«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » «Бәйләнештә» – башҡортса!



18.10.2013 «Бәйләнештә» – башҡортса!

«Бәйләнештә» – башҡортса!Эште башлау ғына – көс, аҙаҡ ул үҙенән үҙе инерция буйынса алға тәгәрәй. Этеп-эшләп тороу­сылар булһа, әлбиттә (дәрт­ләндереп-ҡеүәтләп тороусылары ла кәрәк). Бына бит «Бәйләнештә» ижтимағи селтәрен дә башҡортсалаштырыу эше, ниһайәт, тамамланды.
Нижневартовск ҡалаһында йәшәүсе башҡорт егете, күп телдәр белгән уҡытыу­сы Са­лауат Әбсәләмов 2009 йылда ныҡ ҡыҙығып китеп, бала-саға, йәштәр генә түгел, инде өлкәндәр ҙә ихлас ҡулланған сайтты Айрат Шәмиғолов, Искәндәр Сәйетбатталов, Мар­сель Урманшин ме­нән бергә туған телебеҙгә тәржемәләргә ниәт итә. Әммә төрлө сәбәптәр арҡа­һында был эш 2011 йылда туҡтала (сайт тиҙ ҙурая, үҫешә башланы, тәржемә текстарының һаны артты һәм улар ҡатмарланды). Ярты юлда быҫ­ҡып тороп ҡала яҙған ғәмәлгә быйыл май айында Мәскәүҙә эшләүсе яҡташыбыҙ, веб-дизайнер Илдар Кинйәбу­латов осҡон өҫтәп ебәрҙе лә, эш китте ҡыҙып-ҡайнап! Утыҙ­­ҙан ашыу кеше ҡатнаш­ҡан был эште сәғәт механизмына оҡшатып ҡуя торғайным: двигателе – Салауат ме­нән Илдар, көйләүсеһе – Флүрә Солтанова, ысҡын­дыр­ғыс механизмы – фило­ло­гия фәндәре кандидаты Зин­нур Сиражитдинов, өлкән тешле тәгәрмәстәр – Гүзәл Сит­­ди­ҡо­ва, Мәүлит Ямалет­динов, Рөстәм Нурыев, һәм беҙ журналистар, уҡытыу­сы­лар – кескәй тешле тәгәр­мәс­тәр... Мо­ғайын да, Әлфиә Әбделмә­нова, Гүзәл Кәри­мова, Айҙар Янышев, Рәфил Дәүләтбир­ҙин, Морат Сол­танов, Мотал Рәмов, Әлфиә Аҡбутина, Азат Ярмуллин, Лариса Абдул­лина, Гөлсәриә Әбилева, Светлана Наси­рова-Сөләй­мәнова, Алһыу Мәғәфүрова, Гөлдәр Кама­лова, Айгөл Арыҫланбәкова, Иҙел Үтә­баев, Айһылыу Бор­ханова, Тәнзилә Ишкина, Гүзәлиә Балтабаева, Рәфис Ҡойба­ғаров, Айрат Шәми­ғолов, Искәндәр Сәйетбат­талов, Марсель Урманшин үҙҙәрен кескәй тәгәрмәстәр менән сағыштырыуыма үпкәләмәҫ. Сөнки улар тырышып-тырышып «әйләнмәһә», «сә­ғәттең» туҡтап та ҡалыуы ихтимал ине бит. Әйткәндәй, интерфейсты тәржемә итеү алдынғы ил­дәрҙең тигеҙ автобанында иномаркала елдереп, шып-шыма китеп барыу түгел ине, хас та үҙебеҙҙең асфальт юлдарҙан шалтыр-шолтор барғандай булдыҡ: әленән-әле бәхәстәр ҙә ҡалҡып сыҡты, һорауҙар ҙа күп тыуҙы, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа осраны. Тик, күреүегеҙсә, төрлө донъяуи ҡыйынлыҡтар кисерә-кисерә холоҡ нығыт­ҡан тәржемәселәр бирешмәне, ауырлыҡтарҙы берҙәм, дәррәү йырып сығып, финиш­ҡа етте: 17 мең текст баш­ҡортсаға ауҙарылып, ҡат-ҡат тикшерелде, яңы төшөнсәләр тыуҙы, интернет терминологияһы шымартылды. Ниндәй­ҙер дан яулар, күкрәк ҡағыр өсөн түгел, ә халыҡ үҙ телендә иркен аралашһын өсөн был ҙур эш башҡарылды. Эйе, «ҙур», тим, сөнки бер ҡараһаң, телебеҙҙе һаҡлау­ға индерелгән кескәй генә өлөш тә кеүек, ә икенсе яҡтан, тап ваҡ инештәр оло йылғалар­ҙың һыуын арттырып, йәшәргә көс бирә. Беҙҙең «Бәйлә­нештә»ге ур­таҡ эшебеҙ ҙә ана шулай телгә яңы һулыш өрөп ебәрәсәк, быныһында һис бер шик юҡ.
Финишҡа килеп етелһә лә, тәржемә, дөрөҫөрәге, мәктәптәге кеүек, хаталар өҫтөндә эш дауам итәсәк. Йомортҡала ла йөй эҙләп табыусылар була, тимәк, «Бәйләнештә»ге тәржемә­ләр­­ҙә лә хаталар соҡоп сығарылыр. Тик, зинһар, хаталар­ҙы күреп ҡалһағыҙ, зәһәр, ҡәнәғәт йылмайып, тәнҡит утына тоторға ашыҡмағыҙ, ә шым ғына http://vk.com/­vkbashkort берләшмәһендәге «Багтрекер» тигән фекер алышыуға яҙығыҙ йәки ошо берләшмәләге тәржемәселәрҙең берәйһенә хәбәр итегеҙ. Хаталар төҙәтеләсәк.
Ә хәҙер туған телебеҙҙә рәхәтләнеп аралашып, һыуһынығыҙҙы ҡандырыр өсөн «Бәйләнештә» сайтындағы «Көйләүҙәрем» («Мои настройки») бүлегенә инеп, телдәр исемлегендә башҡорт телен һайлағыҙ. Ышанығыҙ, был да үҙенә күрә телде һаҡлау­ға индерелгән өлөш буласаҡ. Һәм, әлбиттә, VK-лағы яҡшы яңылыҡ тураһында иптәштәрегеҙҙән һөйөнсө алырға ашығығыҙ – «Вконтакте» – «Бәйләнештә» башҡорт телендә! Ура!

P.S. Ошонда башҡорт хәрефтәрен нисек ҡуйырға өйрәтелгән – http://goo.gl/EDgqYQ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға