«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Ата-әсә, «комендант сәғәте» тураһында онотма!



04.10.2013 Ата-әсә, «комендант сәғәте» тураһында онотма!

Белеүегеҙсә, республикала бәлиғ булмағандарға төндә яңғыҙ йөрөүҙе сикләүсе «комендант сәғәте» ғәмәлдә ҡала. Ошо айҙан ул урындағы ваҡыт менән киске 10-дан алып иртәнге 6-ға тиклем дауам итәсәк.
Бындай норма «Баш­ҡор­тостан Республи­каһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы БР Зако­нында яҙылған. Доку­ментҡа ярашлы, 17 йәше тулмаған балаларға төндә йәмәғәт урындарында ата-әсәһеҙ йөрөү тыйыла.
Раҫланған ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡта 500 – 1000 һум күләмендә административ штраф һалынасаҡ. Хоҡуҡ боҙоу ҡабатланһа, бер мең һумдан алып ике мең һумға тиклем штрафҡа тарттырыу ҡаралған.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: төнгө ваҡыт октябр­ҙән апрелгәсә – киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем, ә май – сентябрҙә – төнгө сәғәт 12-нән иртәнге 6-ға тиклем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға