«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Миллион һумын мутлашыусыларға биргән



18.10.2013 Миллион һумын мутлашыусыларға биргән

84 йәшлек пенсионер телефон аша мутлашыусылар ҡорбанына әйләнә.
Баш ҡала полицияһы бабайҙы алдап, уның миллион һумдан ашыу аҡсаһын талаған аферистарҙы эҙләй. Өфөлә була был хәл. Көндәрҙән бер көндө оло кешенең телефоны шылтырай. Пенсионерға контрафакт дарыуҙар һатып алған өсөн компенсация түләнергә тейешлеге хаҡында белдерәләр. Страховка өсөн 26 мең һум аҡса күсерергә кәрәклеген дә өҫтәйҙәр. Әммә бабай ышанмай. Иртәгәһенә уға “компенсация бүлеге начальнигы” шылтырата. Ныҡыш “белгес” алданыусыларға ярҙам итеүен бурысы тип һанауын белдерә. Ялған дарыуҙар хаҡын ҡайтарғыһы килгән ҡартҡа тейешле иҫәпкә аҡса күсереүҙән башҡа сара ҡалмай. Ә тағы бер нисә көндән сираттағы шылыратыусы страховка суммаһын дөрөҫ һанамауҙарын әйтеп, ғәфү үтенеп, ҡарттан 52 мең һум аҡса түләтә. Шулай итеп, компенсация өсөн иғәнә хаҡы бер нисә тапҡыр үҙгәртелә – бер ҡатлы оло кеше миллион да 58 мең һум аҡсаһын күсергәнен иҫләмәй ҙә ҡала. Тик ул телефондың “теге осонда” мутлашыусылар булыуы ихтималлығын онота. Бер миллион һум аҡсаһы булған бабайға нимәгә кәрәк булғандыр инде ялған дарыу өсөн бер нисә һумлыҡ ҡына компенсация?
Өлкәндәр, һеҙҙе һаҡ булырға саҡырабыҙ. Шикле кешеләргә аҡса биргәнсе, балаларығыҙ, һис юғында, социаль хеҙмәткәр йә урындағы пенсия фонды белгестәре менән кәңәшләшегеҙ.

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға