«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар архивы » БҮЛӘКТӘРЕБЕҘ, ЫСЫНЛАП ТА, ТОҒРО ДУҪТАРЫБЫҘҒА, ТАЛАНТЛЫЛАРҒА НАСИП



04.10.2013 БҮЛӘКТӘРЕБЕҘ, ЫСЫНЛАП ТА, ТОҒРО ДУҪТАРЫБЫҘҒА, ТАЛАНТЛЫЛАРҒА НАСИП

БҮЛӘКТӘРЕБЕҘ, ЫСЫНЛАП ТА, ТОҒРО ДУҪТАРЫБЫҘҒА, ТАЛАНТЛЫЛАРҒА НАСИПӘбйәлилдән әүҙем авторыбыҙ Ғәлимйән Нәжметдинов электр ит турағысы отто
Булғас була инде кешенең ырыҫы – ҡайһы берәүҙәргә уңыш йылмайырға ғына тора. Ырыҫлы булыуға кешенең шәхси тырышлығы һәм таланты ла ҡушылһа, бәхетле икәнлеге ысынбарлыҡҡа әйләнә.

“Йәшлек”-фараз” конкурсында беренсе урынды яулаусы Ғәлимйән Нәжметдинов менән танышбыҙ инде – ул былтыр Яңы йыл байрамын нисек ҡаршылауын бик оҫта итеп тасуирлап, “Йәшлек”тән бер табынлыҡ һый-ниғмәт отҡайны. Хәҙер икенсе конкурста ла еңеп сыҡты – тиражды дөрөҫ итеп фаразлап, электр ит турағысын алып ҡайтып китте. Әбйәлил районының Тупаҡ ауылынан килгән ағай менән ихласлап һөйләшеп ултырҙыҡ. “Баҫмабыҙҙы күпме кеше алдырасағын нисек һанап сығараһығыҙ һуң?” – тип ҡыҙыҡһынам.
“Башыма килгән беренсе һанды яҙҙым, тип алдай алмайым. Республикала булған бөтә райондар­ҙы барланым – ҡайҙа башҡорттар күберәк йәшәй, ҡайҙа гәзит уҡый торған халыҡ бар, ҡайҙа халыҡ һүлпәнерәк. Поч­тальоныбыҙ Вәсилә менән дә сығып һөйләшеп индем, подписканың нисек бар­ғанлығы менән ҡыҙыҡһындым. Һананым, уйланым, күҙ алдына килтерҙем дә, бер фекергә килеп, редакцияға хат яҙҙым. Бына ҡатыным әйткән һанды яҙһам, бигерәк яҡшы булыр ине – ул 100 процентҡа дөп-дөрөҫ фаразлаған булып сыҡты”, – тигән яуап алдым.
Ғәлимйән Нәжметдинов “Йәшлек” гәзитен беренсе һандарынан уҡ алдырып уҡый. Электән дә барлыҡ конкурс­тарҙа ҡатнашып килгән, тапҡырлыҡ һәм тырышлыҡ талап иткән башҡа сараларыбыҙҙа ла еңеп сыҡҡан. Район кимәлендә үткәрелгән шиғыр һөйләү конкурстарында, ижади сараларҙа ла ихлас ҡатнаша.
– Кешеләр, аҡса юҡ, тип гәзиткә яҙылмай. Аптырайым. Аҡса пенсияға сыҡҡас ҡына үҙенән-үҙе йортҡа килеп инә бит ул, йәштәр һәм урта йәштәгеләр аҡсаны эшләп таба инде. Мин үҙем Магнитогорск ҡалаһына барып эшләп йөрөйөм. “Йәшлек”тәр мине Яңы йыл байрамы алдынан ҡотларға килгәндә лә ҡайта алманым әле, эшләргә кеше булмағас. “Башҡорт ирҙәре яу яланын ташлап китмәй”, – тип, етәксемде яңғыҙ ҡалдырып шылманым. Эшләгәндәргә эше лә, ашы ла бар, тырышырға ғына кәрәк, – ти еңеүсебеҙ.
Күреүегеҙсә, электр ит турағысын алыусы гәзит уҡыусыбыҙ ятып ҡалыу­ҙы түгел, атып ҡалыуҙы хуп күреүсе кеше. Уны шәп бүләк отоуы менән ҡотлайбыҙ – лайыҡлы еңеү был. Бүтән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы беҙ ойош­тор­ған барлыҡ конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ҡатнашығыҙ, отоғоҙ! Күреп тораһығыҙ бит – уңыш һәр ваҡыт лайыҡлыларға йылмая!

Лилиә СИРАЕВА.
Илфат ИШМӨХӘМӘТОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға