18.10.2013 Иғтибар! Утҡа ваҡытында түлә!
Электр энергияһын ҡулланған өсөн ваҡытында түләп бармаған граждандарға ауырға тура килеүе ихтимал. РФ Хөкүмәте ваҡытында түләмәгән өсөн һалынған штрафтарҙың күләмен арттырасаҡ закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индергән.
Электр энергияһын ҡулланған өсөн аҡсаһын сығарырға ашыҡмаусыларға штраф әле лә бар. Яҡынса алғанда, штраф күләме йылына 9 процент тәшкил итә. Хәҙер уның күләмен 18 процентҡа тиклем арттырырға тәҡдим итәләр. Тимәк, ике тапҡырға арта булып сыға инде. Ваҡытында түләмәйһең икән, аҡсаңды тағы ла артығыраҡ сығарып һаласаҡһың. Йылына 18 процент аҙ сумма түгел, быны банкылар физик шәхестәргә биргән кредиттар менән дә сағыштырып була. Билдәле булыуынса, кредиттарҙы йылына 14 – 32 процент ставкаһы менән бирәләр. Штрафтар ҙа шул күләмдәргә яраҡлаштырып үҙгәртелергә тейеш булып сыға.
Бынан тыш, электр бағанаһына сымын үҙ белдеге менән тоташтырып, электр утын бер ниндәй счетчикһыҙ ҡулланыусыларға ла һалынған штрафтар күләмен арттырырға теләйҙәр. Унда хәл айырыуса хәтәр – штрафтың күләмен бер юлы 25 тапҡырға күтәрергә тәҡдим итәләр. Әле был башбаштаҡлыҡ өсөн 2 мең һум аҡса түләргә тура килә ине. Закон ҡабул ителгән хәлдә штраф 50 мең һум буласаҡ.
Лилиә СИРАЕВА.