«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Аҡылһыҙ Мөхәббәт



25.10.2013 Аҡылһыҙ Мөхәббәт

Бер ҡояшлы матур көндө Нәфрәт менән Мөхәббәт осраша. Мөхәббәт иҫ киткес матур, наҙлы, һөйкөмлө, әммә аңра була. Нәфрәт Мөхәббәттән:
– Нисек йәшәйһең, һөйөклөм? – тип һорай.
– Бөтәһе лә яҡшы, – ти Мөхәббәт, – һаман кешеләрҙең хис-тойғолары менән уйнайым.
– Ошо ҡылығың менән һин мине нәфрәтләндерәһең, – ти Нәфрәт Мөхәббәткә.
– Уның ҡарауы, хәҙер беҙ һинең менән ҡабат бергә, – ти Мөхәббәт.
– Һаман да шулай уҡ иҫәрһең, – ти Нәфрәт. – Һинең менән бик осрашырға ла теләмәйем, мин бит һине күрә алмайым.
– Бәй, бәй, – ти Мөхәббәт, – һин мине яратаһыңдыр тип уйлай инем… Әйҙә, икәү бергә ошо ҡаянан һикерәбеҙ!
Нәфрәт уйға ҡала. Бер аҙҙан улар эргәһенә Аҡыл килә һәм, бөтәһен дә ишетеп, ҡысҡырып ебәрә:
– Мөхәббәт, һин әллә бөтөнләй аңраландыңмы? Һеҙ бит үләсәкһегеҙ! Һин кешеләрҙең хис-тойғоно кисермәүен теләйһеңме ни?!
Шул саҡ Мөхәббәт:
– Үлгән саҡта мин Нәфрәтте тыуҙырасаҡмын! – ти.
Был ваҡытта Аҡыл көсһөҙ ине.
Мөхәббәт беренсе булып һикерә, Нәфрәт быны эшләмәй. Мөхәббәт үлә. Ә Нәфрәт кешеләрҙең күңелендә бик оҙаҡҡа ҡала.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға