18.10.2013 Арыҫландар бында тәрбиәләнә
Көйөргәҙе районындағы "Арыҫлан" хәрби-патриотик клубы үҫмерҙәрҙе әрмегә лә әҙерләй, тыуған яҡты яратырға ла өйрәтә
СССР заманынан айырмалы, хәҙерге ваҡытта йәштәрҙә илһөйәрлек сифатының түбәнерәк баҫҡыста тороуын берәү ҙә инҡар итмәҫ тип уйлайым. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ошо бик тә мөһим мәсьәләгә тейешле иғтибар бирелмәне. Шуға ла йәш быуында илдең үткәне, уның тарихи шәхестәре, бөгөнгө тормошо, проблемалары менән ҡыҙыҡһыныу кәмей төштө, элек бик тә маҡтаулы һаналған әрме сафтарында хеҙмәт итергә теләмәүселәр ҙә күбәйҙе, Ватан тарихын киренән яҙырға өндәүселәр ҙә табылды.
Шөкөр, һуңғы йылдарҙа ошо проблемаға иғтибар артып, мәсьәлә яйлап булһа ла хәл ителә башланы. Көйөргәҙе ерендә лә шул юҫыҡта маҡсатлы эш алып барыла. Йәштәрҙең һуғыш һәм тыл, хеҙмәт ветерандары, республиканың билдәле шәхестәре менән осрашыуҙары, егеттәрҙе әрме сафына тантаналы оҙатыуҙар, ҡаршы алыуҙар матур йолаға әйләнде. Үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә районда төрлө ысулдарҙы файҙаланырға ынтылалар. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда февраль аҙағында ойошторолған “Арыҫлан” хәрби-патриотик клубы быға асыҡ дәлил. Уҡытыусы Лариса Заварзина етәкселек иткән клубта әле район үҙәгенең ике урта мәктәбенән 7 – 9-сы синыфтарҙа уҡыған 20 үҫмер шөғөлләнә. Уларға аҙнаһына өс тапҡыр хәрби әҙерлек, хореография, этикет, туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса дәрестәр уҙғарыла.
Лариса Владимировнаның билдәләүенсә, клуб ағзалары бик теләп шөғөлләнә, арыҫлан кеүек батыр, етеҙ һәм ғорур булырға ынтылалар. Һабаҡтарҙы мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусылар бирә. Мәҫәлән, үҫмерҙәрҙе хәрби әҙерлек серҙәренә Ермолаев ауылының 2-се мәктәбенән Вячеслав Семенов, ә туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса учреждение етәксеһе Николай Варнавский төшөндөрә. Уларҙың икеһе лә районда үҙҙәре уҡытҡан предметтар буйынса ҙур уңышҡа өлгәшкән шәхестәр булараҡ билдәле. Клубта шөғөлләнеүселәр районда, төбәктә спорт һәм туризм буйынса һәр ярышта әүҙем ҡатнаша, призлы урындарҙы алыуға өлгәшә. "Арыҫлан"дар шулай уҡ Көйөргәҙе ерендә үткәрелгән әрме сафына саҡырылыусылар, хәтер вахтаһы, Еңеү көндәренә арналған сараларҙы уҙғарыуға ла ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Быйыл балалар Өфөләге Хәрби дан музейында булып, бай тәьҫораттар менән ҡайтты. Июль айы аҙағында уҡыусыларҙың биш көн буйы Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа ағып төшөүҙән, Шүлгәнташ мәмерйәһен, хозур тәбиғәтле Бөрйән ерен күреүҙән алған хәтирәләре күңелдәрендә яҡты иҫтәлек булып оҙаҡ һаҡланыр. Үҫмерҙәр һоҡланып һөйләүенсә, ошондай матур тәбиғәтле, бай тарихлы ерҙе яратмау мөмкин түгел. Улар белдереүенсә, был сара клубта өйрәнгән бөтә предметтар буйынса имтихан биреүгә тиң булған. Ысынлап та, бөгөлдәре, шаршылары күп булған йылғанан ағып төшөүе хәрби әҙерлекте лә, туризм эшен белеүҙе лә, үҙ-ара аралашыуҙа этика нормаларын үтәүҙе лә талап итә. Теге йәки был ҡаршылыҡты еңеп сыҡҡас, егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡыуаныстарынан бейеп тә алған. Бында хореография буйынса алған дәрестәр ҙә ярҙам иткән. Яңыраҡ барлыҡҡа килгән ойошманың хәл итәһе мәсьәләләре лә бар. Уҡыусылар хәрби форма, дәрестәр өсөн махсус ҡорал, класс бүлмәләре менән тәьмин ителгән. Әлегә үҙҙәренең тренажер залдары юҡ. Шуға ла улар талап ителгән дәрестәрҙе урындағы балалар спорт мәктәбендә үтә. Лариса Владимировна инаныуынса, киләсәктә муниципаль район хакимиәте, бағыусылар булышлығында был проблемалар яйлап сиселер, ә тәрбиәләнеүселәр хәстәрлеккә уҡыуҙа уңыштар менән яуап бирер. Тәжрибә күрһәтеүенсә, илһөйәрлек рухы, хәрби әҙерлек бала саҡтан уҡ тәрбиәләнергә тейеш. Был – оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс. Шик юҡ, ошо бурысты киләсәктә “Арыҫлан” клубы үҙ сафына йылдан-йыл үҫмерҙәрҙе күберәк йәлеп итеп уңышлы атҡарып сығыр.
Урал Ҡәйүпов.