«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » Бейеүҙәрҙе лайыҡлы баһаламайҙар



04.10.2013 Бейеүҙәрҙе лайыҡлы баһаламайҙар

”Байыҡ” телевизион бейеү конкурсы – иң популяр тапшырыуҙарҙың береһе. Һәр йәкшәмбелә уны көтөп алған кешеләр бик күптер, моғайын.
29 сентябрҙә йәнә яратҡан тапшырыуымды ҡараным һәм жюри ағзалары менән килешмәүсәнлек, уларҙың алып барыусы Рита Өмөтбаева менән үҙ-ара бәхәсе ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.
Тамашасы булараҡ, минең дә үҙ фекерем бар. Ҡайһы бер бейеүселәргә биргән баһалары ҡәнәғәтләндермәй. Ниндәй принцип менән билдә ҡуйыуҙары ла аңлашылып бөтмәй. Башҡорт халыҡ бейеүе, әлбиттә, халыҡ ижады менән бәйләнгән. Ә халыҡ ижады ябайлығы, ихласлығы, тормошсанлығы менән айырылып тора. Тәү ҡарауға ябай ғына күренһә лә, йөкмәткеһе яғынан ҡатмарлы һәм бай. Жюри ағзалары, минеңсә, бейеүсене профессиональ күҙлектән генә тикшерә. Был бит хата, һөнәр уҡып сығып, йәшәү, аҡса табыу өсөн үҙләштерелгән әйбер. Ә “Байыҡ”ҡа килгән бейеүселәрҙең һөнәрҙәре башҡа… Тимәк, улар бейеүҙе айҙар буйына өйрәнһә лә, үҙешмәкәр булып ҡала. Профессионал менән үҙешмәкәрҙе мин былай сағыштырыр инем – ҡала паркындағы аллеялар һәм яланда үҫкән ағастар. Тәүгеләрҙең бейеү техникаһы бик шәп, әммә яһалмалыҡ өҫтөн, икенселәр өсөн техник яҡ икенсе планға күсә, сөнки уларҙың сығыштары тәбиғи, тормошсан.
Ҡайһы берәүҙәр дәүерҙе, теманы аңлап етмәй. Шул арҡала үҙенсәлекле номерҙар гала-концерттан төшөп ҡала. Үткән тапшырыуҙа Радмир Бәҙретдинов йәш кенә ҡыҙҙы, “Һомай” бейеүендә балет элементтарын ғына күрҙем, тип тәнҡитләне. Тәүтормош дәүерен сағылдырған “Һомай”ҙа ниндәй башҡортса бейеү булһын инде?! Ул – ҡош, ғаилә тормошона ишара яһай, ҡанатлана, оса, хәрәкәт итә. Конкурста файҙаланылған икән, быны башҡорт бейеүенең тыуыуы, башланғысы тип ҡабул итергә кәрәк. Шул эпостың геройы Урал батыр тыпырлатып бейеп килеп сыҡһын әле… Быға көлөрҙәр генә ине. Ә Һомай әлегә кеше ҡиәфәтенә инеп бөтмәгән. Мифик образға мәғәнәһеҙ талаптар ҡуйырға ярамай. Ғөмүмән, һәр бейеүҙән миллилекте таптырып ултырабыҙ ҙа ул, үҙебеҙ ошо милләттең артыуына өлөш индергәнбеҙме, башҡортлоҡ рухын балаларыбыҙҙа тәрбиәләй алғанбыҙмы?!
Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының аяныслы тормошон яҡтыртҡан бейеүҙе аңламаны һәм “Зөлхизә” бейеүенә түбән билдә ҡуйҙы. Әйткәндәй, ҡурай инструментын донъя кимәленә күтәргән егетте был юлы наҙанлыҡта ғәйепләһәләр ҙә, ул балаларына һәм ейәндәренә, һис шикһеҙ, башҡорт рухын еткерә аласаҡ, лайыҡлы алмашсылар тәрбиәләйәсәк.
Минең тәҡдимем бар: жюри ағзаларын һәр бейеүҙең йөкмәткеһе менән алдан таныштырып сығырға кәрәк. Бөтә материалды башта тотоп, белеп тә булмай. Рита Өмөтбаева үҙе лә жюри ағзаһы вазифаһын үтәһен ине. Быны күпселек тамашасы, бейеүсе ҡыуанып ҡаршы аласаҡ.

Ф. ШӘЙХИСЛАМОВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға