18.10.2013 Шаңдау – ул тормош
Бер заман аталы-уллы ҡая башына сәйәхәткә китә. Улы, яңылыштан ташҡа бәрелеп, ауыртыуына түҙә алмай:
– Ааааа, – тип ҡысҡыра.
Һәм:
– Ааааа, – тигән тауышты ишетеп аптырай.
Малай:
– Һин кем?– тип һорай.
Уға яуап итеп:
– Һин кем? – тигән тауыш яңғырай.
Ошондай яуапҡа асыуланып, малай:
– Ҡурҡаҡ! – ти.
Яуапҡа шулай уҡ:
– Ҡурҡаҡ, – тигән һүҙҙе ишетә.
Малай атаһынан:
– Был нимә? Быны нисек аңларға? – тип һорай.
Атаһы йылмая ла:
– Мине иғтибар менән тыңла, – ти.
Үҙе ҡаяға:
– Мин һине хөрмәт итәм! – тип өндәшә.
Уға шунда уҡ:
– Мин һине хөрмәт итәм, – тигән яуап килә.
– Һин иң яҡшыһы.
Яуап:
– Һин иң яҡшыһы.
Малай аптырашта ҡала, аҙаҡ атаһы уға: «Был – шаңдау, ә дөрөҫөрәге, был – тормош…» – ти. Ул нимә эшләйһең, нимә һөйләйһең – барыһын да үҙеңә ҡайтара...
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.