25.10.2013 Инвестиция күләме 250 миллиард һумға етәсәк
Былтыр республика иҡтисадына инвестиция 233 миллиард һум тәшкил иткәйне, быйыл был күрһәткестең суммаһы артығыраҡ буласаҡ. Күҙалланыуынса, ул 250 миллиард һумға етәсәк.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың инвестиция үҫешенә арналған хөкүмәт ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда төбәккә йүнәлтелгән сит ил инвестицияһы күләме былтырғыға ҡарағанда өс тапҡырға артыҡ. Һәм был һуңғы күрһәткес түгел, әле бойомға ашырылыуҙы көткән проекттар етерлек. Халыҡ-ара рейтинг агентлыҡтары ла Башҡортостанға ҡарата үҙ мөнәсәбәттәрен ыңғай яҡҡа үҙгәрткән. Был, тәү сиратта, төбәктең финанс һәм бюджет системаһы яҡшы торошта, тигән һүҙ.
Донъяла иҡтисади көрсөк дауам итә, сәнәғәт үҫеше әкренәйҙе, эске тауар әйләнеше лә һүлпәнәйҙе, өҫтәүенә, бюджет ойошмаларынан килгән һалым әҙәйҙе. Әммә был юҫыҡта мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, барыһы ла инвестиция сәйәсәтен нисек алып барыуға бәйле.
Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә Башҡортостандың инвестиция үҫеше стратегияһы булдырылды. Ул байтаҡ күрһәткескә өлгәшеүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, шулар араһында республиканың йыллыҡ эске тулайым продукты (ВРП) кимәлен 107 процентҡа еткереү бар. Стратегияла ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереү тармағы, бәләкәй химия һәм төҙөлөш төп йүнәлештәр тип билдәләнгән.
А. ЗИННУРОВА.