«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ҡабатланмаһын золом зарҙары!



25.10.2013 Ҡабатланмаһын золом зарҙары!

Ҡабатланмаһын золом зарҙары!XX быуаттың 30-сы йылдары… Рәсәйҙә сәйәси репрес­сияның ҡоторонған осоро. Ул йылдарҙағы афәт тулҡыны беҙҙең Башҡортостандың бер генә ауылын да урап үтмәй. Бер ғәйепһеҙгә ғүмерҙәр өҙөлә, ҡатындар – ирһеҙ, ба­ла-саға атайһыҙ ҡала. Иле­беҙ күргән ҡот осҡос вәхшилекте һис оноторға ярамай! Ил тарихындағы мәңгелек яра, йәрәхәт ул!
Мин олатай-өләсәйле балаларға һәр саҡ ҡыҙығыу ҡатыш көнләшеп ҡараным. Сөнки беҙгә олатай менән өләсәйҙәрҙең наҙын, тәрбиәһен татырға яҙманы. Әсәйебеҙ­ҙең дә, атайыбыҙҙың да атайҙарын, кулак мөһөрө тағып, Себергә оҙат­ҡандар, ә ғаиләләрен, мал-мөлкәтен тартып алып, ҡыуып сығарғандар.
«Ул саҡта миңә туғыҙ йәш ине, төндә ике милиционер килеп, ишекте астырып, атайымды аты менән алып сығып киттеләр, беҙ бер нәмә лә аңламай, илашып тороп ҡалдыҡ. Был 1931 йыл ине», – тип хәтирәләрен барлар ине әсәйем.
Шул китеүҙән ҡартатайым Хөснөтдин Йәнбәковҡа башҡаса тыуған ауылы Ишмырҙаға ҡайтырға насип итмәй. Ул оҙаҡ ҡына, эсе ауыртып, дауаханала ята, хәлен белешеп, бер туған ҡустыһы Ғәләүетдин Иҫәндәүләтов ашарына алып барып йөрөй. Хөснөтдин ҡартатайым үлер алдынан ҡустыһына, мин аяҡҡа баҫа алмам, һиңә ҡайтыр­ға тура килһә, минең ғаиләмә хәлеңдән килгәнсә ярҙам ит, тип васыят әйткән. Ғәләүетдин олатайым уның васыятын үтәгән: әсәйемдәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән. Ул 1936 йылда тыуған ауылына ҡайта, тик бер йылдан һуң аяуһыҙ яҙмыш уны тағы ла Себергә һөрә. Шул китеүенән ҡайтмай. Уның менән бергә атайымдың атаһын да – Ғөбәйҙулла Әфләтуновты ла һөргөнгә ебәргәндәр. Улар икеһе лә нахаҡтан атыла, аҙаҡтан, әлбиттә, йылдар үткәс, улар аҡлана.
«Ишле балалар булғанғамы икән, бер ала һыйырыбыҙҙы ҡалдырғайнылар, уныһын да яңы ойошторола башлаған «Йылайыр» совхозына алып киттеләр. Шуға ҡайғырып, әсәйем (минең өләсәйем була – авт.):
Баҡырма ла, ала һыйырым,
Тил быҙауҡайҙарға тилермен.
Хоҙай Тәғәлә яҙған булһа,
Кире ҡулдарыма тейерһең, – тип йырлап илаған (тил һүҙе – үлгән йә ҡазаланған быҙауҙың тиреһен һы­ҙырып алып, эсенә бесән йәки һа­лам тултырып, һауған саҡта һыйыр­ҙың алдына ялатырға һалыуҙы аңлата. Һәүкәш шуға әүрәп тора», – тип һөйләгәйне әсәйем.
Был ҡәһәрле йылдарҙың шауҡымы хатта балаларға ла ҡағыла. Уларҙы «кулак балалары» тип атай­ҙар, ҡыйырһыталар, уйынға ҡатыштырмайҙар. Әсәйемдең ике туған ағаһы Ғибатулла менән еңгәһе Шәмсениса Йәнбәков­тарҙың ярҙамы ҙур була: йыш ҡына почта аша посылка ебәреп торалар. Ул саҡта Ғибатулла олатайҙы милиционер итеп Бәләбәйгә эшкә ебәрәләр. Улдары Спартактың (әле ул Баймаҡта йәшәй – авт.) кәпәсен хатта минең ағайымдар ҙа: «Чапай кәпәсе», – тип кейеп үҫә.
Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тигәндәй, көҙгөһөн кешеләр һуғылған игендән ҡалған башаҡты сүпләргә ба­ҫыу­ҙарға һибелә. Байтаҡ саҡрымды йәйәү үтеп, хатта Байыш, Урғаҙа ауылдарына хәтлем барып сығалар. Баҫыу тулы кеше. Иртәнән кискә ҡәҙәр сүпләнәләр. Урыҫтар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа күп. Бәғзеләр усаҡ яғып йылына, ҡайһы берҙәр ҡурмас ҡыҙҙыра, хатта төнгөлөккә лә ҡалалар.
Атай-әсәйем кеүек донъя михнәттәрен күреп үҫкән кешеләргә дан йырларлыҡ. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны булған атайым Нурислам Ғөбәйҙулла улы (әйткәндәй, ул Темәс педучилищеһына уҡырға бара, ләкин шул «кулак балаһы» булғанлыҡтан, алмайҙар) менән күп балалы хеҙмәт һәм тыл ветераны Фәхерниса Әфлә­туновтар һоҡланғыс матур тормош юлы үтеп, 64 йыл бергә йәшәне. Был донъяның бөтөн шатлығын да, бала ҡайғыларын да үҙ иңдәрендә күтәрҙеләр. Бынан ун йыл элек – атайым, өс ай элек 92 йәшлек әсәйем вафат булып ҡалды. Әсәйем зирәк аҡыллы, бай телле, иҫ киткес хәтерле, һуңғы көнөнә ҡәҙәр үҙ аңында, үҙ аяғында булды. Ҡәҙерле кешем янына ҡайтҡан һайын һөйләшеп һүҙҙәребеҙ, серҙәребеҙ бөтмәй торғайны. Үҙең өлкәнәйһәң дә, әсәй кәрәк икән ул.
Минең бар теләгем: оло быуын күргәнде бала-сағаларыбыҙ күрмәһен, золом зарҙары ҡабатланмаһын!

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА.
Баймаҡ районы,
Билал ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға