш ауылынан Асҡарға эш эҙләп килдем дә, почтальон кәрәк, тигәс, ошонда эшкә индем дә ҡуйҙым. Хеҙмәт юлына тәү аяҡ баҫыуыма беренсе сентябрҙә утыҙ биш йыл булды. Тәүҙә почтальондарға ял бирҙем, аҙаҡ сортлаусы, почтаны йүнәлтеү буйынса техник булып та эшләнем, шунан һуң тауар белгесе итеп ҡуйҙылар, һуңғы алты йыл киоскыла эшләйем.
Ҡайҙа, кем булып эшләмәһен, Дилә Хәлфетдин ҡыҙы һәр саҡ маҡтаулылар рәтендә. Уны электән белеүселәр, ул шулай йәш сағынан эшкә шәп, тырыш булды, һаманғаса тормош үҙәгендә ҡайнап йәшәй, тип тел шартлата. Ойоштороу һәләтенә эйә булғас, Дилә апай заманында комсорг итеп тә һайлана, парторг вазифаһын да башҡара, профком рәйесе йөгөн дә ихлас тарта, район советы депутаты булып та эшләп ала, ун бер йыл бергә торған ҡәйнәһенә лә ярарға өлгөрә. Шундай уҡ әүҙем тормошта ҡайнап йәшәгән ире Мөхәммәт Мәхмүт улы менән бына тигән өс бала үҫтерә Дилә апай. Нисек бар нәмәгә өлгөрҙөм, нисек етештем икән, тип, үткәндәрҙе байҡап, үҙе лә аптырай бөгөн:
– Гел эш тип янһаҡ та, үҙебеҙгә йүнләп ваҡыт ҡалмаһа ла, шөкөр, балаларыбыҙ яҡшы кеше булып үҫте, уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Балаларыбыҙ Рәсимә, Дилара, Әнүр генә түгел, ейәнсәрҙәребеҙ Алһыу менән Диана ла – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, шатлыҡ сығанағы, йыуанысыбыҙ. Шуларға ҡыуанып йәшәйбеҙ.
Һәр нәмәнән ҡыуаныс табып, эшен еренә еткереп башҡарып өйрәнгән Дилә апай баҫмаларға яҙылыу кампанияһы осоронда йөкләмәне үтәмәй ҡалғаны юҡ, гел планды арттырып үтәй. Хәйер, район үҙәгендә башҡорттар күп йәшәй, улар башҡорт гәзит-журналдарына әүҙем яҙыла. Шулай ҙа ниндәй баҫманы алдырырға белмәй тапанып тороусыларҙы кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәреүсе лә кәрәк. Тап шул мәлдә Дилә апай, бына ошоларға яҙылһағыҙ, бер ҙә отолмаҫһығыҙ, тип, бер нисә гәзит, журнал тәҡдим итә, уҡымлы, фәһемле, шәп мәҡәләләрҙе атап күрһәтеп, маҡтамай түҙмәй. Әйткәндәй, декада ваҡытында Дилә апай ун һигеҙ кешене «Йәшлек»кә яҙҙырып өлгөргәйне.
– «Йәшлек»те үҙем дә башынан аҙағынаса яратып уҡыйым, бер мәҡәләһе лә күҙ уңынан ситтә ҡалмай, шуға башҡаларҙы ла яҙылырға өндәйем, – тип, ул беҙҙең гәзитте алдыма йәйеп асып һалды. – Һәйбәт гәзит булғас, яҙылырға ҡыйыу өгөтләйем, һәм күптәр аҙаҡ килеп, рәхмәт әйтеп китә.
Һәр райондағы кеүек, Асҡарҙа ла почтальондар менән проблема бар – эш хаҡы аҙ булғас, эшләргә теләүселәр юҡ. Оло быуын кешеләре, өйрәнгәс, эш шулай була икән, тип баш баҫып эшләп тик йөрөй, ә аҙ ғына эшләп, күп аҡса алырға ынтыл­ған йәштәр почтаны урап үтә. Почтальондар етмәгәс, гәзит-журналдар адресаттарға ваҡытында барып етмәй, почталарынан да ҡайһы саҡ юғала. Ундай осраҡта Дилә апай абонент йәшниге менән файҙаланырға тәҡдим итә:
– Хаҡы ҙур түгел, шунда гәзит-журналдарығыҙҙы һалырҙар, үҙегеҙ килеп алып йөрөрһөгөҙ, тим. Яҙылған кеше бер нигә ҡарамай яҙыла ул, уҡымаһаң, нимәлер етмәгән һымаҡ бит. Бына әле генә Камаловтар әллә нисә баҫмаға яҙылды, шул иҫәптән «Йәшлек»кә, «Осҡон»ға, «Башҡортостан ҡы­ҙы»на, «Аманат»ҡа, «Шоңҡар»ға, «Аҡбуҙат»ҡа, «Һәнәк»кә һәм башҡаларына. Шундай яҙылыусыларыбыҙ байтаҡ беҙҙең.
Дилә апай үҙе менән бергә оҙаҡ йылдар эшләгән Мөхтәримә Мәғә­фүрова, Валентина Андреева, Гөл­сөм Ғәбитова, Зөлфирә Мөхәмәт­динова, Лилиә Иғдисамова һәм Альберт Ямуровты маҡтап телгә алып, элек күңелле, татыу, мауыҡтырғыс ҡыҙыҡ йәшәүҙәрен бәйән итте. Булған бит дан заманалар, ә ниндәй кешеләр, тип, «аһ» итеп тыңланым. Ә аҙаҡ, йәш сағында Асҡарҙың волейбол буйынса йыйылма командаһы ағзаһы булараҡ ярыштарға йөрөгән, йырлап, бейеп концерттарҙа ҡатнашҡан Дилә апайҙың әңгәмә башындағы һүҙҙәрен хәтерләп, ғүмер тиҙ үтһә лә, шундай иҫләрлек ваҡиғалар менән бай булһын ул, тип хушлаштым: «Бер көн бушҡа үтмәһен, шунда булыр йәшәү ҡәҙерле!».

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға