18.10.2013 “Көндәлек” – халыҡ-ара конкурс финалында!
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Көндәлек” мәғариф тапшырыуы журналистарҙың “Көмөш ҡаурый” халыҡ-ара асыҡ конкурсында финалға сыҡты.
“Көндәлек” Башҡортостан юлдаш телевидениеһында икенсе миҙгел бара. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡытта ул иң популяр тапшырыуҙарҙың береһенә әйләнде.
– Тапшырыу башҡорт теле дәресе формаһында үтә, унда төрлө йәштәге “уҡыусылар”, төрлө һөнәр кешеләре контроль диктант яҙа. Алып барыусы Фәрхәт Ғәйнетдинов уҡытыусы ролендә сығыш яһай. Тапшырыуҙа ҡатнашыусылар республика тарихы һәм мәҙәниәте буйынса тест һорауҙарына яуап бирә. Тапшырыуҙың һәр сығарылышы республика район-ҡалаларында төшөрөлә. Үҙенсәлекле ярышта райондың билдәле кешеләре лә ҡатнаша, – тип һөйләй тапшырыуҙың авторы Рәшиҙә Мәһәҙиева.
Быйыл “Көмөш ҡаурый” конкурсында 13 илдән – Әрмәнстан, Белоруссия, Грузия, Испания, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Польша, Рәсәй, Америка, Үзбәкстан, Украина, Эстониянан журналистар ҡатнашҡан. Барлығы 700-гә яҡын медиаэш тәҡдим ителгән. Шулар араһынан жюри 80 финалсыны билдәләгән. “Көндәлек” тапшырыуының авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева алдағы аҙнала Ҡырымда бүләкләү тантанаһында ҡатнашасаҡ.
С. АМАНТАЕВА.