25.10.2013 Һәр өсөнсө кеше буласаҡ пенсияһына битараф
Пенсия реформаһы тураһында күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Уйлаһаҡ, белмәгән бер кем дә ҡалмаған төҫлө. Ә бар икән ундайҙар.
2014 йылға пенсия тупланмаларын ағымдағы пенсияларҙы түләүгә тотоноу тураһында ҡарар ҡабул ителеүе лә билдәлелер. Әммә был, һорашыуҙар үткәреү һөҙөмтәһенән күренеүенсә, кешене бигүк борсомай ҙа. “Властар ни, шулай эшләһә, эшләй ҙә ҡуя инде, ҡалайтаһың…” – тигән кеүегерәк, яурынын һелкеткән күптәр.
Ил халҡының яртыһы тиерлек был хаҡта ишетмәгән дә. Рәсәйҙең һәр унынсы кешеһе реформа тураһында белә-белеүен, тик нишләһен? Кем буласаҡ пенсияһының тупланма өлөшөнә битараф, йәғни унда күпме аҡса йыйылыуы, ҡайҙа һаҡланыуы менән дә ҡыҙыҡһынмай, уларҙыҡы әйләнешкә ебәрелә инде, артабан кире әйләнеп ҡайтыры икеле. Һүҙ яҡынса 250 миллиард һум тураһында бара.
Әле РФ Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектын ҡарай.
Утро. ru сайтынан Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.